К. Д. Ушинский исемендәге Ярославль дәүләт педагогия университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
К. Д. Ушинский исемендәге Ярославль дәүләт педагогия университеты
Нигеҙләү датаһы 1908
Рәсем
Рәсми атамаһы Ярославский государственный педагогический институт
Эшмәкәрлек төрө Юғары белем[1] һәм педагогика[1]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ярославль
Урын Ярославль
Уҡыусылар һаны 8145
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2]
Рәсми сайт yspu.org
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Ярославль дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары
Карта
 К. Д. Ушинский исемендәге Ярославль дәүләт педагогия университеты Викимилектә

К. Д. Ушинский исемендәге Ярославль дәүләт педагогия университеты (рус. Ярославский государственный педагогический университет имени К. Д. Ушинского ЯГПУ) — Рәсәйҙең Үрге Волга төбәгендә Ярославль ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто. 1908 йылда нигеҙ һалына.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта уҡытыусылар институты урынлашҡан бина.

1908 йылда Ярославль Уҡытыусылар институты асыла, 10 йыл эсендә ул 200 мөғәллим әҙерләп өлгөрә. Ууҡыу йорто асылған ваҡыттан алып Ярославль земстовларының ҡағиҙәләре һәм ғөрөф-ғәҙәттәре лә нығына.

1918 йылда Ярославль педагогия институтына, 1919 йылда — йыл Ярославль Халыҡ мәғарифы институтына үҙгәртелә, 1922—1924 йылдарҙа Ярославль университетының педагогия факультеты була, унан һуң — Ярославль дәүләт педагогия институты (ЯГПИ) (Ярославлдең яҡынса ун йыл буйына берҙән-бер юғары уҡыу йорто) — 1946 йылдарҙа уға ҡасандыр Ярославлдә уҡытҡан, Рәсәйҙең ғилми педагогикаһына нигеҙ һалған Константин Дмитриевич Ушинский исеме бирелә. 1993 йылда уҡыу йорто университет статусын ала.

Университеттың өс филиалы бар, улар һуңынан ябыла. Сәбәптәре — Мәғариф министрлығының талаптарына тап килмәү. 2013 йылда Ростов филиалы[3], 2014 йылда Углич филиалы, 2015 йылда Рыбинск филиалы ябыла[4].

2016 йылда Ярославль дәүләт педагогия университеты базаһында М. В. Дорогов исемендәге фармацевтика технологиялары трансферы үҙәге асыла. Ул инновацион дарыу препараттары, фармацевтика сәнәғәте өсөн технологиялар эшләү һәм клиникаға тиклем тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә.

Әлеге ваҡытта ректор булып Груздев Михаил Вадимович тора.

Структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары уҡыу йорто структураһында өс институт (педагогика һәм психология; филология; кадрҙар потенциалын үҫтереү), 9 факультет, вузға тиклем әҙерлек үҙәге бар Әҙерлектең төп өлкәләре — гуманитар, тәбиғи һәм ижтимағи фәндәр, белм биреү һәм педагогика, иҡтисад һәм идара итеү, мәҙәниәт һәм сәнғәт, хеҙмәтләндереү өлкәһе.

Рейтингтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2007 йылда университет мәғариф өлкәһендә милли проекты еңеүсеһе була һәм РФ Мәғариф һәм фән министрлығының педагогик һәм лингвистик вуздары араһындағы рәсми рейтингта 5-се урын биләйк[5], "Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ юғары уҡыу йорто"ноң береһе булып таныла, «Сифат тәьмин итеү өлкәһендә иң яҡшы эш өсөн» өлкә конкурсы дипломанты.

2010 йылда, Рәсәйҙең барлыҡ вуздары араһында БДИ буйынса уртаса балл нигеҙендә педагогия юғары уҡыу йорттары араһында ЯГПУ 10-сы урында тора[6].

2016 йылда дәүләт вуздарының белем биреү сифатын бойондороҡһоҙ баһалау һөҙөмтәләре буйынса 67 иң яҡшы юғары уҡыу йорто исемлегенә инә.

Биналары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыу һигеҙ корпуста алып барыла.

Корпус Адресы Нимә урынлашҡан Координаталар Фотоһүрәттәр
I Республика урамы, 108/1 Хакимиәт, физика-математика факультеты, көндөҙгө бүлеккә уҡырға ҡабул итеү комиссияһы, К. Д. Ушинский музейы, вуздың төрлө хеҙмәттәре 57°37′21″ с. ш. 39°52′34″ в. д.HGЯO Файл:Yaroslavl State Pedagogical University named after K.D. Ushinsky, 1 corpus.jpg
II Которосльная яр буйы, 46 Тәбиғи-география факультеты 57°37′12″ с. ш. 39°52′29″ в. д.HGЯO Файл:Yaroslavl State Pedagogical University named after K.D. Ushinsky, 2 corpus.jpg
III Которосльная яр буйы, 44 Педагогика һәм психология институты, профессиональ кадрҙарҙы әҙерләү һәм квалификацияларын күтәреү факультеты, социаль идара итеү факультеты 57°37′12″ с. ш. 39°52′34″ в. д.HGЯO Файл:Yaroslavl State Pedagogical University named after K.D. Ushinsky, 3 corpus.jpg
IV Тверь урамы, 72 Педагогия факультеты, ЯДПУ-ның академик хоры 57°38′11″ с. ш. 39°48′50″ в. д.HGЯO
V Которосльная яр буйы, 66 Мәҙәниәт һәм филология институты. Сит телдәр факультеты. 57°37′03″ с. ш. 39°51′41″ в. д.HGЯO Файл:Yaroslavl State Pedagogical University named after K.D. Ushinsky, 5th corpus.jpg
VI Автозаводская урамы, 87б Дефектология

факультеты

57°38′29″ с. ш. 39°48′44″ в. д.HGЯO Файл:Yaroslavl State Pedagogical University named after K.D. Ushinsky, 6th corpus.jpg
VII Которосльная яр буйы, 46в Тарих факультеты, өҫтәмә профессиональ белем биреү факультеты, студенттарҙың тикшеренеүҙәр бюроһы, спорт, физик культура факультетының медик-биологик нигеҙҙәре кафедраһы, социаль идара итеү факультетының теорияһы һәм педагогика тарихы кафедраһы, философия һәм сит телдәрҙең факультет-ара кафедраһы. 57°37′12″ с. ш. 39°52′25″ в. д.HGЯO Файл:Yaroslavl State Pedagogical University named after K.D. Ushinsky, 7th corpus.jpg
Спорт корпусы Которосльная яр буйы, 46а Физик культура факультеты 57°37′10″ с. ш. 39°52′26″ в. д.HGЯO Файл:Yaroslavl State Pedagogical University named after K.D. Ushinsky, sports corpus.jpg

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]