Монтаньяс-ду-Тумукумаки

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Монтаньяс-ду-Тумукумаки
порт. Montanhas do Tumucumaque
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны38 464 км²,
3 835 266 гектар
Нигеҙләнгән ваҡыты2003 йыл 
Урынлашыуы
1°50′ с. ш. 54°00′ з. д.HGЯO

montanhasdotumucumaque.blogspot.com
Бразилия
Точка
Монтаньяс-ду-Тумукумаки
 Монтаньяс-ду-Тумукумаки Викимилектә

Монтаньяс-ду-Тумукумаки (порт. Parque Nacional Montanhas do Tumucumaque — «Тумукумаки тауҙары»; tumukuˈmaki) — Бразилияның төньяҡ-көнбайышында, Амапа штатында урынлашҡан милли парк. Амазонияның ямғыр урмандары территорияһында урынлашҡан. Төньяҡта Суринам һәм Француз Гвианаһы менән сиктәш.

Монтаньяс-Ду-Тумукумаки паркында Бразилияның Амапа штатының иң бейек нөктәһе урынлашҡан (Тумук-Умак, порт. Serra do Tumucumaque, 701 м)[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бразилия хөкүмәте 2003 йылдың 23 авгусында Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды менән хеҙмәттәшлек иткәндән һуң Монтаньяс-ду-Тумукумакиҙы милли парк тип иғлан итә[2]. Ул 2003 йылда булдырылған Амапа биологик төрлөлөгө коридорының бер өлөшө булып тора һәм Амазонканың һаҡланған биләмәләр программаһы менән көйләнә. Идара итеү планы 2010 йылдың 10 мартында баҫылып сыға.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парк майҙаны — 38 800 км² (сағыштырыу өсөн, Бельгияның майҙаны — 30 528 км²). Ошоға бәйле Монтаньяс-ду-Тумукумаки тропик урмандарҙа урынлашҡан донъялағы иң ҙур милли парк булып тора[3]. Гвиана Амазонияһы милли паркы менән бергә дөйөм майҙаны 59 000 км² тәшкил итә. Был парктар төркөмө Бразилия-Венесуэла сигендәге парктар системаһынан бер аҙ ғына бәләкәйерәк (унда Parima-Tapirapeco, Serrania de la Neblina һәм Serra da Neblina милли парктары территорияһына 73 000 км² тура килә). Әммә һуңғылары, әлбиттә, бәләкәйерәк, әгәр Монтаньяс-Ду-Тумукумаки һәм Гвиана Амазонияһы парктарын Пара штатында күршелә урынлашҡан ҙур һаҡланған зоналар менән берлектә ҡараһаҡ, мәҫәлән, «Grão-Pará Ecological Station», «Maicuru Biological Reserve» һәм башҡалар. Шуныһы мөһим, был территорияларҙың барыһы ла тулыһынса тиерлек Гвиана таулығын ҡаплай — тәбиғәтте һаҡлау күҙлегенән иң ныҡ һаҡланған, һәм бер үк ваҡытта донъялағы дымлы тропик урмандарҙың иң әһәмиәтле экологик коридорҙарының береһе. Унда йәшәгән хайуандарҙың күп төрҙәре (башлыса балыҡтар һәм һыу ҡоштары) эндемик булып тора, йәғни планетаның башҡа өлкәләрендә йәшәмәй. Монтаньяс-ду-Тукумаки ягуарҙар, төрлө приматтар, һыу ташбаҡалары, бөркөттәр һәм агутиҙарҙың йәшәгән урыны булып тора.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кеппендың климат классификацияһына ярашлы, парк биомаларҙан Амазонияның ямғыр урмандарына күскәндә төньяҡ Бразилия өсөн дөйөм булған тропик муссон климаты зонаһына ҡарай[4]. Уртаса температура 25 °C тәшкил итә, ә яуым-төшөм күләме йылына 2000-3250 мм тирәһенд тирбәлә[5].

Монтаньяс-ду-Тумукумаки милли паркы өсөн (Суринам менән сиктәш) климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса максимум, °C 29,0 28,8 29,2 29,4 29,5 29,6 29,9 30,8 31,7 32,2 31,6 30,3 30,2
Уртаса температура, °C 24,2 24,1 24,3 24,5 24,5 24,4 24,4 24,7 25,2 25,8 25,7 25,0 24,7
Уртаса минимум, °C 20,7 20,8 21,0 21,4 21,3 21,0 20,7 20,6 20,4 20,9 21,0 21,0 20,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 111,2 116,3 168,1 226,7 348,5 231,1 189,4 105,8 76,9 38,4 43,8 75,9 1732,1
Средняя влажность, % 84,0 84,0 85,0 85,0 87,0 85,0 85,0 82,0 76,0 74,0 75,0 79,0 81,6
Сығанаҡ: NOAA[6]

Туризм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паркта туризм ике төрлө секторҙа тормошҡа ашырыла: Амапари секторында һәм Ояпок секторында[7]. Амапари секторында паркка Серра-ду-Навиу ҡалаһынан йәки Педра-Бранка-ду-Амапари муниципалитетынан (йәйге ваҡытта) барып етергә мөмкин[7]. Сәйәхәт Амапари йылғаһы буйлап алюминий кәмәләрҙә (Серра-ду-Навионан 90 км алыҫлыҡта) парк базаһына бара, унда Амазонка шарттарына яраҡлаштырылған кемпингта туҡталырға мөмкин. Йәйәүлеләр һуҡмағы, йылғаларҙа һыу инеү һәм хайуандарҙы һәм үҫемлектәрҙе күҙәтеү мөмкинлеге бар. Ояпок секторында Кашуэйра-ду-Анотайела лагерь ойошторорға мөмкин, ул Ояпок йылғаһы ҡушылдығы Анотайе йылғаһында урынлашҡан[7]. Был шарлауыҡ Ояпоки ҡалаһынан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан, уға алюминий кәмәләрҙә барып етергә мөмкин. Шулай уҡ Ояпок йылғаһының уң ярында, Камопи француз-гайана ерле общинаһы ҡаршыһында урынлашҡан Вила Бразил общинаһына барыу мөмкинлеге бар[7]. Вила Бразил халҡы, башлыса сауҙагәрҙәр, күрше илдең ерле халҡын хеҙмәтләндерә[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Brasil - Ampac (порт.). Дата обращения: 12 октябрь 2013. Архивировано 11 август 2013 года.
  2. Brazil creates largest tropical park  (инг.), NBC News / AP (Aug 22, 2003). 14 июнь 2021 тикшерелгән.
  3. Brazil creates largest rainforest reserve  (инг.), BBC News (23 August 2002). 14 июнь 2021 тикшерелгән.
  4. Hunter, Allice (2018-11-21), «English: Köppen climate types of Pará, Brazil.», <https://commons.wikimedia.org/wiki/File:Par%C3%A1_K%C3%B6ppen.svg>. Проверено 26 март 2019.  Архивная копия от 6 май 2022 на Wayback Machine
  5. Parque Nacional do Tumucumaque, Amapá (порт.). Amazônia de A a Z - Portal Amazônia (14 март 2016). Дата обращения: 26 март 2019. Архивировано из оригинала 14 март 2016 года.
  6. Tirios Region (82026) - WMO Weather Station (ингл.). NOAA. Дата обращения: 24 март 2019.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Parque Nacional Montanhas do Tumucumaque: Turismo (порт.). Parque Nacional Montanhas do Tumucumaque. Дата обращения: 2 сентябрь 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  8. ICMBio Brazil. Tumucumaque Mountais National Park Management Plan. — ICMBio, 2009. Архивная копия от 14 июнь 2021 на Wayback Machine

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Corredor de Biodiversidade do Amapá Biodiversity Corridor. — Belém: CI-Brasil, Governo do Amapá, Fundação Lee & Gund, 2007.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]