Сүриә төркмәндәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сүриә төрөкмәндәре
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 100 меңдән 200 меңгә тиклем
Сүриә Сүриә

Тел

төрөк, ғәрәп

Дин

Ислам, өлөшләтә шиғыйҙар)

Халыҡ

Төркиҙәр

Сүриә төркмәндәренең һуңғы флагы, Сүриә төркмән ассамблеяһы тарафынан Чобанбеела конгреста (18.11.2018) ҡабул ителә. Флагындағы күк төҫ төрки сығышты, ҡыҙыл — һәләк булғандарҙың ҡаны, аҡ — дөйөм кешелек ҡиммәттәрен символлаштыра[1].
Сүриә төркмән ассамблеяһы (уртаһында ике башлы сәлжүк бөркөтө) ҡабул иткән рәсми флаг
Сүриә төркмәндәре флагының альтернатив варианттары

Сүриә төркмәндәре йәки сүриә төрөктәре йәки сүриә төркмәндәре (төр. Suriye Türkmenleri, Suriye Türkleri) —хәҙерге Сүриә территорияһында йәшәгән төрки халыҡ.

Төркмәндәрҙең хәҙерге Сүриә ерҙәренә килеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркмәндәр Сүриәгә XI быуаттан иртәрәк килә. Уларҙың бында күсенеүе сәлжүктәр менән Византия империяһының Манцикерт янындағы алышынан һуң көсәйә (1071). Бынан һуң Триполи, Дамаск, Латакия, Алеппо, Хама, Хомс һәм Кунейтра ҡалаларында төпләнгән төркиҙәр Сүриәне тулыһынса үҙ контроленә ала.

1072 йылда сәлжүк солтаны Мелик Шаһ I төркмән ғәскәрҙәре ярҙамында Төньяҡ Сүриәне һәм Фәләстиндең бер өлөшөн баҫып ала[2]. XII быуатта Сәләх әд-Дин берләштергән төркмән ҡәбиләләре төбәк өсөн тәре йөрөтөүселәргә ҡаршы көрәшкә ҙур өлөш индерә. XIII быуат уртаһында мәмлүк дәүләте был территорияла үҙ власын урынлаштыра. Ғосман империяһы осоронда хәҙерге Сүриә территорияһына, атап әйткәндә, Алеппо, Хама, Латакия, Хомс һәм уларҙың өлкәләренә хаж ҡылыусы төрөк хаж ҡылыусыларының мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн юлланалар.

1337 йылда Сүриә төркмәндәре Шамда (Сүриә) Дулкадиридтар бейлеген ойоштора. 1516 йылда Мардж Дабиҡ янындағы алышта ғосмандар мәмлүктәрҙе тар-мар итәләр, һәм был биләмәлә 400 йылға Ғосман власы урынлаштырыла. Урындағы халыҡҡа төркиҙәрҙең мәҙәниәте көслө йоғонто яһай. 1914 йылғы Беренсе донъя һуғышының аҙағына тиклем Сүриә төркиҙәрҙең мәҙәни, социаль, иҡтисади йоғонтоһо аҫтында үҫешә.

1936 йылдан алып Сүриә төрөкмәндәренә туған телендә һөйләшеү һәм туған телдә әҙәбиәт сығарыу тыйыла. Һәр төрлө мәҙәни хоҡуҡтан мәхрүм ителгән төркмән аҙсылығы төрөкмән телендә белем биреү хоҡуғынан да мәхрүм ителә. Сүриә төркмәндәренә үҙ тауыштарын биреү өсөн түңәрәктәр һәм партиялар, берекмәләр булдырыу тыйыла. Әммә Бәшәр Әсәд осоронда төп хоҡуҡтар һәм Сүриә төркмәндәренең бойондороҡһоҙ үҫеше өлкәһендә һиҙелерлек йомшартыуҙар яһала.

Сүриә төркмәндәренең бөгөнгө хәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта Сүриә төрөкмәндәре башлыса Латакия һәм Алеппо провинцияларында йәшәй. Сирияла Граждандар һуғышы башланыу менән уларҙың вәкилдәре Дамаскиҙа үҙәк хөкүмәткә ҡаршы һуғыша[3]. 2011 йылда Төркиәлә «Сүриә төркмәндәр хәрәкәте», ә бер йылдан һуң Төркиәнең рәсми властары тарафынан хупланған «Сүриә төркмән платформаһы» ойошторола[4].

Сүриә төркмәндәре башлыса аяҡ кейеме эше менән шөғөлләнә, уларға Алеппоның аяҡ кейеме заводтары ҡарай, был заводтарҙа эшләүселәр ҙә ошо милләт вәкилдәре.

Шулай уҡ улар араһында мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, сәйәсмәндәр, хәрбиҙәр бар. Мәҫәлән, Сүриәнең элекке оборона министры Хәсән әт-Төркмәни (Төрк. Hasan Türkmen) — Сүриә төркмәндәрҙең береһе.

Теле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сүриә төркмәндәре теле — төркмән теле диалекты, ғәрәп теле һиҙелерлек йоғонто яһаған. Сүриә төркмәндәренә Төркмәнстандың Балҡан виләйәте һәм Иран төркмәндәре теле яҡыныраҡ.Сүриә-төркмән диалекттары, уларҙың грамматик, фонетик һәм лексик үҙенсәлектәре һәм һөйләүселәр һаны тураһында ентекле мәғлүмәт юҡ.

Билдәле вәкилдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.facebook.com/story.php?story_fbid=1488458057964308&id=261942290615897 Архивная копия от 17 август 2020 на Wayback Machine Suriye Türkmen Meclisi المجلس التركماني السوري На Фейсбук
  2. История Востока. — Восточная литература, 1995. — Т. 2: Восток в средние века. Архивная копия от 6 октябрь 2014 на Wayback Machine
  3. Турецкая родня на юге: сирийские туркмены. Дата обращения: 28 ноябрь 2015. Архивировано 28 ноябрь 2015 года.
  4. Эрдоган: Полцарства за сирийских туркменов. Дата обращения: 28 ноябрь 2015. Архивировано 28 ноябрь 2015 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • А. Н. Самойлович. Турецкие числительные количественные и обзор попыток их толкования, с. 135—156 // Языковедные проблемы по числительным. 1. Сборник статей. Л., Инт литератур и языков Запада и Востока при Ленингр. гос. ун-те, 1927;
  • Э. В. Севортян. Этимологический словарь тюркских языков. Общетюркские и межтюркские основы на буквы «Л», «М», «Н», «П», «С» Издательство: М.: Восточная литература РАН, 446 страниц; 2003