Осетин теле
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Осетин теле | |
|---|---|
| Үҙатама: | Ирон ӕвзаг |
| Илдәр: | Рәсәй, Грузия[1] һәм башҡалар[2] |
| Рәсми статусы: | Рәсәй, Көньяҡ Осетия |
| Телде белеүселәрҙең дөйөм һаны: | 641 450 тирәһе кеше [2] |
| Классификация (?) | |
| Категория: | Евразия телдәре |
| Яҙма: | кирил әлифбаһы |
| Тел кодтары (?) | |
| ISO 639-1: | os |
| ISO 639-2: | oss |
| ISO 639-3: | oss |
Осетин теле (осетинса Ирон æвзаг) — Һиндевропа тел ғаиләһендәге Иран төркөмөнә ингән тел. Ул Рәсәйҙәге Төньяҡ Осетия рәсми теле булып һанала. Шулай уҡ ул Көньяҡ Осетияның рәсми теле.
Йөкмәткеһе |
Имлә [үҙгәртергә]
Хәҙерге осетин телендә кирил әлифбаһы ҡулланыла. Унда 43 хәреф бар.
| А а | Ӕ ӕ | Б б | В в | Г г | Гъ гъ |
| Д д | Дж дж | Дз дз | Е е | Ё ё | Ж ж |
| З з | И и | Й й | К к | Къ къ | Л л |
| М м | Н н | О о | П п | Пъ пъ | Р р |
| С с | Т т | Тъ тъ | У у | Ф ф | Х х |
| Хъ хъ | Ц ц | Цъ цъ | Ч ч | Чъ чъ | Ш ш |
| Щ щ | Ъ ъ | Ы ы | Ь ь | Э э | Ю ю |
| Я я |
Әйтелеү ҡағиҙәләре [үҙгәртергә]
Һуҙынҡы өндәре әйтелеше [үҙгәртергә]
Осетин телендә 5 көслө һуҙынҡы өндәре (а, е и, о, у) һәм 2 көсһөҙ һуҙынҡы өндәре (æ, ы) ла бар.
Көслө һуҙынҡы өндәр [үҙгәртергә]
- А хәрефе әйтелеше урыҫ баҫымлы а-ға яҡын. ХАФӘ-лә был өн [a] тип яҙыла. Мәҫәлән, гал [gal] — башҡ. үгеҙ, бал [bal] — башҡ. сейә
- Е хәрефе әйтелеше башҡортса һәм урыҫса э-гә, болгарса, сербсә һәм македонса е-гә яҡын. ХАФӘ-лә был өн [e] тип яҙыла. Е хәрефе йотациялы түгел. Мәҫәлән, Терк — башҡ. Терек (йылға)
- И хәрефе урыҫса баҫымлы и-гә яҡын. ХАФӘ-лә был өн [i] тип яҙыла. Мәҫәлән, Ир — башҡ. осетин, и — башҡ. бар
- О хәрефе урыҫ баҫымлы о-ға яҡын. ХАФӘ-лә был өн [o] тип яҙыла. Мәҫәлән, бон — башҡ. көн
- у хәрефе урыҫ баҫымлы у-нә яҡын. ХАФӘ-лә был өнө [u] тип яҙыла. Мәҫәлән бур — башҡ. һары (төҫ)
Көсһөҙ һуҙынҡы өндәр [үҙгәртергә]
- Æ хәрефе әйтелеше өлөшләтә урыҫ баҫымһыҙ а-ға яҡын. ХАФӘ-лә был өн [ɐ] тип яҙыла. А һәм Æ хәрефтәре әйтелеше айырыла (мәҫәлән, дар [dar] — башҡ. тот!, дæр [dɐr] — башҡ. дә)
- Ы хәрефе әйтелеше урыҫ ы-һынан айырыла, башҡортса ы-ға өлөшләтә генә яҡын. ХАФӘ-лә был өн [ɨ] тип яҙыла. Был хәреф урыҫ ноябрь һүҙендәге б һәм рь араһындағы өнгә йәки монстр һүҙенә т һәм р араһындағы өнгә яҡын. Мәҫәлән, ныр [nɨr] — башҡ. хәҙер, быру — башҡ. ҡойма[3]
- ↑ Көньяҡ Осетия менән
- ↑ 2,0 2,1 Ethnologue and bibliography information on Osetin.*
- ↑ Әйтелеү ҡағиҙәләре сығанағы: Осетин теле дәрестәре. Беренсе дәрес — Һуҙынҡы өндәр*.