Лаяшты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лаяшты
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишҡар ауыл Советы (Илеш районы)
Халыҡ һаны 460 кеше (2010)[1]
Почта индексы 452281
Карта

Лаяшты (рус. Лаяшты) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 460 кеше[2]. Почта индексы — 452281, ОКАТО коды — 80230840004.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лаяшты йылғаһы буйында урынлашҡан ауылға нигеҙҙе Йылан ырыуының Лаяшты түбәһе башҡорттары һала. 1678 йылдың 11 февралендә төҙөлгән Килешеүгә ярашлы аҫабалар үҙ ерҙәренә аҙаҡ типтәр булып киткән яһаҡ татарын индерә. 1685 йылда шулай уҡ улар ауылдарына ерһеҙ башҡорттарҙы ла (припущенниктар) индерә. Ә мишәрҙәр 1795 йылғы Килешеүгә ярашлы ауылға килеп төпләнә[3].

Ауылдың ир-аты 1735 — 1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында әүҙем ҡатнаша. Ихтилалды генерал-лейтенант Соймонов аяуһыҙ баҫтыра. Мостафа Табанаевты ғаиләһе менән Минзәлә төрмәһенә ебәрергә тигән приказ бирелә. Әммә был приказ үтәлмәй ҡала. 1783 йылда ауылда 4 кеше, 1795 йылда 19 ихатала — 153, 1816 йылда - 289, 1834 йылда 39 ихатала - 389, 1858 йылда 69 ихатала - 516, 1870 йылда 65 ихатала - 497, 1920 йылда 218 ихатала 1061 кеше йәшәй[3].

1843 йылда 294 аҫаба башҡортҡа 432 бот ужым һәм 600 бот яҙғы игеҫн сәселә.1840 йылда ауылда мәсет, почта станцияһы, ике һыу тирмәне була[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 891 400 491 44,9 55,1
1959 йыл 15 ғинуар 609 252 357 41,4 58,6
1970 йыл 15 ғинуар 677 312 365 46,1 53,9
1979 йыл 17 ғинуар 552 258 294 46,7 53,3
1989 йыл 12 ғинуар 419 198 221 47,3 52,7
2002 йыл 9 октябрь 412 215 197 52,2 47,8
2010 йыл 14 октябрь 460 242 218 52,6 47,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 21 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ишҡар): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 127 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
  • Лаяшты на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 2 июль 2019)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]