Мөҡағали Маҡатаев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөҡағали Маҡатаев
ҡаҙ. Мұқағали Мақатаев
Файл:Mukagaly Makatayev's monument in Almaty.jpg
Исеме:

Мөхәмәтғәле Сөләймән улы Маҡатаев

Тыуған көнө:

9 февраль 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны:

Ҡаҙаҡ АССР-ы (Ҡаҙағстан) Нарынҡол районы
Ҡараһаҙ ауылы

Вафат булған көнө:

27 март 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (45 йәш)

Вафат булған урыны:

Ҡаҙаҡ ССР-ы Алматы

Мөҡағали Маҡатаев (Мөхәмәтғәле Сөләймән улы Маҡатаев; ҡаҙ. Мұқағали Мақатаев; 9 февраль 1931 йыл27 март 1976 йыл) — ҡаҙаҡ шағиры, яҙыусы һәм тәржемәсе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөҡағали Маҡатаев 1931 йылдың 9 февралендә Ҡаҙаҡ Автономиялы Социалистик Совет Республикаһының Алматы өлкәһе Нарынҡол районы Ҡараһаҙ ауылында тыуған.

1952—1969 йылдарда Ҡаҙаҡ радиоһында диктор булып, «Советтік шекара» (Советтик сик), «Социалистік Қазақстан» (Социалистик Ҡаҙағстан), «Мәдениет және тұрмыс» (Мәҙәниәт һәм тормош) гәзиттәрендә һәм «Жұлдыз» (Йондоҙ) журналында хеҙмәт итте. 1970 йылдан алып Ҡаҙағстан Яҙыусылар берләшмәһе ағзаһы.

Мөҡағали Маҡатаевтың әҫәрҙәре 1948 йылда баҫыла башлай. «Апассионата» (1962) поэмаһы менән наҡлы танылыу ала. Уильям Шекспирҙың сонеттарын, Уолт Уитмендың шиғырҙарын, Данте Алигьериның «Илаһи комедия»һын ҡаҙаҡ теленә тәржемә итә.

Маҡатаев 1976 йылның 27 мартында Алматы ҡалаһында вафат була. 1999 йылда Ҡаҙағстан хөкүмәте Ҡаҙағстан Республикаһының Дәүләт бүләген тапшыра[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Макатаев Мукагали // «Казахстан». Национальная энциклопедия. — Алматы: Қазақ энциклопедиясы, 2005. — ISBN 9965-9389-9-7.