Макс Эйве

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Макс Эйве
нидерл. Machgielis Euwe
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Нидерланд короллеге[d]
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Нидерланд
Тыуған ваҡыттағы исеме нидерл. Machgielis Euwe
Тыуған көнө 20 май 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Амстердам, Нидерланд[1]
Вафат булған көнө 26 ноябрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[2][3][4][…] (80 йәш)
Вафат булған урыны Амстердам, Нидерланд[1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Driehuis Velsen Crematorium[d][5]
Хәләл ефете Carolina Elisabeth Bergman[d]
Балалары Caroline Euwe[d]
Туған тел Нидерланд теле
Һөнәр төрө шахматсы, математик, шахматный функционер, яҙыусы, специалист в области информатики, профессор, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө статистика[6] һәм шахмат[7]
Эш урыны Университет Эразма Роттердамского[d]
Тилбургский университет[d][8]
Тилбургский университет[d][8]
Биләгән вазифаһы рәйес[d] һәм чемпион мира по шахматам[d]
Шахматный титул гроссмейстер[d]
Уҡыу йорто Амстердам университеты[3]
Ғилми дәрәжә фән докторы[d][1]
Диссертация Differentiaal invarianten van twee covariante-vectorvelden met vier veranderlijken[d][9]
Ғилми етәксе Roland Weitzenböck[d] һәм Hendrik de Vries[d]
Аспиранттар Jack P. C. Kleijnen[d][9] һәм Jan S. Folkers[d][9]
Спорт төрө шахмат
Ҡатнашыусы Шахматная олимпиада 1927[d][10], Шахматная олимпиада 1937[d][10], Шахматная олимпиада 1950[d][10], Шахматная олимпиада 1954[d][10], Шахматная олимпиада 1958[d][10], Шахматная олимпиада 1960[d][10] һәм Шахматная олимпиада 1962[d][10]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Макс Эйве Викимилектә

Махгилис (Макс) Эйве (нидерл. Machgielis «Max» Euwe, МФА: [ˈmɑks ˈøˑwə]; 20 май 1901 йыл — 26 ноябрь 1981 йыл) — Нидерланд шахматсыһы һәм математигы, шахмат буйынса бишенсе донъя чемпионы (1935—1937), халыҡ-ара гроссмейстер (1950). Эйва матчта Александр Алехинды еңеп донъя чемпионы була, әммә ике йылдан һуң матч-реваншта еңелә. Эйве 1940 йылдар һуңына тиклем донъяның иң көслө шахматсыларының береһе булып ҡала, ә карьераһы тамамланғас, информатика өлкәһендә юғары кимәлдә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә башлай.

1970 йылда Эйве ФИДЕ президенты итеп һайлана һәм был вазифала ике мөҙҙәт ултыра (1970—1978). Уның президентлыҡ осорона Борис Спасский менән Роберт Фишерҙың донъя беренселегенә низағлы матчы һәм Фишер — Карпов уйналмаған матчы тура килә.

Эйве логикаһы һәм варианттарҙы аныҡ иҫәпләүе менән айрылып тора. Шулай уҡ ул көслө тактик, дебют теорияһы белгесе булараҡ та билдәле. Ул бик күп китаптар, шул иҫәптән шахмат дәреслектәре һәм дебют белешмәләре яҙа.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эйве Махгилис 1901 йылдың 20 майында сиркәү мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Корнелиус һәм Элизабет Эйва ғаиләһендә тыуа. Эйвеның өлкән ағаһы Виллен, ҡустылары Кесс һәм Боб, һеңлеләре Анни менән Тини була. Корнелиус һуңыраҡ ҙур эш хаҡына ябай мәктәпкә күсергә мәжбүр була, шулай уҡ скрипка һәм фортепиано дәрестәре бирә. Үҙ балаларын да музыкаға өйрәтә. Эйвелар шахмат уйнарға ярата һәм таныштары өсөн турнирҙар ойоштора. Макс дүрт йәшендә уйнарға өйрәнә һәм тиҙҙән ата-әсәһен еңә башлай[11].

Эйве атаһы эшләгән мәктәпкә йөрөй. Ул бигерәк тә математикаға һәләтле була[12]. Эйве бәләкәй сағынан 16-23 йәшлек үҫмерҙәр йөрөгән үҫмерҙәр клубында уйнай. Уның өсөн ташлама яһала. 12 йәшендә ул Амстердам шахмат клубына ҡабул ителә. Киләһе йылда Эйве билдәле оҫта Кольстены бер ваҡытлы сеанста еңә[11]. Ун дүрт йәшендә ул Нидерланд шахмат федерацияһы үткәргән турнирҙарҙа ҡатнаша башлай.

1917 йылда Эйве ил чемпионатының «Б» төркөмөнә инә[13]. Ул ваҡытта Нидерландта бик күп билдәле шахматсылар йәшәй һәм уларҙың ҡайһы берҙәре менән Эйве клубта таныша. Ул Тарраш, Рети, Тартаковер, Мароци кеүек оҫталар менән шәхси таныш була, мароци уның тиҫтә йылдар яҡын дуҫына әйләнә[14].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118685554 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
  4. Machgielis Euwe — 2009.
  5. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  6. Vries J. d. Statistiek // (unspecified title)Anthos, 1981. — ISBN 90-263-0529-X
  7. Чешская национальная авторитетная база данных
  8. 8,0 8,1 Vries J. d. M. Euwe // (unspecified title)Anthos, 1981. — ISBN 90-263-0529-X
  9. 9,0 9,1 9,2 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 OlimpBase (ингл.)
  11. 11,0 11,1 Выдающиеся шахматисты мира. Макс Эйве. С. 10.
  12. J. J. O'Connor; E. F. Robertson.: Machgielis Euwe. School of Mathematics and Statistics University of St Andrews. Дата обращения: 8 октябрь 2010. Архивировано 25 август 2010 года.
  13. Выдающиеся шахматисты мира. Макс Эйве. С. 11.
  14. Выдающиеся шахматисты мира. Макс Эйве. С. 12.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]