Айран

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Айран — әсе ҡатыҡты туғып, һыу ҡушып эшләнгән эсемлек. Башҡорт аш‑һыуында һыуһын ҡандырыусы традицион эсемлек. Һыу ҡушылған әсе ҡатыҡтан ғибәрәт. Башҡортостандың көнбайышында, көньяғында һәм көнсығышында май бешкәндә айырылып сыҡҡан әскелтем шыйыҡлыҡты ла айран (май айраны) тип йөрөтәләр. Күп кенә төрки халыҡтарҙың аш‑һыуында, шулай уҡ мариҙарҙа, мордваларҙа һ.б. таралған.