Ҡаҙаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡаҙаҡтар
Abulkhair khan.jpgKurmangazy 175.jpgUSSR stamp Ch.Valikhanov 1965 4k.jpgAbaiPainting.jpgStamp of Kazakhstan kz626.jpgUtemisov Mahambet.jpgBekmambetov 2009.jpgAltynsarin.jpgKunaev.jpgSatpaev.jpg
Абулхаир-ханКурмангазыЧокан ВалихановАбай
Шакарим КудайбердиевМахамбет УтемисовАхмет БайтурсыновАлихан БукейхановМиржакип Дулатов
Тимур БекмамбетовИбрай АлтынсаринДинмухамед КунаевКаныш Сатпаев
Үҙ атамаһы Қазақтар, Qazaqtar, قزاقتر,
Айырыу Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан:  10 764 253 (1.01.2012)[1]

Flag of the People's Republic of China.svg Ҡытай:  1 462 588 (перепись 2010 г.)[2]

  • Flag of the People's Republic of China.svg Или-Ҡаҙаҡ автономиялы округы: 1 млн. самаһы

Үзбәкстан Үзбәкстан: 800 000  — 1 100 000[3]

Рәсәй Рәсәй:   647 732 (2010)[6], 653 962 (2002)

Монголия Монголия:  101 526[9]
Төрөкмәнстан Төрөкмәнстан:   до 40 000[10]
Ҡырғыҙстан Ҡырғыҙстан:   32 981[11]

Төркиә Төркиә: 10 000[12]
Иран Иран: 3 000 - 4 000[13]
Украина Украина:   5 526[14]
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ: до 3 000[15]
Беларусь Беларусь:  1 355 (2009 г.)[16]
Германия Германия: ок. 1 000[17]
Бөйөк Британия Бөйөк Британия: ок. 1000[18]

Таджикстан Таджикстан:   595[19]
Барлығы 14 млн. самаһы
Тел ҡаҙаҡ теле, урыҫ теле
Дин ислам суннизм
Раса тибы южносибирская раса
Телдәр ғаиләһе Алтай ғәйләһе

   Төрки телдәр
     Ҡыпсаҡ төркөмө

      Ноғай төркөмө
Туғандаш халыҡтар ноғайҙар, ҡараҡалпаҡтар

Ҡаҙаҡтар (ҡаҙ. қазақтар /qɑzɑqtɑr/; қазақ /qɑzɑq/) шулай уҡ ҡаҙағтар[сығанаҡ 179  көн күрһәтелмәгән]төрки телле халыҡтарҙың береһе, Ҡаҙағстандың аҫаба халҡы. Ҡаҙаҡтар шулай уҡ Ҡаҙағстан һәм Ҡытай, Рәсәй, Үзбәкстан, Төрөкмәнстан ,Монголия сиктәш райондарҙа йәшәйҙәр.

Ҡаҙаҡ һаны Ҡаҙағстанда 1989 й. — 6,5 млн, 2006 й. — 9,01 млн, 2009 й. — 10,1 млн кеше, РСФСР‑ҙа 1989 й. — 636 мең, 2002 й. РФ‑та — 654 мең, БР‑ҙа — 4,1 мең, ошоға ярашлы 2010 й. — 647,7 һәм 4,3 мең кеше.

Ҡаҙаҡтар БР‑ҙың Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ райондарында тупланып йәшәй. Ҡаҙаҡ бер өлөшө ҡаҙаҡ телен, бер ни тиклеме башҡорт телен,татар телен, күпселеге урыҫ телен белә һәм ҡаҙаҡ телен туған теле тип һанай.

Диндарҙарҙың күпселеге мосолман-сөнниҙәр (Ислам, Сөнниселек]). 14 б. аҙ. — 15 б. башында Ҡ. Ну'ғ'ай Ур'ҙ'а'һ'ы һәм Үзбәк ханлығы составына инә, 15 б. 2‑се ярт. Ҡаҙаҡ ханлығына берләшә. Уның эсендә 3 төркөм ҡәбилә берләшмәһе — Оло, Урта һәм Кесе йөҙҙәр барлыҡҡа килә. Кесе йөҙ башҡорттарҙың көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ ерҙәре менән сиктәш була. Урыны менән ҡаҙаҡтар йәйләгән ерҙәр Яйыҡтың урта ағымына һәм уның ҡушылдығы Илек йылғаһына (ҡара: Баш'ҡ'ортостан) үрге ағымына барып еткән. Ҡаҙаҡтар менән оҙайлы күрше булыу көньяҡ-көнсығыш башҡорттарҙың этник үҫешенә йоғонто яһаған. Б'ө'рй'ә'н,ҡ'ыпса'ҡ, табын ҡәбиләләре составында ҡаҙаҡтарҙа осраған “байулы” ырыу атамалары бар.

Ҡаҙаҡтар Ырымбур губернаһына күпләп күсенеүе 18 б. аҙ. башлана.

19 б. башында Ырымбур губ. Ҡ. һаны 20 мең тәшкил итә. Ҡ. йәйләүҙәре Иртыш, Ишем, Тубыл йй. тиклем һуҙылып, Волга һәм Урал йй. араһындағы көтөүлектәр өсөн бәхәс һәм бәрелештәргә килтергән.

Башҡорттар Ҡаҙаҡ йөҙҙәре хандарына барған Рәсәй хөкүмәте илселегендә ҡатнаша, Ҡаҙаҡтар Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеүенә булышлыҡ итә (ҡара: Алдар, Ғ.Ғә'бдр'ә'химов, Ә'белх'ә'йер һ.б.). Баш'ҡ'орт ихтилалдары (17—18 бб.) осоронда башҡорттар Рәсәй хөкүмәте ғәскәрҙәренән ҡасып, Ҡ. йәшеренгән.19 б. Ҡ. ерҙән файҙаланыуы 1808 й. указ м‑н көйләнгән, уға ярашлы Ҡ. һалым түләүҙән, йөкләмә үтәүҙән 10 йылға азат ителгән.

Күсмә малсылыҡ Ҡ. традицион шөғөлө булған. Башлыса йылҡы һәм һарыҡ, аҙыраҡ һыйыр малы, дөйә үрсеткәндәр. Тире эшкәртеү, кейеҙ баҫыу, сигеү, балаҫ һуғыу кеүек кәсептәр үҫешкән була. Ҡаҙаҡ традицион торамалары — ауыл. Тирм'ә (төрки халыҡтарҙағы кеүек кейеҙҙән эшләнгән, йыйып алынмалы ағас каркаслы) төп торла'ҡ булған. Ағастан һәм таштан, ерҙән һалынған өйҙәр ҙә билдәле. Ғәҙәти ирҙәр кейеме — күлдәк, бишмәт, ыштан. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың төп өҫ кейеме йөн һәм ебәк туҡыманан тегелгән халат булған. Баш кейеменән түбәтәй, кейеҙ эшләпә (ҡалпаҡ), йәнлек тиреһе ҡуйылған ҡышҡы бүрек киң таралған. Ғәҙәти ҡатын-ҡыҙ кейеме киң күлдәк, еңһеҙ камзул һәм ыштандан торған. Ҡатын-ҡыҙҙар күлдәк өҫтөнән сигеүле, уҡа, көмөш тәңкә м‑н биҙәлгән буҫтау йәки бәрхәт түшелдерек йөрөткән. Туй ваҡытында кәләш башына тәңкәләр, аҫыл таштар һәм сулпылар м‑н биҙәлгән бейек түбәле, буҫтау йәки бәрхәт ҡалпаҡ кейгән, кейәүгә сыҡҡан ҡатындар ситсанан, һирәк осраҡта ебәктән тегелгән, башын, күкрәген, арҡаһын ҡаплап, бите асыҡ ҡалдырылған аҡ көләпәрә йөрөткән. Ҡыҙҙарҙың ҡышҡы баш кейеме (бүрек, ҡамсат бүрек) йәнлек тиреһе м‑н ҡайылып, ҡаурый, сулпылар м‑н биҙәлгән. Көмөш һәм баҡыр беләҙек, балдаҡ, йөҙөк, һырға, ынйы, мәрйен, сәйлән муйынсаҡтар традицион биҙәүестәр һаналған. Сигеүле, көмөш ҡаптырмалы ҡайыш ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейеменең мотлаҡ элементы булған. Традицион ҡаҙаҡ аш-һыуында ит аҙыҡтары киң таралған: бишбармаҡ, туҡмас, былау. Һыйыр һәм һарыҡ һөтөнән айран, ҡатыҡ, ҡорот, сыр, бейә һөтөнән ҡымыҙ әҙерләгәндәр. Ғәҙәттә Ҡ. ғаиләһе күп (10 һәм унан да күберәк) балалы. Ғаилә ҡоҙалау б‑са барлыҡҡа килгән, ҡ'ы'ҙ' урлау йолаһы ла булған. Ғаилә мөнәсәбәттәрендә левират, сорорат һаҡланған. Мөлкәтте вариҫлыҡҡа алғанда минорат ҡағиҙәһе тотолған. Ҡ. иң сағыу йолалары туй үткәреү һәм бала тыуыу (бишек туйы) м‑н бәйле. Яҙ килеүгә арналған байрамдарҙың береһе булып науруз иҫәпләнә. Ураҙа ғәйете, Ҡорбан ғәйете кеүек дини байрамдарҙы билдәләгәндәр. Музыка ҡоралдарынан Ҡаҙаҡ думбыра, ҡумыҙ, һыбыҙғы һәм һорнай киң таралған. 2000 й. алып БР‑ҙа “Аҡ Бата” ҡаҙаҡ милли мәҙәниәте үҙәге эшләй. Тарихи яҡтан 3 илдән торғандар: Оло жуз, Урта жуз һәм Кесе жуз. Жуздар бөтөрөлғән Ҡаҙаҡ ханлығы нигеҙдә нигеҙләнғән. Ҡаҙаҡ теле төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмөнә инә. Ҡаҙаҡтарға иң яҡын туғандаш халыҡтар - нуғайҙар менән ҡараҡалпаҡтар.

Рәсәйҙә ҡаҙаҡтар һаны үзгәреүе[үҙгәртергә]

Рәсәйҙә ҡаҙаҡтар һаны үзгәреүе [20]
иҫәп алыуҙар буйынса
1939 1959 1970 1979 1989 2002
356 646 0,33 382 431 0,33 477 820 0,37 518 060 0,38 635 865 0,43 653 962 0,45

Милли ашамлыҡтар[үҙгәртергә]

Милли ашамлыҡтар башҡорттоҡона оҡшаш: бишбармаҡ, һурпа, ҡорот, ҡаҙылыҡ, айран, ҡымыҙ, бауырһаҡ, тултырма, ҡатыҡ, һағыҙ.

Ҡыуырҙаҡ (Куырдак)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Әҙә'б.: Толыбеков С.Е. Кочевое общество казахов в XVII — начале XX века: (политико-эконом. анализ). Алма-Ата, 1971; Султангалиева Г.С. Западный Казахстан в системе этнокультурных контактов (XVIII — начало XX вв.). Уфа, 2001.

М.Р.Мирх'ә'й'ҙә'рова, Р.З.Й'ә'н'ғ'ужин

  1. Агентство Республики Казахстан по статистике. Численность населения Республики Казахстан по отдельным этносам на 1 января 2012 года.
  2. Этнический состав населения КНР (на кит. языке)
  3. доля казахов в населении Узбекистана по данным переписей 1959—1989 гг. оставалась стабильной ок.4,1 % (существует оценка, приводимая ЦРУ, согласно которой в 1996 г. доля казахов сократилась до 3 %). Имеется официальная оценка Узбекистана (цит. по книге Е. Ю. Садовской «Миграция в Казахстане на рубеже XXI века : основные тенденции и перспективы» ISBN 9965-593-01-9), согласно которой в 1999 г. численность казахов составляла 940,6 тыс. чел. или 3,8 %. Если принять сохранение доли казахов на уровне 4,1 % (без учета репатриации части казахов-оралманов в Казахстан) и численность населения Узбекистана в середине 2008 г. в размере 27,3 млн чел., то численность казахов в Узбекистане составит ок. 1,1 млн чел., если же применить оценку доли казахов в 3 %, их число в середине 2008 составит ок. 0,8 млн чел. По данным Этнического атласа Узбекистана в 2000 г. в стране было 990 022 казахов
  4. 4,0 4,1 ЭТНОДЕМОГРАФИЧЕСКИЕ ПРОЦЕССЫ В СТРАНАХ БЛИЖНЕГО ЗАРУБЕЖЬЯ С.123
  5. Данные на 2008 год. Официальный сайт хокимията г. Ташкент
  6. Данные переписи населения РФ 2010 года
  7. 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 7,13 7,14 Всероссийская перепись населения 2010 г. Национальный состав регионов России
  8. 8,00 8,01 8,02 8,03 8,04 8,05 8,06 8,07 8,08 8,09 8,10 8,11 8,12 8,13 8,14 Всероссийская перепись населения 2002 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 24 декабрь 2009 тикшерелгән.
  9. Перепись населения Монголии 2010 года
  10. В 1995 году численность казахов составляла 86 987 чел [1] или 1,94 % населения. Впоследствии наблюдался массовый выезд казахов-оралманов в Казахстан: 22 тыс. до 2001 года и ещё 38-40 тыс. в период 2001—2007 гг. По сообщениям прессы [2], [3], [4] значительная часть казахов уже покинула Туркменистан
  11. Национальный статистический комитет Кыргызской Республики. Национальный состав населения. Оценка на 1 января 2012 года. По переписи 1999 г. в Киргизии было 42 657 казахов (Демографические тенденции, формирование наций и межэтнические отношения в Киргизии в 1926—2000 г. Демоскоп), численность казахов сокращается в результате выезда за пределы Киргизии, так в только за 2008 год убыль за счёт миграции составила 701 чел. или 2,1 % численности казахов (Распределение внешних мигрантов по национальностям в 2008 г.), в 2009 г. убыль составила 630 чел. или 1,9 % (Распределение внешних мигрантов по национальностям в 2009 г.), в 2010 г. — убыль 759 чел. или 2,3 % (Распределение внешних мигрантов по национальностям в 2010 г.). Определённое влияние на численность казахов оказывает и их ассимиляция.
  12. http://www.inform.kz/rus/article/2207298 По оценке лидера казахской общины в Турции, казахов в Турции проживет около десять тысяч, из них в Стамбуле — порядка двухсот семей.
  13. http://news.iran.ru/news/32852/ Казахи «ядерного» Ирана
  14. &n_page=5 Всеукраинская перепись населения 2001 года. Распределение населения по национальности и родному языку. Государственный комитет статистики Украины.
  15. Казахи в Америке
  16. Перепись населения Республики Беларусь 2009 года. НАСЕЛЕНИЕ ПО НАЦИОНАЛЬНОСТИ И РОДНОМУ ЯЗЫКУ. belstat.gov.by. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012.
  17. http://www.botschaft-kaz.de/ru/index.php?option=com_content&view=article&id=24&Itemid=35 Казахская диаспора в Германии
  18. http://www.neonomad.kz/neonomadika/kultura/index.php?ELEMENT_ID=4530 Сейчас в Лондоне проживает около 35 — 40 казахских семей, в целом наберется 300—400 этнических казахов. В свое время они переехали сюда из-за экономического кризиса в Турции, поэтому в Лондоне им приходилось начинать все с нуля, практически чернорабочими, поэтому вначале не все смогли дать своим детям хорошее образование. Некоторым приходится работать официантами в ресторанах и столовых. Есть занятые и в текстильной промышленности, — возможно, сказывается влияние турецкой индустрии. В последние два-три года 6 — 7 детей из казахских семей уже закончили универститет. Во всей Великобритании проживаает около 1000 казахский семьей.
  19. Том 3. Национальный состав и владение языками, гражданство населения Республики Таджикистан
  20. Ethnic composition of Russia (national censuses)

Һылтанмалар[үҙгәртергә]