Мөхәмәтйәнов Шәкирйән Юныс улы

Википедия – ирекле энциклопедия

Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Шәкирйән Мөхәмәтйәнов
Мөхәмәтйәнов Шәкирйән Юныс улы

Шәкирйән Мөхәмәтйәнов - (Шакирьян Мухамедьянов, Матросов Александр Матвеевич)Ҡунаҡбай ауылында тыуған.

1943 йылдың 23 февралендә Псков өлкәһе Чернушки ауылы өсөн һуғышта ул, уҡсылар полкының гвардия рядовойы, үҙ күкрәге менән дошман амбразураһын ҡаплай.

Бәләкәйҙән үк әсәйһеҙ ҡала. Ульяновск өлкәһе Иваново балалар йортонда, 1940-42 йылдарҙа Өфө хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә. Балалар йортонда Александр Матросов тигән яңы исем менән фамилия ала. Краснохолмск хәрби-пехота училищеһын тамамлағандан һуң, 1943 йылда Калинин фронтына ебәрелә. А.Матросов хеҙмәт иткән икенсе уҡсылар батальоны Чернушки янындағы иң мөһим һуғыш нөктәһендә ҡатнаша.

Үлгәндән һуң уға Советтар Союзы Геройы исеме һәм Ленин ордены бирелә.

А.Матросов исемен йөрөтөүсе 254-се гвардия уксылар полкы артабан да дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшеүен дауам итә.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

http://www.ufacity.info/bashkir/news/20060303_1.htm