Мамистов Михаил Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мамистов Михаил Владимирович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 26 апрель 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө лётчик
Уҡыу йорто Калужское авиационное летно-техническое училище[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены юбилейная медаль «В память 300-летия Санкт-Петербурга» Дуҫлыҡ ордены заслуженный мастер спорта СССР
 Мамистов Михаил Владимирович Викимилектә

Мамистов Михаил Владимирович (26 апрель 1965 йыл, Ленинград) — Рәсәй спорт самолеттары һәм планерҙары пилоты, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Павел Сухойҙың тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы («ОКБ Сухого») летчик-инструкторы, юғары пилотаж буйынса Рәсәй йыйылма командаһы осоусыһы, тренеры — Смолин В. В.

Юғары пилотаж буйынса ярыштар тарихында берҙән-бер 5 тапҡыр Европаның абсолют чемпионы һәм беренсе һәм әлегә берҙән-бер өс тапҡыр абсолют донъя чемпионы — өс тапҡыр юғары пилотаж наградаһы — күсмә Аресть Кубогы эйәһе, планерҙа юғары пилотаж буйынса ике тапҡыр донъяның абсолют чемпионы һәм Европаның абсолют чемпионы, Бөтә Донъя һауа уйындарының ике тапҡыр абсолют чемпионы (1997 йылда — идара ителеүсе планерҙарҙа, 2001 йылда — спорт самолеттарында), Рәсәйҙең 10 тапҡыр абсолют чемпионы.

Планерҙарҙа һәм самолеттарҙа юғары пилотаж буйынса Донъя, Европа чемпионаттарында, Бөтә Донъя һауа уйындарынада 50 алтын, 36 көмөш һәм 19 бронза миҙал яулаған.

Белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ленинград дәүләт университетын (1988) һәм Калуга авиация осоу-техник училищеһын (1997) тамамлаған.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Самолеттарҙа юғары пилотаж буйынса 3 тапҡыр абсолют донъя чемпионы (2001, 2011 йыл, 2017)
  • Самолеттарҙа юғары пилотаж буйынса 5 тапҡыр абсолют Европа чемпионы (2004, 2006, 2008, 2012, 2016)
  • Планерҙарҙа юғары пилотаж буйынса 2 тапҡыр абсолют донъя чемпионы (1995, 1997)
  • Планерҙарҙа юғары пилотаж буйынса абсолют Европа чемпионы (1996)
  • Планерҙарҙа юғары пилотаж буйынса беренсе Бөтә Донъя һауа уйындарының абсолют чемпионы (1997)
  • Самолеттарҙа юғары пилотаж буйынса икенсе Бөтә Донъя һауа уйындарының абсолют чемпионы (2001)
  • «Фристайл» программаһы буйынса 2003 йыл донъя чемпионы
  • Гран-при этабында еңеүсе (2007 й.), бер нисә тапҡыр Гран-при этабы призеры (2002, 2004, 2007)
  • Самолеттарҙа юғары пилотаж буйынса ун тапҡыр Рәсәйҙең абсолют чемпионы (1994, 1996, 1997, 1998, 2005, 2008, 2009, 2010, 2011, 2012)
  • Күсмә Аресть Кубогын (2001, 2011, 2017), Эрик Мюллер Кубогын (2000, 2001), Егоров кубогын (2001, 2003), Штроссенройтер Кубогын (2003) яулаусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Почет ордены (2002)
  • Дуҫлыҡ ордены (1996)
  • СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1996)
  • Халыҡ-ара авиация федерацияһының (ФАИ)Алтын авиация миҙалы (2012)
  • Тәүге өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы А. И. Покрышкин исемендәге миҙал (1997)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • FAI World Aerobatic Championships
  • Соревнования по высшему пилотажу
  • Авиационный спорт
  • Самолётный спорт
  • Планёрный спорт

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]