Монтаһиров Александр Әбүбәкир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Монтаһиров Александр Әбүбәкир улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 21 май 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Первоуральск, Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Силәбе дәүләт мәҙәниәт институты

Монтаһиров Александр Әбүбәкир улы (21 май 1955 йыл) — СССР һәм Рәсәй балет артисы, педагог-балетмейстер. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монтаһиров Александр Әбүбәкир улы 1955 йылдың 21 майында Свердловск өлкәһе Первоуральск ҡалаһында тыуған. 8 йәшендә цирк студияһына яҙыла, әммә бер йыл үткәс балет студияһына күсә, бында уның бейеүгә һәләте асыла[1].

1973 йылда Пермь хореография училищеһын (уҡытыусыһы И. И. Плахт) тамамлай һәм Силәбе опера һәм балет театры труппаһына ҡабул ителә. Уның тәүге башҡарылған партиялары: Рыбник («Тиль Уленшпигель», 1976, балетмейстер В. Н. Бутримович), Адам («Сотворение мира»/«Донъяның яралыуы», 1978, В. Н. Бутримович), Остап Бендер («Двенадцать стульев»/«Ун ике ултырғыс», 1986, балетмейстер А. Б. Петров). Башҡа партиялары: Альберт; Зигфрид һәм Ротбарт; Базиль; Касым («Материнское поле»/«Әсә яланы»), Ржевский («Гусарская баллада»/«Гусар балладаһы»); Ромео һәм Меркуцио; Модест Петрович һәм Артынов («Анюта»), Альфред («Дама с камелиями»/«Ханым камелиялар менән»). Монтаһиров 1995 йылға тиклем балеттың солисы булып ҡала. «Русский балет» энциклопедияһында раҫланыуынса, «тәбиғи булмышының йомартлығы Монтаһировҡа романтик пландағы, шулай уҡ гротеск-комедия партияларҙы ла бейергә мөмкинлек бирә»[2].

1988—1991 йылдарҙа Монтаһиров Силәбе опера һәм балет ҡарамағындағы балет студияһы менән етәкселек итә[2], 1995—2002 йылдарҙа Силәбе театры балет труппаһының художестволы етәксеһе була[1]. 2002 йылда Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының Ханты-Мансийск филиалында хореография кафедраһын етәкләй башлай[3].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны — балет артисы. Улы — Вадим Монтаһиров (инг.)баш. (1990 й.) — Англия Милли балетының төп бейеүселеренең береһе. Ҡыҙы — Силәбе опера һәм балет театры солисы[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 21 мая 2021 йыл 6 ноябрь архивланған. // balet24.ru
  2. 2,0 2,1 Мунтагиров, Александр Абубакирович // Русский балет. Энциклопедия. БРЭ, «Согласие», 1997
  3. 3,0 3,1 Александр Мунтагиров - репортаж телекомпании Югра