Ленск

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ленск
саха Лиэнскэй
Герб
Нигеҙләү датаһы 1663
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ленский район[d] һәм Городское поселение город Ленск[d][1]
Административ-территориаль берәмек Городское поселение город Ленск[d][1]
Халыҡ һаны 23 479 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 180 метр
Майҙан 49 км²
Почта индексы 678140
Рәсми сайт lenskcity.narod.ru
Урындағы телефон коды 41137
Карта
 Ленск Викимилектә

Ленск (рус. Ленск, саха Лиэнскэй) — Рәсәй ҡалаһы, Саха Республикаһы Ленск районының административ үҙәге.

Халыҡ һаны — 24 955 кеше.[3]

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ленск Лена йылғаһының һул ярында, Лена буйы платоһында, Якутскиҙан 840 километр көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Ленск күренеше
Ленск. Тәүге килеп урынлашҡандарға арналған стела

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уртаса йыллыҡ температура — −5,4 °C
  • Уртаса йыллыҡ ағым тиҙлеге — 2,6 м/с
  • Уртаса йыллыҡ һауа дымлылығы — 71 %

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1663 йылда Мухтуй исемле эвенк торағы урынында нигеҙләнгән. 1730 йылдарҙа бында почта станцияһы асыла.

XIX—XX быуаттың башында — сәйәси һөргөн урыны.

Биҫтәнең үҫеше Вилюй бассейнындағы алмас сығанаҡтарын асыу һәм эшкәртеү менән бәйле. Шул сығанаҡтарға иң яҡын Лена йылғаһы буйында урынлашҡан урын булараҡ, Мухтуй Мирный ҡалаһының төҙөлөшө өсөн базаға әүерелгән.

1957 йылда эшселәр биҫтәһе статусы бирелә. 1963 йылда Мухтуй эшселәр биҫтәһе Ленск ҡалаһына үҙгәртеп ҡоролған.


Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эре порт.

«Яҡуталмас» берләшмәһе, урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәтенең предприятиелары, төҙөлөш материалдары комбинаты, эре панелле йорттар заводы. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең предприятиеләре.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939[4] 1959[5] 1970[6] 1979[7] 1989[8] 2002[9] 2010[3]
~2 200 7 894 16 758 23 966 30 260 24 558 24 955

Милли состав (2002): урыҫтар — 81,0 %, украиндар — 4,7 %, сахалар — 4,5 %, татарҙар — 1,5 %.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]