Латипов-Догадов Владимир Геннадьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Латипов-Догадов Владимир Геннадьевич
Тыуған ваҡыты:

22 апрель 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Октябрьский

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

19832013

Театр:

Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004).

Латипов-Догадов Владимир Геннадьевич (22 апрель 1962 йыл) — театр актёры. 1983—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры артисы. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004). Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1990). Республика актёр йыры конкурсы (Өфө, 1994), «Театр без границ» халыҡ‑ара фестивале (Магнитогорск, 2005) дипломанты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Геннадьевич Латипов-Догадов 1962 йылдың 22 апрелендә Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған.

1983 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре П. Р. Мельниченко курсы) тамамлай.

1983 йылдан — Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры актеры.

Владимир Геннадьевич 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

Латипов-Догадов Владимирҙың улы Макар Өфө сәнғәт академияһында уҡый.

Спектаклдәрҙәге ролдәре.[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Елеся («Не было не гроша, да вдруг алтын», А. Н. Островский)
  • Собачкин ("Ах, Невский!..", А. Поламишев, Н. В. Гоголдең "Петербург повестары" буйынса)
  • Редькин («Эффект Редькина», А. Козлов)
  • Пашка Остапчук («Завтра была война», Б. Васильев)
  • Володька-лейтенант («Отпуск по ранению», В. Кондратьев)
  • Дрозд ("Шантеклер", Э Ростан)
  • Человек-сын («Могущество мух», Л. Сальвэр)
  • Тригорин («Чайка», А. П. Чехов)
  • Эдмунд Кин («Приглашаю в вечность, Ваше Величество», Г. Горин)
  • Тюрянинов («Соколы и вороны», А Сумбатов-Южин)
  • Ардальон Передонов ("Тварь", В. Семеновский, Ф. Сологубтың «Мелкий бес» романы буйынса)

һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004)
  • «Эффект Редькина» спектаклендәге Редькин роле өсөн Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының А. Мөбәрәков исемендәге премияһы (1989);
  • Ғ. Сәләм исемендәге комсомол премияһы — ролдәр йыйылмаһы өсөн (1990);
  • "Театр актерҙары йырлай" Республика телевизион конкурсында Диплом (1994);
  • "Театр яҙы" республика фестивалендә "Иң яҡшы дуэт өсөн" Приз (Т. М. Ғарипов менән берлектә — «Приглашаю в вечность, Ваше Величество!» спектаклендә Георг IV һәм Кин IV) (Салауат, 2003);
  • "Икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле" («Соколы и вороны» спектаклендә Тюрянинов) "Матбуғат-2002" рейтингы буйынса (Өфө);
  • "Тварь" спектаклендәге Ардальон Передонов роле өсөн "Театр без границ" Халыҡ-ара фестивале жюриһының махсус Призы (Магнитогорск, 2005);
  • "Иң яҡшы ирҙәр роле" ("Дачники" спектаклендәге Басов, "Тварь" спектаклендәге Передонов, "Венециан игеҙәктәре" спектаклендәге Тонино һәм Дзанетто ролдәре өсөн) "Матбуғат-2005" рейтингы буйынса (Өфө);
  • "Иң яҡшы дуэт" номинацияһында Приз (И. Агашкова менән берлектә — "Музыка небес" спектаклендәге Джордж һәм Шарлотта Хэй ролдәре өсөн) "Матбуғат-2009" рейтингы буйынса (Өфө).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]