Эстәлеккә күсергә

Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фатима Мостафина
Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 26 декабрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Диңгеҙбай ауылы, Николаевск өйәҙе, Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 ноябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы (26 декабрь 1913 йыл — 2 ноябрь 1998 йыл) — башҡорт ғалим-педагогы, совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1936—1944 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, 1951—1955 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире, 1955—1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. РСФСР-ҙың 5‑се саҡырылыш Юғары Советының Президиум ағзаһы, Башҡорт АССР-ының 4‑се, 6-сы һәм 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Философия фәндәре кандидаты (1950). РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1968), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). Ленин (1960) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971) ордены кавалеры.

Фатима Хәмит ҡыҙының әсәһе Мостафина Ғәзизә Ғабдрахман ҡыҙы

Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина 1913 йылдың 26 декабрендә Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең[1] Диңгеҙбай ауылында Хәмит һәм Ғәзизә Мостафиндар ғаиләһендә тыуған.

1921 йылғы аслыҡ ваҡытында Хәмит Мостафин аслыҡтан йонсоған ауыл халҡын йылы яҡтарға ебәреү хәстәрен күрә, власть органдарына күп тапҡыр мөрәжәғәт итә. Диңгеҙбай ауылы халҡының күбеһе, шул иҫәптән буласаҡ билдәле башҡорт шағиры Рәшит Ниғмәти ҙә, Украина ға ебәрелә. Мостафиндар ғаиләһе Урта Азия тарафтарына китә. Юлдар күптәр ваба (холера) ауырыуын йоҡтороп, үлеп ҡала. Хәмит Мостафин да сирләп, ҡатыны Ғәзизә менән балаларын сит тарафтарҙа ҡалдырып, вафат була[2].

Урыҫ телендә яҡшы ғына һөйләшкән Ғәзизә Мостафина ҡыҙы Фатима менән улы Әнүәрҙе Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһының балалар приютына урынлаштыра. 1926 йылда Мостафиндар Өфөгә килә, Ғөбәй һәм Һәҙиә Дәүләтшиндар ғаиләһендә йәшәй башлай. Фатима менәнә Әнүәр Өфөләге 1924 йылдан В. И. Ленин исемен йөрөткән башҡорт балалар йортонда тәрбиәләнә («Областная школа II ступени для детей- сирот башкир»). Ғәзизә Мостафинаны Өфөләге башҡорт балалар йорто директоры мәктәпкә йыйыштырыусы итеп эшкә ала, ҡыҙы Мәшүл менән икеһенә бер бәләкәй генә бүлмә бирә. Был осорҙа Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы комиссары урынбаҫары булып эшләгән Ғөбәй Дәүләтшин яҡташтарына бик ҙур терәк була[3].

1930 йылда В. И. Ленин исемендәге икенсе баҫҡыс мәктәп- балалар йорто Стәрлетамаҡҡа күсерелә, ундағы ошондай уҡ беренсе баҫҡыс уҡыу йортона ҡушыла. Фатима Мостафина икенсе баҫҡыс мәктәпте Стәрлетамаҡ ҡалаһында тамамлай, педагогия институтының әҙерлек курстарында уҡып, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.

1933—1935 йыл башына тиклем Ғөбәй Дәүләтшин Йылайыр зерносовхозы политбүлеге начальнигы була. 1930-сы йылдар башында Ғәзизә Мостафина Йылайыр игенселек совхозында слесарь булып эшләй. Был төбәктә Мостафина слесарь булып эшләгән берҙән-бер ҡатын булғанлыҡтан, уның нисек эшләгәнен күрергә теләп, совхозға килеп китеүселәр күп кенә була. Башҡортостандың көньяғына ул осорҙа Ырғыҙ-Кәмәлек буйынан башҡорттар күпләп күсенә.

Фатима Хәмит ҡыҙы 1933 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының химия-биология факультетын тамамлай. Өс йыл Белорет район-ара совет-партия мәктәбендә, рабфакта һәм педагогия техникумында уҡытыусы булып эшләй. Бында ул үҙен яҡшы уҡытыусы, бик әүҙем комсомолка, оҫта ойоштороусы итеп тә күрһәтә[4].

1936 йылда комсомол эшенә үрләтелә: ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының пионерҙар бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. 1938—1942 йылдарҙа — Өфө мәктәпкәсә йәштәге педагогия училищеһы уҡытыусыһы. 1942—1944 йылдарҙа — Өфөлә ВЛКСМ-дың Молотов район комитетының 1-се секретары, комсомол өлкә комитетының 1-се секретары.

1947 йылда ул Мәскәүҙәге КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһы аспирантураһына уҡырға инә һәм 1950 йылда философия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Аспирантының был уңышы менән ҡотлап, РСФСР-ҙың Педагогия фәндәре академияһы ағзаһы, профессор Александр Леонтьев: «Фатима Хәмит ҡыҙы, һеҙ — философия фәндәре кандидаты булған беренсе башҡорт ҡыҙы!» — тип, докторлыҡ диссертацияһын яҡларға тәҡдим итә. Әммә Ф. Х. Мостафинаны ВКП(б) Үҙәк Комитеты партия контроле комиссияһының Башҡортостан буйынса уполномоченныйы аппаратына эшкә алалар, фатир бирәләр. Йәнә бер йыл КПСС Үҙәк Комитеты аппаратында эшләгәндән һуң КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә[5]

Өфөлә ул партия өлкә комитетының ҡайтанан ойошторолған фән, мәктәптәр һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире булып эшләй башлай. Был яуаплы вазифала ла Фатима Мостафина үҙен эшлекле һәм сәйәси яҡтан белемле ойоштороусы итеп күрһәтә.

1955—1971 йылдарҙа, 16 йыл буйы, Фатима Мостафина Башҡорт АССР-ының мәғариф министры булып эшләй. Уның был яуаплы вазифаны биләгән осоро республика халыҡ мәғарифы үҫешенең тотош бер дәүере булып тора.
Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина тырышлығы менән республика өсөн бик кәрәкле уҡыу йорттары асыла: Башҡорт дәүләт педагогия институты (1967)(хәҙерге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты), Салауат, Сибай, 2- се һанлы Өфө педагогия училищеһы, Кумертау педагогия училищеһы; Өфө ҡалаһында космонавт В. М. Комаров исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы төҙөлә, республика ҡала һәм райондарында Балалар ижады үҙәктәре эшләй башлай.

Башҡорт АССР-ында милли мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалыу ҙа Фатима Мостафинаның тырышлығы һәм ныҡышмалылығына бәйле.

Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина Рәсәй тарихында мәғариф министры вазифаһында 16 йылдан артыҡ эшләгән берҙән— бер министр тип иҫәпләнә (И. Д. Делянов- 15 йыл, Д. А. Толстой- 14 йыл).

Фатима Мостафинаның эшмәкәрлеге Ленин һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены, Н. К. Крупская миҙалы менән билдәләнгән[6]. Уға «РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелгән.

1998 йылдың 2 ноябрендә Өфө ҡалаһында 85-се йәшендә вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ф. Х. Мостафина һәм республика етәкселәре алдынғы уҡытыусылар менән. 1970 йыл, Республика уҡытыусылар съезында

1971 йылда пенсияға киткәндән һуң Фатима Мостафина 10 йыл буйы РСФСР Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институты Башҡортостан филиалының (Ф. Мостафина һәм З. Аҡназаров тырышлығы менән асылған был институттың СССР-ҙағы тәүге филиалы) ғилми хеҙмәткәре була, республикала совет власы осоронда мәғариф үҫеше тарихын өйрәнеүгә арналған хеҙмәттәр яҙа.

Фатима Хәмит ҡыҙы Башҡортостандың педагогика фәненә тос өлөш индерә. Ул БАССР-ҙа белем биреү тарихы буйынса 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт яҙа, уларға ихтыяж бөгөн дә кәмемәй. Ул бер нисә ғилми проектты тормошҡа ашыра, Башҡорт АССР-ында мәғариф үҫешенең тарихына арналған ике монография сығара[7].

Фатима Хәмит Мостафинаның хәләл ефете — Закиров Абдулла Вәли улы, КПСС Өлкә Комитетының энергетика һәм коммуналь хужалыҡ бүлеге етәксеһе була. Уларҙың бер улы — Әнүәр донъяға килә, шулай уҡ яңғыҙ ҡалған яҡын туғанының улын да ҡарап үҫтерәләр. Өфө ҡалаһында йәшәгән Әнүәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшләй, әсәһенән алда донъя ҡуя. Уның өс балаһы затты дауам итә[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ленин ордены
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены
  • Н. К. Крупская миҙалы
  • РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы