Афшарҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Афшарҙар
Туған тел афшарский язык[d]

Афшарҙар — төрки телле халыҡ[1], уғыҙҙарҙың баштағы 24 ҡәбиләһенең береһе[2].

Тарихтан сығып, афшарҙарҙы туркомандарға (төркмәндәргә) индерәләр[3][4][5][6]; бөгөнгө афшарҙар, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа күрһәтелгәнсә — әзербайжан халҡының субэтносы[7][8][9][10],икенсе берәүҙәрҙең фекеренсә - улар айырым төрки халыҡ [11][12].

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афшарҙар тәүге тапҡыр «Диван лугат ат-Тюрк» китабында XII быуаттың төрки филологы Мәхмүд әл-Ҡашғари тарафынан телгә алына. XIV быуаттың фарсы энциклопедисы Рәшид әд-Дин үҙенең тарихи әҫәре «Джами әт-тауарих»та, «Уғыҙнамә» уғыҙ риүәйәттәренә таянып, ҡәбиләнең атамаһы уның башлығы Уғыҙ хандың ейәне Афшар хан исеменән килеп сыҡҡан тип һанай. «Афшар» һүҙе «буйһоноусан», «тыңлаулы» тигәнде аңлата[2]. Рәшид әд-Диндең «Уғыҙнамә»һенә ярашлы (1247—1317), «авшар» һүҙе тилбер һәм һунарға маһир тигән мәғәнә бирә [13].

Афшарҙар Урта Азиянан Алғы Азияға XIII—XIV быуаттар араһында күсенгән[14].

Дөйөм һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Телдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афшар телен синыфлаштырған фекерҙәр төрлө. Кемдер афшар телен төрки телдәрҙең уғыҙ телдәренең көньяҡ төркөмөндә айырым тармаҡ тип һанай [15][16][17][18]. Икенселәр афшар теле әзербайжан теле диалекты тип иҫбатлай.[19][20][21][22][23] Иранда һәм Афғанстанда таралған[15].

Йәшәгән урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иран Әзербайжанында, Ирандың төньяғында (шулай уҡ башҡа төбәктәрендә), Төркиәлә,Әзербайжанда ( Агджебедин районында), Афғанстанда Ҡабулға яҡын йәшәйҙәр. 1960-сы йылдарҙа (XX быуат) афшарҙарҙың һаны 350 мең кешенән күберәк ине человек[1].

Дин[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афшарҙар ислам тота, күбеһенсә шиғыйҙар.

Көнкүреш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афшарҙар ярымултыраҡ тормош рәүеше менән йәшәй, Кермандан көньяҡҡараҡ йәшәгәндәре  — күсмән һәм ярымкүсмән. Халҡы башллыса мал тотоп һәм игенселек менән шөғөлләнеп көн күрә.

Ырыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афшар ырыуҙары ошолай : алплу, арашлу, бекешлу, гюндюзлю, имирлю, кёсе ахмедлу, папалу, касемлу, кереклу һәм кирклу. Имирлу ырыуы, ихтимал, уғыҙ ҡәбиләләренең боронғо Имир ҡәбиләһенән сыҡҡандыр.Айналлу (башҡаса: инанлу, иманлу), усалу (иначе: усанлу) һәм устаджлу ырыуҙарын да афшарҙарға индерәләр[24].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иран шаһы Надир-шаһ, афшар ҡәбиләһенең иң билдәле вәкиле

Уғыҙҙарҙың 24 ҡәбиләһенең береһе булараҡ, афшарҙар Юлдуз быуынының Боҙоҡ йәки Буҙуҡ (буҙ уҡ) ҡанатына ҡарай. Афшарҙар сәлжүктәр династияһы яғында уғыҙҙарҙың Яҡын Көнсығышты яулау яуҙарында ҡатнашып, шул төбәккә тотош таралалар[2].XII быуатта Афшарҙар Хузестанда сәлжүк наместниктары булып таныла [2]. XIII—XIV бб. афшар этнонимы сығанаҡтарҙа ҡулланылмай, бының сәбәбе моғайын ул саҡтың тарихи сығанаҡтарында тәғәйен этнонимдар урынына ғәҙәттә томанлы ғына итеп бар төрки ҡәбиләләр өсөн дә «туркоман» атамаһы ҡулланылған[2].

Афшар атамаһы яңынан XIV—XV бб. күренә башлай, был ваҡытҡа улар Ирандың күп кенә төбәктәренә таралып өлгөрә,ә уларҙың юлбашсылары Кара-Коюнлу, артабан — Ак-Коюнлу династиһына араҡалашлыҡ күрһәтә[2]. Сефевиҙәр заманында афшарҙар кыҙылбаштар һәм шахсевендар ҡәбиләләре берлегендә күренекле урын тота, улары идаралыҡтағы хакимиәттең төп хәрби көсө булып тора. Сефевид дәүләтендә уларҙан бер нисә ҡорбашы ( шаһ ғәскәре башлығы) һәм күп һанлы ғәскәр командирҙары, төбәктәрҙә чиновниктар була. [2].

Сефевидтар осоронда дәүләт ҡоролошонда күренекле урын тотһалар ҙа, афшар ырыуҙары тарҡала башлай. Дәүләттең төрлө төбәктәрендә вазифа башҡарырға киткәндә ырыу башлыҡтары үҙҙәренең ырыуҙаштарынан хеҙмәтселәр һәм йәнһаҡсылар алып китә торғандар. [2].

1736 йылда афшар Надир Кули Бәк (Надир-шаһ) сефевид шаһы Тахмасп II-не һәм уның кесе йәштәге улы Аббаса III-нө тәхеттән төшөрә һәм үҙен Иран шаһы тип иғлан итә, шул рәүешле яңы династия - Афшариҙар барлыҡҡа килә.

Дворян тоҡомдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афшар ҡәбиләһенә шаһ, хан һәм бәк династиялары инә:

  • Афшариҙар — Персиялағы шаһ династияһы, 1736—1750 йй.идара иткәндәр.
  • Ҡараманиҙар[25][26] —Кесе Азия көньяғындағы Ҡараманидтар дәүләте бәктәре.
  • Джаванширҙар[27] — Ҡарабах ханлығы хан династияһы.
  • Ашурбәковтар — Баҡы тирәһендәге күп нефть промыслаларына хужа булған бәктәр тоҡомо.
  • Гермийаногуллары[28]
  • Урмия ханлығы хандары[29]
  • Зенгиҙар — Мосул (һәм Леванта) атабәктәре[30]

Афшар сығышлы билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Надир-шаһ Афшар — Иран шаһы, Афшаридтар династияһын башлаусы.
  • Панах-Али хан Джеваншир — Ҡарабах ханы , Джеванширҙар династияһынан.
  • Сара Ашурбәйли — әзербайжан тарихсыһы.
  • Игорь Ашурбейли — рәсәй эшҡыуары, хәрби НПО ОАО «ГСКБ „Алмаз-Антей“»ҙың Генераль директоры.
  • Махназ Афшар — иран актрисаһы.
  • Сафия Шахрияри Афшар — иран табибы һәм йәмәғәт эшмәкәре.
  • Натиғ Джамал — әзербайджан рәссам-баталисы.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Надир-шаһ
  • Афшариҙар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Афшары // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Энциклопедия Ираника. Статья: AFŠĀR 2011 йыл 29 апрель архивланған.
  3. Энциклопедия Британника. Статья «Iran», раздел: The Afghan interlude:

  4. Энциклопедия Ираника. Статья: NĀDER SHAH:

  5. «From multilingual empire to contested modern state», Touraj Atabaki, «Iran in the 21st Century: Politics, Economics & Conflict», ed. Homa Katouzian, Hossein Shahidi, (Routledge, 2008), 41.
  6. Michael Axworthy’s biography of Nader, The Sword of Persia (I.B. Tauris, 2006), pp. 17-19:

  7. Richard V. Weekes. Muslim peoples: a world ethnographic survey. AZERI. — Greenwood Press, 1978 — p. 56 — ISBN 9780837198804
  8. Российский этнографический музей. Афшары(недоступная ссылка).
  9. Азербайджанцы // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  10. Britannica Micro.: v. 1, p. 698
  11. М. С. Иванов «История Ирана», стр. 4, Издательство МГУ, 1977 г.:

  12. Энциклопедия Ираника, статья: Iran v. Peoples of Iran (1) a General Survey, автор — Richard N. Frye:

  13. Рашид ад-Дин «Огуз-наме», часть 3 «Возвращение Огуза на родину и последние годы его жизни»:

  14. Петрушевский И. П. Очерки по истории феодальных отношений в Азербайджане и Армении в XVI - начале XIX вв. — Л., 1949. — С. 48.:

  15. 15,0 15,1 Энциклопедия Британника. Статья: Turkic languages, раздел «Classification»:

  16. Энциклопедия Ираника. Статья: Turkic languages of Persia: An overview
  17. Larry Clark «Turkmen Reference Grammar», стр. 19, Otto Harrassowitz Verlag, 1998
  18. Lars Johanson, Éva Csató «The Turkic Languages», стр. 82, Taylor & Francis, 1998
  19. Azerbaijani, South.
  20. Afghanistan Foreign Policy and Government Guide. — С. 172.
  21. Ahmad Hasan Dani, Vadim Mikhaĭlovich Masson, Unesco. History of Civilizations of Central Asia: Development in contrast : from the sixteenth to the mid-nineteenth century. — С. 724
    ...Afshari (a variant of Azarbaijani still spoken by the Afshars in a village that is now part of northern suburb of Kabul)
    .
  22. Fascicle 3. — VIII. Azeri Turkish (author G. Doerfer), pp. 245–248. // Encyclopaedia Iranica. Volume III: Atas-Bayhaqi, Zahir-Al-Din. Edited by Ehsan Yarshater. New York: Bibliotheca Persica Press, 1989, 896 pages. ISBN 9780710091215
    ... Azeri dialects. We may distinguish the following Azeri dialects (see Širäliev, 1941 and 1947): (1) eastern group: Derbent (Darband), Kuba, Shemakha (Šamāḵī), Baku, Salyani (Salyānī), and Lenkoran (Lankarān), (2) western group: Kazakh (not to be confounded with the Kipchak-Turkic language of the same name), the dialect of the Ayrïm (Āyrom) tribe (which, however, resembles Turkish), and the dialect spoken in the region of the Borchala river; (3) northern group: Zakataly, Nukha, and Kutkashen; (4) southern group: Yerevan (Īravān), Nakhichevan (Naḵjavān), and Ordubad (Ordūbād); (5) central group: Ganja (Kirovabad) and Shusha; (6) North Iraqi dialects; (7) Northwest Iranian dialects: Tabrīz, Reżāʾīya (Urmia), etc., extended east to about Qazvīn; (8) Southeast Caspian dialect (Galūgāh). Optionally, we may adjoin as Azeri (or “Azeroid”) dialects: (9) East Anatolian, (10) Qašqāʾī, (11) Aynallū, (12) Sonqorī, (13) dialects south of Qom, (14) Kabul Afšārī. ...
    .
  23. Азербайджанский язык // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  24. Энциклопедия Ираника. Статья: AFŠĀR 2011 йыл 29 апрель архивланған..

  25. A short history of Turkish-Islamic states (excluding the Ottoman state) The Karamanids were descendants of the Afshar tribe of Oguz Turks
  26. К. Босворт «Мусульманские династии» Караманиды. Они происходил по видимому из туркменского племени афшар. стр. 183
  27. George A. Bournoutian «Qarābāghʹnāmah Jamāl Javānshīr Qarābāghī» from the Javanshir tribe of Dizak, from the of Sarijalu, which was a group within the Bahmanli, tribe, who, in olden days, had come, from Turkestan. They were a part of the famous Afshar tribe.
  28. M. Ocak «The Turks: Middle ages»
  29. «The Encyclopaedia of Islam», Том 10.
  30. C. E. Bosworth «The Turks in the Early Islamic World»