Ҡараманлылар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡараманлылар
Һаны һәм йәшәгән урыны

Греция Греция

Тел

грек теле, ҡараманлы

Дин

православие

Раса тибы

европеоид

Ҡараманлылар ареалы
Ҡәбер ташында табылған ҡараманлы төрөк телендәге яҙыу Яалова-Елмалык,Төркиә

Ҡараманлы (төр. Karamanlılar, грек. Καραμανλήδες) — грек православие динендәге төрки телле этник төркөм, 1920-се йылдарға тиклем Үҙәк Анатолияның Ҡараман ҡалаһында һәм Каппадокия өлкәһендә йәшәй. Халыҡ менән грек-төрөк алмашыуы һөҙөмтәһендә Грецияға күсереләләр һәм бөгөн был илдең территорияһында йәшәйҙәр.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡараманлы термины Ҡараман бейлегенән килеп сыҡҡан. Башта был термин Ҡараман ҡалаһы йәки районы халҡына ғына ҡағыла.

Сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡараманлыларҙың килеп сығышы тураһында элек-электән бәхәстәр бара. Был турала ике төп теория бар. Береһе буйынса, ҡараманлылар — төркиләшкән гректар, сөнки улар православие динен тотҡан һәм төрөксә яҙыу өсөн грек алфавитын ҡулланған. Икенсе мәғлүмәттәр буйынса, ҡараманлылар — XIII быуатта монголдарҙың баҫып инеүе һөҙөмтәһендә бында күсеп килә һәм тәңреселектән православие диненә күскән төрки ҡәбиләләренең вариҫтары.

Теле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрөк тел белгестәре күҙлегенән ҡарағанда ҡараманлы теле — төрөк теле диалекты. Грек теленән бик күп субстрат лексикаһы бар. Британия археологы Ричард Докинз 1909—1911 йылдарҙа Ҡараманлы православие христиандары[1] араһында сәйәхәт итә. Был сәфәрҙән һуң ул Измит һәм Бурсаға килә һәм төрөк телендә һөйләшкән грек ауылдары булыуы тураһында белдерә[2]. Уның һүҙҙәренсә, бындағы грек теле ҡараманлы православие христиандары һөйләшкән телгә бик яҡын. Хатта Докинз да, уларҙың теле Азия халыҡтары теленә һәм грек теленән айырылып тора, тип раҫлай. Мәғлүм булыуынса, Бурсa, Измит һәм Яловaнан тыш, Изникта төрөк яҙмаларын грек хәрефтәре менән ҡалдырған христиан төрөктәр йәшәгән[3][4][5].

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лозанна килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң (1923), халыҡ менән алмашыу ваҡытында Ҡараманлылар Төркиәнән Грецияға күсерелә (башлыса Македония һәм Фракия төбәктәренә). Төркиәлә караманлылар ҡалмаған тиерлек.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. XIX. yüzyıla kadar genel olarak iç ve güneybatı Anadolu’da yaşayan Hristiyan Türkler olan Karamanlı Rumlar olarak adlandırılmışlardır. Karamanlılar için bkz. Baykurt, a.g.e., s. 22; Ferruh Ağca, «Hıristiyan Karamanlı Türkleri ve Karamanlı Ağzı Üzerine», Türkbilig, Sayı: 11, Ankara 2006, s. 3; Eröz, a.g.e., s. 30; Aydın, «a.g.m.», s. 13; Vryonis, a.g.e., s. 452—455.
  2. R.M. Dawkins, Modern Greek In Asia Minor, Cambridge University Press, Cambridge 1916, s. 37.
  3. Semavi Eyice, «Anadolu’da Karamanlıca Kitabeler (Grek Harfleriyle Türkçe kitabeler II)», Belle- ten, C. XLIV, S. 176, Ekim 1980, s. 683; Semavi Eyice, «Anadolu’da Karamanlıca Kitabeler (Grek Harfleriyle Türkçe Kitabeler)», Belleten, C. XXXIX, S. 153, Ocak 1975, s. 25-56
  4. Anastasios Iordanoglou, «A Karamanlidic Funerary Inscription (1841) In Nicea (İznik) Museum», Balkan Studies, Cilt: 19, Selanik 1978, s. 185—191
  5. Cihan YALVAR "ANADOLU'DA SON TÜRK İSKÂNI İZNİK İMPARATORLUĞU'NDA KUMAN-KIPÇAKLAR: XIII. YÜZYILDAN XX. YÜZYILA KADAR YALOVA KAZIMİYE (YORTAN) İLE ELMALIK (SARUHANLI) KÖYLERİNDEKİ VARLIKLARI, Türk Dünyası Araştırmaları Ocak - Şubat 2021, Cilt: 127, Sayı: 250, Sayfa: 11-36".

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]