Моратов Рәфҡәт Ғәзимулла улы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Моратов Рәфҡәт Ғәзимулла улы (26 февраль 1954 йыл) — комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. КПСС-тың Салауат район комитетының беренсе секретары (1990 —1991), Салауат районы хакимиәте башлығы (1991—2000), ВЛКСМ-дың Салауат район комитетының беренсе секретары (1982—1985).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәфҡәт Ғәзимулла улы Моратов 1954 йылдың 26 февралендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Лағыр ауылында тыуған.
Урындағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында уҡый.
1981—1982 йылдар — «Лағыр» совхозында агроном, Сыбаркүл бүлексәһендә управляющий.
1982—1985 йылдар — ВЛКСМ-дың Салауат район комитетының беренсе секретары.
1985—1986 йылдар — КПСС-тың Салауат район комитетының бүлек мөдире.
1986—1990 йылдар — XXI партсъезд исемендәге колхоз рәйесе.
1990 йылдан Салауат район советы рәйесе, 2000 йылға саҡлы Салауат районы хакимиәте башлығы була.
2000—2003 йылдар — Өфө ҡалаһы Октябрь муниципаль районы хакимиәт башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары.
Башҡортостан Республикаһының 2-се класлы дәүләт советнигы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Хөкүмәтенең, Башҡортостан Хөкүмәтенең күп һанлы Маҡтау билдәләре һәм Грамоталары менән билдәләнгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Земля салаватская, земля батыра. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010 — с. 301.