Көҙән ауыл советы (Ишембай районы)
Уҡыу көйләүҙәре
Көҙән ауыл советы | |
Нигеҙләү датаһы | 1 ғинуар 2006 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Көҙән[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ишембай районы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
778 кеше (1 ғинуар 2018)[2], 792 кеше (2017)[3], 974 кеше (2002)[4], 1058 кеше (2009)[4], 955 кеше (2010)[5], 933 кеше (2012)[6], 894 кеше (2013)[7], 857 кеше (2014)[8], 846 кеше (2015)[9], 809 кеше (2016)[10] |
Почта индексы | 453234 |
Рәсми сайт | kuzanovo.ru |
Көҙән ауыл советы — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль берәмеге.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер волосына ингән.
Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» законына ярашлы ауыл биләмәһе[11] статусын ала.
Административ үҙәге — Көҙән ауылы.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[12] | 2009[12] | 2010[13] | 2012[14] | 2013[15] | 2014[16] | 2015[17] |
974 | ↗1058 | ↘955 | ↘933 | ↘894 | ↘857 | ↘846 |
Ауыл биләмәһе составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]№ | Ауыл | Төрө | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Көҙән | село, административный центр | ↘847[13] |
2 | Иҫкесәк | деревня | ↘68[13] |
3 | Ҡыҙыл Октябрь | деревня | ↗40[13] |
4 | Рославка | деревня | →0[13] |
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көҙән ауылында 4 шәхси пилорам эшләй.
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көҙән ауылында ике ҡатлы, 162 урынлыҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе, «Умырзая» балалар баҡсаһы һәм Иҫкесәк һәм Ҡыҙыл Октябрь ауылдарынан йөрөп уҡыусылар өсөн интернат (әлеге ваҡытта 12 бала унда тәрбиәләнә) бар.
Медицина
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көҙән һәм Иҫкесәк ауылдарында фельдшер-акушер пункттары эшләй.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көҙән ауылында спорт залы һәм китапханаһы булған ауыл Мәҙәниәт йорто эшләй.
Күренекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаҡлы ауылдаштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтзәки Вәлиди Туған (1890 йылдың 10 декабре — 1970 йылдың 26 июле) — сәйәси эшмәкәр, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте юлбашсыһы (1917—1920 йылдар), публицист, тарихсы, шәрҡиәтсе-тюрколог, философия фәне докторы (1935), профессор, Манчестер университетының почетлы докторы (1967)[18][19]. Нәжип Асанбаев «Көҙән ауылы башҡорто» спектаклен уға арнап яҙа.[20]
- Бәхтейәров Әнүәр Сәхибгәрәй улы (1928 йылдың 10 декабре — 1995 йылдың 25 июне) — совет нефтсеһе, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәт эшмәкәре, уйлап табыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1989), БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1976), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1972).
- Зарипов Нур Талип улы — журналист, яҙыусы, «Башҡорт халыҡ ижады» (18 том) йыйынтығын, башҡорт батырҙар әкиәттәрен, эпостарын нәшер итеүҙә ҡатнашҡан, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы (Шәйәхмәтова-Вәлидова Фәрзәнә) — Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, вокал буйынса педагог, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Уҡыусылар-билдәле йырсылар — Фәнәүи Сәлихов, Илһам Вәлиев, Римма Амангилдина, Миңзифа Исҡужина, М. Волкова, Зөлфирә Шакирова (ТР), Ришат Төхвәтуллин. Олатаһы Шәйәхмәт Вәлидов — Әхмәтзәки Вәлидовтың атаһы Әхмәтшаның бер туған ҡустыһы, Көҙән ауылынан.
- Рәшитова Таңһылыу Фәрәй ҡыҙы (Сәғиҙә Рәшитова) — Башҡорт дәүләт академия театрының тәүге актрисаларының береһе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм халыҡ артисткаһы, Көҙән ауылынан.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- ↑ 12,0 12,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Аргументы и факты — Как рождалась башкирская Республика? — «АиФ Башкортостан», № 49 (676) от 05.12.2007(недоступная ссылка)
- ↑ Салаватский государственный башкирский драматический театр :: адреса, телефоны, история, технические параметры, планы сцен и зрительных залов(недоступная ссылка)
- ↑ Республика Башкортостан: Возвращение к истокам 2016 йыл 30 декабрь архивланған.