Эстәлеккә күсергә

Моратов Юлай Хәким улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юлай Моратов
Исеме

Моратов Юлай Хәким улы

Тыуған көнө

21 май 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылы, Башҡорт АССР-ы

Вафат булған көнө

4 октябрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (66 йәш)

Вафат булған урыны

Сибай

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй флагы Рәсәй

Эшмәкәрлеге

уҡытыусы, композитор, йырсы

Наградалары һәм премиялары

РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992)

Моратов Юлай Хәким улы (21 май 1949 йыл — 4 октябрь 2015 йыл) — уҡытыусы, үҙешмәкәр композитор, йырсы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992). Үҙешмәкәр композиторҙарҙың асыҡ фестиваль-конкурсы лауреаты (2002).

  • Юлай Хәким улы Моратов 1949 йылдың 21 майында БАССР-ҙың Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында тыуған.
  • Сибай педагогия училищеһын (1968), ситтән тороп уҡыу дәүләт сәнғәт университетын (Мәскәү, 1969), Стәрлетамаҡ педагогия институтын (1973), Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын (1999) тамамлаған.
  • 1983 йылдан Сибай мәктәп-интернатында, 1996—2010 йылдарҙа Сибай педагогия колледжының баян һәм музыкала компьютер технологиялары класында уҡытыусы була.
  • Тыуған яғына, мөхәбәткә бағышланған ике йөҙҙән ашыу йыр авторы: «Ҡоштар китә», «Тирмән быуалары» (Р.Сурағол һүҙ.), «Төштәремә инһәң» (Р. Ураҡсина һүҙ.), һ.б.
  • Йырҙарын Айҙар Ғәлимов, Азамат Тимеров, Фәрүәз Урманшин, Алһыу Бәхтиева, Фәнис Сирбаев, Й. Нәҙершин, Гөлсөм Бикбулатова башҡара.
  • Сибай «Сулпан» балалар драма театрында ҡуйылған З. Фәйзуллинаның «Шалтай мажаралары», В. Н. Афониндың «Һәпрүш», Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Аҡ ҡалфаҡ» спектаклдәренә көй яҙған.
  • Республика һәм район гәзиттәрендә донъя күргән бихисап мәҡәләләр авторы.

Ҡатыны Айһылыу Солтан ҡыҙы менән 10 бала үҫтереп, бөтәһенә лә музыкаль белем бирәләр.

2015 йылдың 4 октябрендә Сибай ҡалаһында үлеп ҡала[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Баймаҡ — Сибай юлдары. Сибай, 1992
  • Тыуған яҡ. Учалы, 1996
  • Һыулүҙәккәй буйы. Өфө, 2004
  • Шат йырғанаҡ. Өфө, 2007.
  • Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.