Муллаҡай мәҙрәсәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Муллаҡай мәҙрәсәһе — XIXXX быуаттарҙағы мәҙрәсә, Ырымбур губернаһының, Верхнеурал өйәҙенә ҡараған Муллаҡай ауылындағы урта уҡыу йорто.

Мәҙрәсә тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Муллаҡай ауылы мәсете

Мәҙрәсә 1837 йылда хәҙерге Баймаҡ районы, элеккесә Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе Муллаҡай ауылында нигеҙләнгән. Нигеҙләүсеһе булып Сәйетбаттал хәҙрәт(Сәйетбаттал Нурмөхәмәтов) тора.[1].

Мәҙрәсә Ырымбур мосолмандар диниә назаратына ҡараған.

1924 йылда мәҙрәсә ябылған.

Уҡытыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәсеттә уҡытыу-тәрбиә эштәре менән мөҙәрис һәм имам-хатиб етәкселек иткән.

Мәҙрәсәлә ете йәштән алып ун бер йәшкә тиклемге (айырым осраҡта өлкәнерәктәр ҙә) малайҙар уҡыған. Уҡытыу бушлай ойошторолған. 7-10 йыл уҡығандар.

1891 йылдан йәдитселек уҡыу методикаһы индерелгән. Мәҙрәсәне тамамлаған уҡыусылар дини генә түгел, донъяуи белем дә алғандар.


« «Муллаҡай мәҙрәсәһендәге уҡытыу Бохара һәм Хәрәзем мәҙрәсәләрендәге кеүек ойошторолған булған.
»

Уҡытыу программаһына ғәрәп теле, логика (мантыйҡ), мосолман догматикаһы, ислам каллиграфияһы, төрки, фикх, хәҙистәр, Ҡөрьән тәсфире, шулай уҡ арифметика, астрономия, уҡытыу методикаһы, халыҡ медицинаһы нигеҙҙәре, педагогика, риторика индерелгән. Унан тыш өҫтәлмә рәүештә, геология нигеҙҙәре һәм тау эштәре, эш башҡарыу, буяуҙар әҙерләү, мәсеттәр төҙөү буйынса уҡытылған.

Йыл һайын 400 шәкерт уҡып сыҡҡан.

Мөғәллимдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөҙәристәр:

Муллаҡай мәҙрәсәһе менән Мифтахетдин Аҡмулланың эшмәкәрлеге лә бәйле.

Ҡыҙҙар төркөмө менән ахун Мәхмүт Дәүләткирәевтың ҡыҙы Рәйхан етәкселек иткән (1876−1917)[2].

Күренекле шәкерттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҙрәсәне тамамлаусылар араһында Әлмөхәмәтов Хәмит Хужиәхмәт улы, Ғәбдиев Шәһәрғәзи Шаһыбал улы, Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы, Ғәбит сәсән, Мәтинов Шаһишәриф Миҙәтғәли улы, Рәхимов Хәлиулла Мөхәмәтрәхим улы, Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы (Мөжәүир хәҙрәт), Шафиҡ Әминев-Тамъяни, Шәмиғол хәлфә, Юлыев Батыргәрәй Ғәбделмөхәмәт улы һәм башҡалар бар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. По другим сведениям, медресе было открыто Нур-Мухаммедом хазратом в 1818 году.//Кузнец башкирской интеллигенции. 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Кузнец башкирской интеллигенции. 2016 йыл 4 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]