Марк Бернес

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марк Бернес
рус. Марк Берне́с
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 25 сентябрь (8 октябрь) 1911
Тыуған урыны Нежин, Черниговская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 август 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[3][2][4] (57 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[2]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе үпкә рагы[d]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө актёр, йырсы
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1969
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
 Марк Бернес Викимилектә

Марк Наум улы Бернес (тыуғанда ҡушылған исеме — Менахем-Ман Неухович Нейман[5][6][7]; 25 сентября [8 октября1911[8], 1969 йылдың 16 авгусында Чернигов губернаһының Нежин ҡалаһында[9], Мәскәү) — СССР-ҙың кино һәм дубляж актёры, йырсы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1965). Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1951). 1950— 1960 йылдарҙағы совет эстрадаһында халыҡ тарафынан иң ныҡ яратылған артистарҙың береһе, күренекле урыҫ шансоньеһын башҡарыусы [10]. Совет йыр классикаһының алтын фондын булдырыуҙа Бернес мөһим роль уйнай[11].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марк Наумович Нейман Рәсәй империяһының Нежин ҡалаһында тыуған. Уның атаһы — Неух Шмуэлевич (Наум Самойлович) Нейман (1877-1948[12]). Нежин ҡалаһы раввины Шнеерсондың кәнсәләрендә Бернестың ата-әсәһенең 1910 йылдың 15 октябрендә никахлашыуы тураһында яҙма (еврей генеалогияһы сайтында ҡарарға була JewishGen.org (Украинаның мәғлүмәттәр базаһы) бар. Атаһы: Неух Шмуэлевич Нейман, Могилев губернаһының Старобыхова ҡалаһы мещаны; әсәһе Фрума-Махля Липова Вишневская, Нежин ҡыҙы. Был атаһының өсөнсө никахы була. Шунда уҡ уның әсәһе һәм апаһының тыуыуы тураһында яҙма ла күрһәтелгән: әсәһе яғынан ҡартатаһы «Менахем-Ман» (Менахем-Менд)</ref>тип күрһәтелгән.[13] 1917 йылда, Марка биш йәш булғанда, ғаилә Харьков ҡалаһына күсеп килә.

1928 йылдан алып, Марк Бернес, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Марк «үҙ аллы тормошон театр афишалары йәбештереүҙән башлай»»[14]. Театрға саҡырыусы — «тере афиша» булып та эшләй. Театр техникумына уҡырға йөрөй башлай, бер үк ваҡытта Харьков ҡалаһындағы «Уссури» театрында статист була (Бернес уны хаталы «Миссури» тип атай) [15]). Шунда уҡ, ауырып киткән артисты алмаштырып, беренсе ролен уйнай һәм билдәле режиссёр Николай Николаевич Синельниковтың маҡтауҙарына лайыҡ була. Был осорҙа уның сәхнә тәхәллүсе (псевдонимы) — Бернес барлыҡҡа килә. 1929 йылда 17 йәшлек Марк Мәскәүгә килә, унда бер нисә театрҙа статист булып эшләй башлай, шул иҫәптән Бәләкәй театрҙа һәм Ҙур театрҙа. 1930-1933 йылдарҙа Корш театрында (Мәскәү драма театры) ҙур булмаған ролдәр уйнай, һуңыраҡ Николай Мариусович Радинды үҙенең уҡытыусыһы тип һанай. 1935 йылда кинола төшә. («Тотҡондар» (1936) һәм «Шахтерҙар» (1937) фильмдарындағы эпизодик ролдәрҙән һуң, «Мылтыҡлы кеше» (1938), «Истребителдәр» (1939), «Ҙур тормош» (1939) фильмдарында һиҙелерлек эштәр башҡара. Актёрҙың уйыны һөйкөмлөлөк һәм йылы юмор менән асыҡ айырылып тора. Марк Бернесҡа Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы кинотаҫмалар ҙур популярлыҡ килтерә. «Ике яугир» фильмында ул иҫ киткес дәртле һәм ябай итеп «Ҡара төн» йырын (Богословский Никита Владимирович музыкаһы, Владимир Гариевич Агатов һүҙҙәре), шулай уҡ «одесса йырҙарына» стилләштерелгән «Шаланды, полные кефали» ("Кефаль менән тулы шаландалар") йырын йырлай. Богословский фильмдарынан («Яратҡан ҡала», «Ҡара ҡурғандар йоҡлай», «Кефаль менән тулы шаландалар»), Бернес башҡарыуындағы йырҙар атаҡлы «Ҡара төн» радиоһынан яңғырай, Бернестың грампластинкалары яҙыла. Актёр һәм композиторҙың хеҙмәттәшлеге 1956 йылға тиклем дауам итә.

«Рәсәй эстрадаһының танылған йырсылары» серияһынан Марк Бернесҡа арналған Рәсәй почта маркаһы, 1999, 2 тәңкә (ИТЦ 538, Скотт 6543)

1943 йылдың 30 декабрендә Свердловск ҡалаһының Офицерҙар йортонда Марк Бернестың йырсы булараҡ тәүге концерты үтә, шунан һуң Урал буйлап концерт турнеһы башлана. Мәскәүҙә йырҙар башҡарыусы булып 1940-сы йылдарҙың аҙағында таныла, башта Ижад союзы Йорттарында ойошторолған кисәләрҙә сығыш яһай. Радиола «Күңелле артистар клубы» тапшырыуында үҙенең персонажы шофер Минутка исеменән («Бөйөк һынылыш», 1945) Борис Андреевич Мокроусовтың «Фронт шоферы йырын» («Путь-дорожка фронтовая», «Фронт юл-һуҡмағы»), Василий Павлович Соловьев-Седойҙың «В жизни таҡ случится» («Тормошта шулай була») һ.б. йырҙарын башҡара. Кинола төшөүен дауам итһә лә, Бернес үҙенең ижади ниәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн киң мөмкинлек биргән эстрадаға күберәк иғтибар бирә. Ул үҙ репертуарын булдырыу өҫтөндә әүҙем эшләй башлай. Музыкаға ла, шиғырҙарға ла юғары талаптар ҡуйып, артист шағирҙар һәм композиторҙар менән оҙайлы бәйләнештә эшләй. Бернес репертуарындағы 82 йырҙың 40-тан артығы уның заказы буйынса йәки уның ҡатнашлығында төҙөлгән.

19501960 йылдарҙа Марк Бернес кинола Умар Магомет ((«Далеко от Москвы» («Мәскәүҙән алыҫта»), Чубук («Батырлыҡ мәктәбе»), Родионов («Улар беренсе булды»), Огонек («Төнгө патруль») кеүек ҡатмарлы характерҙар тыуҙыра. 1953 йылдан алып Марк Бернес — КПСС ағзаһы.[16]. Был осорҙа Бернестың репертуары «Москвичи» (Эшпай Андрей Яковлевич — Винокуров Евгений Михайлович), «Если бы парни всей земли» (Соловьев-Седой Василий Павлович — Долматовский Евгений Аронович), «Я люблю тебя, жизнь» (Колмановский Эдуард Савельевич — Ваншенкин Константин Яковлевич) йырҙары менән тулылана.

1958 йылдың 17 сентябрендә бер үк ваҡытта ике үҙәк газета Бернесҡа ялған ғәйептәр ташлап, уны эҙәрлекләй башлай. Георгий Свиридов Васильевич «Правда» гәзитендә баҫылған «Искоренять пошлость в музыке» тигән мәҡәләһендә артисты ғәҙел булмаған һәм тенденциоз һөжүмдәргә дусар итә. А. Суконцева һәм Шатуновский Илья Миронович «Комсомольская правда» гәзитендә баҫылған «Звезда на „Волге“» фельетонында Бернестың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын, «үҙ-үҙен тотошо совет артисына ярашлы түгел» тип, максималь дөм-ҡараңғы тондарҙа яҙа [17]. Ошо һәм унан һуңғы бер нисә мәҡәләнең һөҙөмтәһе булып, Бернесты ысын барлыҡта радиотапшырыуҙарҙа ҡатнашыуҙан һәм грампластинкалар яҙмаларҙан тыйыу була. Әммә 1960 йылдан Бернестың тауышы тағы ла радио аша (популяр йәкшәмбе тапшырыуының төп йыры «С добрым утром!» (Фельцман Оскар Борисович музыкаһы, Фадеева Ольга Яковлевна һүҙҙәре) эстрадала яңғырай. Шул уҡ 1960 йылда «Мәскәү мюзик-холл» программаһында Лужники стадионында Бернес беренсе тапҡыр Матвей Исакович Блантерҙың Михаил Васильевич Исаковский һүҙҙәренә ижад иткән «Враги сожгли родную хату» йырын башҡарҙа, был йыр 15 йыл элек, 1945 йылда радио аша бер тапҡыр ғына (Нечаев Владимир Александрович башҡарыуында) яңғыраған була [18]). Хәҙер Бернес уның трагик мәғәнәһен аса һәм йырҙы популяр итә.

1961 йылда режиссёр Арманд Павел Николаевич, беренсе булып актёрҙы киноға төшөргә алыу тыйыуын боҙоп, үҙенең «Чертова дюжина» фильмында яҡшы күңелле өлкән йәштәге йәһүдтең комик ролен уйнарға саҡыра.

Һуңғы йылдарҙа Бернес тағы бик уңышлы эшләй, ил буйлап һәм сит илдәргә — Польша Халыҡ Республикаһы, Югославия Федератив Социалистик Республикаһы, Чехословакия Социалистик Республикаһы, Румыния Социалистик Республикаһы — концерттар менән сыға, киң мәғлүмәт сараларында донъя күргән күп һанлы һоҡланыу хистәрен ҡабул итеп, гастролдәрҙә йөрөй; Бөйөк Британия телевидениеһында сығыш яһай. Яңы «бернес» йырҙары ла барлыҡҡа килә: «Хотят ли русские войны» (Колмановский Эдуард Савельевич — Евтушенко Евгений Александрович), «Я пишу, извините меня» (Ян Абрамович Френкель — Ваншенкин Константин Яковлевич), «Я работаю волшебником» (Колмановский Эдуард Савельевич — Ошанин Лев Иванович) һ.б.). Дүрт сериялы «Щит и меч» фильмында (1968) кадр артында Бернес башҡарыуындағы «С чего начинается Родина» (Баснер Вениамин Ефимович — Михаил Матусовский Львович) тигән йыр яңғырай. 1969 йылдың 8 июлендә артист бер ниндәй дублһыҙ ғына Ян Абрамович Френкелдең Рәсүл Ғамзат улы Ғамзатов һүҙҙәренә яҙылған «Журавли» (Наум Гребнев Исаевич тәржемәһе) йырын яҙҙыра. Был Бернестың һуңғы яҙмаһы була.

Марк Бернес 1969 йылдың 16 авгусында, 58-се йәшендә, үпкәһендәге яман шештән үлә. Мәскәүҙең Новодевичий зыяратында[19] ерләнгән. Ерләгәндә (уның вафаты алдынан әйткән үтенесе буйынса) «Три года ты мне снилась», «Романс Рощина», «Я люблю тебя, жизнь» һәм «Журавли»[20] йырҙарының яҙмалары яңғыратыла.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Беренсе ҡатыны (1932 йылдан) — Полина (Паола) Семеновна Линецкая (1911-1956); ҡыҙы Наташа (1954 йылда тыуған) Мәскәү дәүләт университетының Көнсығыш телдәр институтын тамамлаған, Америка Ҡушма Штаттарында йәшәй.
  • Икенсе ҡатыны (1960 йылдан алып) — Лилия Михайловна Бодрова (1929-2006); тәрбиәгә алған улы Жан Люсьенович Бодров (1953 йылда тыуған, хәрби дирижер Чернецкий Семен Александровичтың ейәне), С. А. Герасимов исемендәге бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтының операторлыҡ факультетын тамамлаған, Мәскәүҙә йәшәй.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1936 "Заключенный"

1937 "Шахтеры"

1938 "Человек с ружьем"

1939 "Истребители" Сергей Кожухаров; «Любимый город» йыры

1942 "Дорога к звездам" генерал Кожухаров

1943 "Два бойца" Аркадий Зюбин; «Темная ночь», «Шаланды», с Л. Масохой: «Песня о Ленинград» йырҙары

1946 "Большая жизнь". 2-се серия инженер Петухов; «Наша любовь», «Три года ты мне снилась» йырҙары

Йыр репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Любимый город»— из кинофильма «Истребители» кинофильмынан (Н. В. Богословский муз., Е. А. Долматовский һүҙҙәре)

«Огонек» (Н. Богословский муз., Е. А. Долматовский һүҙҙәре)

«Темная ночь» (Н. Богословский муз.,В.Г. Агатова һүҙҙәре) «Два бойца» кинофильмынан

«Кефаль менән тулы шаландалар» (Н. Богословский муз.,В.Г. Агатова һүҙҙәре) кинофильма «Два бойца» кинофильмынан

«Три года ты мне снилось» (Н. Богословский муз., А. И. Фатьянов һүҙҙәре) «Большая жизнь. 2-се серия» кинофильмынан

«Песня о Родине» (А. Я. Эшпай муз., Л. И. Ошанин һүҙҙәре) «Ночной патруль» кинофильмынан

«Если бы парни всей земли» (В. Соловьев-Седой муз., Е. Долматовский һүҙҙәре)

«Я люблю тебя, жизнь» (Э. С. Колмановский муз., К. Я. Ваншенкин һүҙҙәре)

«Хотят ли русские войны» (Э. С. Колмановский муз., Е. А. Евтушенко һүҙҙәре)

«Убийцы ходят по земле» (Э. С. Колмановский муз., Е. А. Евтушенко һүҙҙәре)

«Тополя» (Я. Френкель муз., К. Я. Ваншенкин һүҙҙәре)

«Холода, холода» (В. Высоцкий муз., һүҙҙәре)

«Враги сожгли родную хату» (Прасковья) ( М. И. Блантер муз., М. Исаковский һүҙҙәре)

«С чего начинается Родина» (В. Е. Баснер муз., М. Матусовский һүҙҙәре) «Щит и меч» кинофильмынан

«Огромное небо» (О. Фельцман муз., Р. И. Рождественский һүҙҙәре)

«Журавли» (Я. Френкель муз., сл. Р. Г. Гамзатов һүҙҙәре Н. Гребнев тәржемәһендә)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #8452628 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #128959282 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  4. Mark Naumovich Bernes // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  5. План роботи виконавчого комітету Ніжинської міської ради на ІІ півріччя 2011 року 2019 йыл 28 март архивланған.
  6. Памятник Марку Бернесу в Нежине 2018 йыл 6 июль архивланған.
  7. В телепередаче «Марк Бернес. Мужской разговор» (Первый канал, 2007) без ссылок на источники была озвучена версия о том, что настоящее имя Бернеса не Марк, а Отто. Дочь Бернеса Наташа эту версию категорически опровергает. Составитель же сборника материалов о М. Бернесе К. В. Шилов видел детские фотографии Бернеса, на обороте которых его детским почерком сделаны надписи: «Маркъ Нейманъ».
  8. Ошибочная дата рождения 21 сентября указана в «Большой советской энциклопедии» и «Музыкальной энциклопедии» (т. 6, М., 1982), последнем издании Энциклопедического словаря «Кино» (М., 1986) и Лексиконе «Эстрада России. XX век» (М., 2000). Первое издание «Кинословаря» (т. 1, м., 1966) указывало дату рождения 8 сентября по новому стилю и 26 августа по старому. Дата рождения 25 сентября (8 октября) 1911 года подтверждается Записью акта о рождении № 84 от 30 сентября (13 октября) 1911 года в регистрационной книге нежинской синагоги (копия, выданная Нежинским ЗАГСом в 1973 году, хранится в Нежинском краеведческом музее им. И. Г. Спасского). Даты рождения 25 сентября (8 октября) 1911 года и смерти 16 августа 1969 года выбиты на надгробии М. Бернеса на Новодевичьем кладбище.
  9. Дату смерти Бернеса многие источники также указывают неверную — 17 августа (день, когда было официально сообщено о его кончине).
  10. Васильев А. Статья из буклета к компакт-диску «Неизвестный Бернес» (MOROS RECORDS, 2009).
  11. См. Я. Френкель. Честь певца. // Советская эстрада и цирк. — 1974. — С. 3—5.
  12. Неизвестный автор. О детстве и юности Марка Бернеса [Комментарий составителя] / В кн.: Марк Бернес в воспоминаниях современников. Составление, предисловие и комментарии К. В. Шилова. — М., 2005. — С. 408, сноска 11.
  13. Среди метрических записей семьи Нейман, доступных на сайте еврейской генеалогии JewishGen.org, имеется свидетельство о смерти в Нежине младшей сестры артиста четырёхлетней Любы Нейман 2 января 1917 года.
  14. Бернес. М. В редакцию газеты «Комсомольская правда» [8 декабря 1958 г.] / В кн.: Марк Бернес в воспоминаниях современников. Составление, предисловие и комментарии К. В. Шилова. — М., 2005. — С. 192.
  15. Бернес. М. О чём была бы песня // «Дошкольное воспитание», 1965, № 11. Цит. по: Марк Бернес в воспоминаниях современников. Составление, предисловие и комментарии К. В. Шилова. — М., 2005. — С. 21—24.
  16. БЕРНЕС Марк Наумович Кино: Энциклопедический словарь/Гл. ред. С. И. Юткевич; Редкол.: Ю. С. Афанасьев, В. Е. Баскаков, И. В. Вайсфельд и др.- М.: Сов. энциклопедия, 1987.- 640 с., 96 л. ил.
  17. «„Дело“ М. Бернеса» // Марк Бернес в воспоминаниях современников. — М., 2005. — С. 172—208.
  18. После возрождения песни Бернесом Нечаев сделал ещё одну запись с оркестром народных инструментов (первая была под фортепианный аккомпанемент), иногда звучавшую по радио и вышедшую на пластинке.
  19. Могила М. Н. Бернеса на Новодевичьем кладбище 2011 йыл 16 сентябрь архивланған.
  20. Марк Бернес в воспоминаниях современников. Составление, предисловие и комментарии К. В. Шилова. — М., 2005. — С. 407