Ауыл биләмәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ауыл биләмәһеРәсәйҙә муниципаль берәмектәрҙең бер төрө, ҡағиҙә булараҡ, дөйөм биләмәгә берләшкән бер нисә тораҡ пункта (ҡасаба, ауыл, станица, хутор, ҡышлаҡ һ.б. тораҡ пунктар) урындағы үҙидараны халыҡ туранан-тура һәм (йәки) урындағы үҙидара органдары аша башҡара. Ауыл биләмәһе муниципаль район составына керә.

Росстат мәғлүмәттәре буйынса 2011 йылдың 1 ғинуарына торошло Рәсәйҙә барлығы ауыл биләмәһе статусында 18 996 муниципаль берәмек бар ( 2010 йылдың 1 ғинуарында - 19591).

Был типтағы муниципаль берәмек 2003 йылдағы "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында"ғы законында ҡаралған. Йыш ҡына ауыл биләмәһе совет осорондағы ауыл советы, йәки совет осорона тиклемге волость төшөнсәһенә тура килә. Мәҫәлән, Псков өлкәһе Псков районы "Тямшан волосы". Хәҙер ҡайһы бер өлкәләрҙә "ауыл советы" һүҙә ауыл биләмәһе синонимы булараҡ һаҡлана һәм, анахронизм булараҡ, атамаларҙа ҡулланыла. Мәҫәлән, Түбәнге Новгород өлкәһе Богородский районы Новино ауыл советы ауыл биләмәһе.

Ауыл биләмәһе территорияһында , ҡағиҙә булараҡ, бер ауыл тораҡ пункты йәки халҡы 1000 кешенән артыҡ ҡасаба (халыҡ тығыҙ йәшәгән урындарҙа 3000 кешенән артыҡ) һәм (йәки) дөйөм территорияға берләшкән халҡы 1000 кешенән аҙыраҡ (халыҡ тығыҙ йәшәгән урындарҙа 3000 кешенән аҙыраҡ) бер нисә ауыл тораҡ пунктын берләштерә.

Ауыл биләмәһенең административ үҙәге була. Административ үҙәктә Рәсәй Федерацияһының субъекттар законына ярашлы ауыл биләмәһенең вәкәләт органы урынлаша.

Ике йәки күберәк тораҡ пункттарҙы берләштергән ауыл биләмәһе сиктәре, ҡағиҙә булараҡ, йәшәүселәр админисьратив үҙәккә бер көн эсендә атлап барып ҡайтырлыҡ алыҫлыҡта билдәләнә. Халыҡ тығыҙлығы түбән, алыҫ һәм юлһыҙ урындарҙа башҡа төрлө булыуы мөмкин.

Ауыл биләмәһе халҡы бер нисә тиҫтәнән башлап 15-20 меңгә етеүе мөмкин.