Мифтахов Мансур Сәһәрйәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мифтахов Мансур Сәһәрйәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 июль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (76 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Мифтахов Мансур Сәһәрйәр улы (23 июль 1947 йыл) — ғалим-химик. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), химия фәндәре докторы (1988), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (1992).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мансур Сәһәрйәр улы Мифтахов 1947 йылдың 23 июлендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Боғҙан ауылында тыуа.

1965 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә һәм уны 1970 йылда тамамлай. 1972 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институтында эшләй.

1977 йылда «Синтез и исследование некоторых пи-комплексов переходных металлов с кремнийсодержащими лигандами» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, «Синтез и исследование модифицированных эйкозаноидов» темаһына докторлыҡ диссертацияһын Мәскәүҙә 1988 йылда Нескә химик технологиялар дәүләт университетында яҡлай.

1992 йылда «Полный синтез эйкозаноидов. Разработка высокоэффективных простагландиновых препаратов» тигән хеҙмәт өсөн М. С. Мифтахов коллегалары менән бергә Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

Мифтаховтың ғилми эшмәкәрлек даирәһе: түбән молекуляр биокөйләгестәр синтезы. Мифтахов тарафынан табыуы ҡыйын булған тәбиғи берләшмәләрҙе (нейраминидазаның карбоциклик ингибиторҙары, яман шешкә тәьҫир итеүсе эпотилон макролидтары, В гепатиты вирусына ҡаршы тороусы энтекавир карбонуклеозиды) синтезлау ысулдары табыла, медицинала ҡулланыла торған яңы берләшмәләр эшләнә. Мифтахов ҡатнашлығында ауыл хужалығы малдарының репродуктив системаһын дауалау өсөн клатрапростин, эстуфалан кеүек дарыуҙар табыла һәм уларҙы Рәсәйҙә етештереү үҙләштерелә.

Мансур Сәһәрйән улының уҡыусылары араһында 4 фән докторы һәм 20-ләгән фән кандидаты бар.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мифтахов Мансур Сәһәрйәр улы — 320-ләп ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән уйлап табыуҙарға 25 авторлыҡ танытмаһы авторы.

  • Простагландины и их аналоги в репродукции животных и человека. Уфа. 1989. Соавторы: Толстиков Г. А., Лазарева Д. Н., Помойнецкий В. Д., Сидоров Н. Н.
  • Простаноиды LXI. Энантиодивергентный синтез (+)- и (-)-9,11-дидезокси-9,11-этаноаналогов 15-простагландинэндопероксида и их С диастереомеров. Ж. орг. химии, 1993, т.29, вып.6, с.1122-1137. Соавторы: Валеев Ф. А., Гайсина И. Н., Шитикова О. В., Султанмуратова В. Р., Толстиков Г. А.
  • Простаноиды LXVI. A priori постулированные «9-LO простаноиды». Ж. орг. химии, 1997, Т.33, вып. 1, с.58-64. Соавторы: Имаева Л. Р., Фатыхов А. А., Ахметвалеев Р. Р.
  • Новые би- и трициклические хиральные блоки для таксола из камфоры. Ж. орг. химии, 1999, т.35, вып. 7, с. 1020—1024. Соавторы: Гайсина И. Н., Тихонов О. В., Селезнева Н. К., Абутков А. В., Фатыхов А. А., Спирихин Л. В.
  • Морские простаноиды. Успехи химии, 1994, т.63, вып. 6, с. 543—555. Соавторы: Толстиков Г. А., Акбутина Ф. А., Адлер М. Э.
  • Обзорная статья: Новые хлорированные циклопентеноны из гексахлорциклопентадиена: получение, химические свойства и использование в направленном синтезе. Известия Академии наук, Серия химическая, 2001, № 9, 1417. Соавторы: Ахметвалеев Р. Р., Акбутина Ф. А., Иванова Н. А.
  • Simple synthetic protocol for the preparation of enantiomeric 3-oxabicyclo[3.3.0]oct-6-en-2-ones // Tetrahedron Assymetry, 2008, V.19, N.9, P. 1094—1099. Соавторы: Gimazetdinov A.M., Vostrikov N.S.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (1992)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • [1] 2016 йыл 21 апрель архивланған. Башҡорт энциклопедияһы.
  • Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]