Миһранов Ғәлимйән Миһран улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миһранов Ғәлимйән Миһран улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1907
Тыуған урыны Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы
Вафат булған көнө 1986
Хәрби звание ефрейтор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Миһранов Ғәлимйән Миһран улы (1907-1986) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, ефрейтор, бронебойщик, гранатомётчик[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәлимйән Миһран улы Миһранов 1907 йылда Илсекәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, Илсекәй башланғыс мәктәбен тамамлаған.

Ғәлимйән Миһранов 1928 йылдың 10 октябрендә Мәсәғүт район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла, хеҙмәте тамамланғандан һуң запасҡа ҡуйыла.

1941 йылдың июнендә Салауат район хәрби комиссариаты саҡырыуы буйынса ҡарауыл ротаһында уҡсы сифатында 1942 йылдың июленә тиклем хеҙмәт итә. Артабан, 1943 йылдың октябрендә яраланғанға тиклем, 157-се гвардия уҡсылар дивизияһының танктарға ҡаршы орудиеһы ташыусыһы, бронебойщигы, гранатомётчигы була. 1943 йылдың октябренән 1944 йылдың мартына тиклем госпиталдә дауалана. 1944 йылдың мартынан алып сентябренә тиклем пулемётсы Миһранов 14-се уҡсылар полкы составында дошманға ҡаршы алыша.

Муйыны тәңгәле ҡаты яраланған яугир Ғәлимйән Миһранов 1944 йылдың сентябренән 1945 йылдың ноябренә тиклем 1030-сы эвакогоспиталдә оҙайлы дауалау курсын үтә. Бында ла 3049-сы хәрби склад ҡарауылсыһы була.

СССР Юғары Советының 1945 йылдың 26 сентябрь Бойороғо нигеҙендә, II төркөм инвалиды булараҡ, 1945 йылдың 10 ноябрендә демобилизациялана[2].

Һуғыштан һуң тыуған колхозында эшләй. Бригадир, звено башлығы була. Оҫта ҡуллы балтасы ауылдаштарына йорттар төҙөштө, яңаҡ һуҡты, тәҙрә рамдарын, ҡапҡалар эшләне. Алыштырғыһыҙ мал салыусы ла булды ул. Бесән әҙерләү ҡоралдарын (тырма, ағас һәнәктәр, салғы һаптары) яһаусы оҫта, йүнәтеүсе, салғы тапаусы, яныусы, ашнаҡсы ла булды[3].

Миһранов Ғәлимйән Миһран улы 1986 йылда вафат була. Тыуған ауылы зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миһранов Ғәлимйәндең өс ҡатыны булды. Тәүге ҡатыны Мәликәнән Нәзирә, Мәҙинә, Нәбирә, Хәмиҙә, Кәримйән, Мөхәмәтйән исемле ҡыҙ-улдары тыуа.

Икеннсе ҡатыны Мәүлиханан — Таңһылыу, Сабирйән, Сәмәрйә, Флүрә,

өсөнсө ҡатыны Ғәйниямалдан — Зарифа, Ғимран, Кинйәбикә,Тәғзимә, Зәфирә, Нәзифә, Нуриман тыуа.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
  • Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), с. 13 «Дизайн», 2015

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Память народа. Мигранов Галимьян Мигранович
  2. Память народа. Мигранов Галимьян Мигранович
  3. Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), с. 13 «Дизайн», 2015
  4. О награде