Статистика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Нормаль таралыш дуғаһы рәсеме

Статистика - йәмғиәт тормошонда булған күренештәрҙең һан күрһәткестәрен билдәләүсе фән һәм ғәмәли эшмәкәрлек тармағы. Бер үк ваҡытта шул һан күрһәткестәрҙе статистика тип атайҙар.

Статистика (латынса Status) һүҙенең мәғәнәһе ниндәйҙер нәмәнең торошон аңлата.

Йәмғиәт тураһында мәғлүмәтте теркәү кәрәклеген тәү-тормош кешеләренең дә аңы еткән. Быны мәмерйә һүрәттәре дәлилләй. Ул ваҡыттағы тормош күренештәрен (ҡырағай йәнлектәргә һунар) генә һүрәтләү түгел, ә уның һан күрһәткестәре булған таяҡсалар һыҙып ҡалдырғандар. Фәнни әйләнешкә статистика һүҙе XVIII быуатта Готфрид Ахенфель (1719-1772) тарафынан индерелгән тип иҫәпләнә.

Рәсәй дәүләте кимәлендә рәсми рәүештә ғәмәли эшмәкәрлек булараҡ статистика 1802 йылдың 20 (яңыса) сентябрендә барлыҡҡа килгән тип фаразларға була. Был көндө император Александр I «...министерлыҡтар тарафынан мәғлүмәттәр бирергә...» тигән фарманға ҡул ҡуя. Һәр йылдың 20 сентябре, рәсми рәүештә иҫтәлекле көндәр исемлегенә индерелмәүгә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең статистика тармағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр тарафынан байрам итеп билдәләнә.

Тарихи Башҡортостанда статистиканың губерна комитеты 1835 йылдың 9 (21) мартында асыла. 1917 йылға тиклем губерна статистика комитетының рәсми етәксеһе губернатор булған.