Мамалыга
Мамалы́га — кукуруз ононан ҡаты итеп бешерелгән бутҡа; молдаван милли ашамлығы. Кавказ халыҡтарында киң таралған: грузиндарҙа (груз. ღომი [гоми]), абхаздарҙа (абх. абысҭа), абазиндарҙа (абаста, баста), адыгейҙарҙа (марэмысэ), чечендарҙа (чеч. ахьар худар — кукуруз ононан бутҡа), ингуштарҙа (журан-худар), осетиндарҙа (осет. мамæлайы къæбæр — һүҙмә-һүҙ «үлмәҫ өсөн киҫәк»)[1] һәм Одессала. Тәме, консистенцияһы һәм тышҡы күренеше буйынса бөтә бутҡаларҙан да айырыла. Балауыҙланған еп йәки махсус ағас бысаҡ менән теленә.
Әҙерләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Суйын һауытта (рум. ceaun) кукуруз оно, һыу, тоҙ һалып, махсус болғағыс таяҡ ярҙамында әҙерләнә. Икмәк урынына ҡулланыу өсөн бешергәндә мамалыга ҡуйы итеп эшләнә, һәм, итальян полентаһы кеүек, теленергә мөмкин. Башҡа маҡсатта әҙерләгәндә мамалыганы шыйығыраҡ итеп эшләйҙәр. Мамалыга ҡаймаҡ һәм брынза менән бирелә (рум. mămăligă cu brânză şi smântână). Ҡайһы берҙә мамалыганы тәрилкәгә ваҡлап һалып ҡайнар һөт менән бирәләр (рум. mămăligă cu lapte). Мамалыганан шулай уҡ кукуруз күмәстәре лә эшләйҙәр, бының өсөн мамалыганы киҫкеләйҙәр һәм майҙа йәки туң майҙа ҡыҙҙыралар. Мамалыга бик күп төр ашамлыҡтар составына инә, сөнки икмәкте алмаштыра. Шуларҙың береһе — мамалыга менән голубцы (рум. sarmale, сармале). Икенсе ашамлыҡ — булз (рум. bulz), мамалыганан эсенә брынза һәм май һалып бешерелгән бәләкәй шариктар. Мамалыга һыҙлыҡ, творог һәм сырҙар, бекон, йомортҡалар, бәшмәктәр, ҡурылған балыҡ һ.б. менән бирелергә мөмкин.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи мамалыга крәҫтиәндәрҙең икмәкте алмаштырған төп ризығы була. Мамалыганы шулай уҡ тарынан да эшләйҙәр. Молдаван кенәзлектәрендә кукуруз баҫыуҙары тураһында иң тәүге телгә алыу Дука Константин Георгиевич (1693-95) хакимлыҡ иткән осорға ҡарай. Кукуруз бик тиҙ тарала башлай, сөнки Ғосман империяһы уға һалым һалмай. Кукуруздан мамалыга тәме һәм туҡлыҡлылығы буйынса быға тиклем тарынан әҙерләнгән мамалыганан күпкә яҡшыраҡ була.
Мамалыга яна минең ирендәрҙә,
Мамалыга барыһын да дуҫлаштыра,
Һис кенә лә ярамай, ҡәҙерлем,
Һинең менән миңә үпкәләшеү.
Аҡ ашъяулығымды йәйәмен,
селтәр ситле ашъяулыҡ.
Мамалыгаға кил, ҡәҙерлем.
Аҡ ашъяулығымды йәйәмен,
селтәр ситле ашъяулыҡ.
Мамалыгаға кил, ҡәҙерлем.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көтөүселәрҙең мамалыга рецепты 2016 йыл 3 декабрь архивланған.
- «Мамалыгаға кил» Чепрага Надежда Алексеевна башҡарыуында.