Көйгәнәк

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡоштар
Circus pygargus (Naumann).jpg
Ялан көйгәнәге (алғы планда ата ҡош, уңда инә ҡош, артта бала ҡош)
Батшалыҡ Хайуандар
Тип Хордалылар
Класс Ҡоштар
Отряд Ыласын һымаҡтар
Ырыу Ҡарсығалар
Төр Көйгәнәк
Халыҡ-ара фәнни исеме
Circus pygargus (Linnaeus, 1758)
Йәшәү ареалы
Circus pygargus dis.PNG
     Оя ҡороу

     Ҡышҡы миграция



Көйгәнәк, торомбай (урыҫ. Лугово́й лу́нь, лат. Circus pygargus) — ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған, күгәрсен ҙурлығындағы йыртҡыс ҡош. Киң таралған күсмә ҡош, тропик Азияла һәм Сахаранан көньяҡтараҡ Африкала ҡышлай. Оя ҡороу өсөн дымлы ландшафты — йылға үҙәндәрен, һаҙлы урындарҙы, бейек үләнле болондарҙы, күл буйҙарын һайлай. Ҙур булмаған кимереүселәргә, кәҫәрткеләргә, ваҡ ҡоштарға һунар итә.


Башҡорт һөйләштәрендә баҫыу көйгәнәге, һаҙ көйгәнәге, ялан көйгәнәге, бейеүсе көйгәнәк тигән вариаттары осрай.

Кәүҙәһенең оҙонлоғо — 41-52 см, ҡанат йәйеме — 97-120 см.

Ҡанаттарын йәйеп осҡанда оҙон ҡойроғо күҙгә ташлана. Ата ҡоштоң ҡанат остары ҡара, түбәһе һәм ҡойроғо күкһел һоро. Арҡаһы ерән, ҡорһаҡ яғы асығыраҡ, уҡ башағына оҡшаған ҡара таптар менән сыбарланған. Инә һәм йәш ҡоштарҙың һырты ҡара таплы көрәнһыу ерән, кәүҙәләренең аҫ яғы буй-буй өҙөк һыҙыҡлы. Тауышы яңғырауыҡлы: «кли-кли-кли».

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә