Ленин һәйкәле (Даугавпилс)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ленин һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Латвия
Булдырыусы Черницкий, Александр Николаевич[d]
В память о Ленин Владимир Ильич
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән гранит[d]
Һүрәтләнгән объект Ленин Владимир Ильич
Архитектор Валдис Калныньш[d]
Современное состояние разрушенный[d]
Ҡулланыу статусы закрыто навсегда[d]
Карта

Владимир Ильич Ленин Һәйкәле
Майҙан, унда элек һәйкәл урынлашҡан була.

Ленин һәйкәле (Даугавпилс) —Даугавпилста (Латвия) Ленин Владимир Ильич һәйкәле. 1970 йылда төҙөлгән. Һәйкәлдең скульпторы — А Н. Черницкий, архитекторы — Владимир Калныньш.

Һәйкәл ҡуйылғанға тиклем скверҙа В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға (1970) һәйкәл ҡуйыласаҡ тигән текст менән стела урынлаша.

Күсереп ултыртҡанда һәйкәлдең бер өлөшө зыян күрә, зыян күргән өлөшө төҫө менән айырылған гранит менән алмаштырыла[1][2]

1991 йылдың сентябрь урталарында, етәксе вазифаһын башҡарыусы Валдис Лаускистың ваҡытлыса идаралығы ваҡытында һәйкәл һүтеп алына. Һүтеп алынғандан һуң постаменты тороп ҡала. Һәйкәлдең өҫкө өлөшөн трос менән һүтеп алғанда, скульптураның өҫкө өлөшө кителеп төшә. Һуңыраҡ 1991 йылда постаменты ла һүтеп алына. Даугавпилс тыуған яҡты өйрәнеү һәм сәнғәт музейында һәйкәлде һүтеп алыуҙың фотоһүрәттәре бар.

2004 йылда Берҙәмлек майҙанының реконструкцияһынан һуң унда һәйкәл өлөшө урынлашҡан урын үҙгәртелә

Был һәйкәл Даугавпилста В.И. Лениндың берҙән-бер һәйкәле була.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Һүтеп алынғандан һәйкәлде билдәһеҙ йүнәлештә алып китәләр. Күпмелер ваҡыт үткәс (уның бер өлөшө) һәйкәлдең 2-се Пассажир урамындағы ҡаланы төҙөкләндереү предприятиеһы складтарының береһендә булыуы асыҡлана. Һуңынан һәйкәл тағы юҡҡа сыға. Әлеге ваҡытта билдәле булыуынса, һәйкәл Лабиекартошан -Д ҡала предприятиеһы территорияһында күмелгән, әммә уның теүәл урынын предприятие етәкселеге йәшереп тота.
  • Ике һәйкәл булыуы тураһында версия бар, береһендә ул яҙғы-көҙгө кейемдә һәм яланбаш — Даугавпилс өсөн, ә икенсеһе, ҡышҡы пальтола һәм кәпәс кейгән — Северодвинск өсөн. Һәйкәлдәрҙе ҡуйыуға урындарына ебәргәндә, ҡалалар бутала, һәм яланбаш Ленин Төньяҡ Двинаға, ә ҡышҡы кейемдәге Ленин скульптураһы Көнбайыш Двинаға (Даугава).ебәрелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Светлана Гартованова. Беспамятные... Час (18 апрель 2007). Дата обращения: 5 май 2009. Архивировано 28 март 2012 года.
  2. Светлана Гартованова. Даугавпилс - кузница кадров. Час (28 июль 2004). Дата обращения: 5 май 2009. Архивировано 28 март 2012 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]