Лапландия университетының Арктика үҙәге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лапландия университетының Арктика үҙәге
Дәүләт  Финляндия
Административ-территориаль берәмек Рованиеми[d]
Рәсми сайт arcticcentre.org
Карта

Арктика үҙәге — был Арктиканы өйрәнеү менән шөғөлләнеүсе Лапландия университетының халыҡ-ара тикшеренеү институты һәм ғилми үҙәге. Ул Арктика мөхите, йәмғиәте һәм климатының үҙгәреүе тураһында дисциплина-ара тикшереүҙәр үткәрә. «Арктикум» үҙәгенең бер өлөшө булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1989 йылда нигеҙ һалынған Арктика үҙәге Рованиеми ҡалаһында Арктикум бинаһында урынлашҡан[1]. Бина Лапландияның тәбиғи ресурстарын ҡулланып төҙөлгән. Быяла ҡыйыҡлы Арктикумдың 172 метрлыҡ коридоры комплекстың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм төрлө тикшеренеүҙәр өсөн платформа булып тора. Арктикумда ғилми күргәҙмә һәм Арктика үҙәгендә китапхана һәм Лапландия Өлкә музейы урынлашҡан.

Тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арктика үҙәге Лапландия ландшафтына туристик үҙәктәрҙең, Ямал ярымутрауындағы һәм Себерҙәге үҫешкән нефть һәм газ сәнәғәтенең төбәктең үҫемлектәр донъяһына һәм бигерәк тә болансылыҡҡа йоғонтоһон өйрәнә[2]. Тикшеренеү сиктәрендә халыҡ-ара тикшеренеүселәр төркөмө Шпицберген утрауында боҙлоҡ керндарын быраулау юлы менән йыйған бер нисә мең йыл дауамындағы булған европа климаты тураһында мәғлүмәттәр ала[3].


Арктика үҙәге шулай уҡ заказ буйынса тикшереүҙәр үткәрә. Компаниялар, фирмалар һәм муниципалитеттар Арктика үҙәгенең, шулай уҡ Үҙәктең төп халыҡ-ара тикшеренеүселәренең экология мәсьәләләре буйынса методологик һәм юридик экспертизаларын ҡуллана.

Етәкселеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылдан алып 2020 йылға тиклем биш йыл осорға[4] Арктика үҙәге менән Койвуров Тимор идара итә[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]