Ҡымыҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ҡымыҙ— бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән күпереп торған аҡ төҫтәге эсемлек. Ҡымыҙҙы иң беренсе күсмә халыҡтар эшләргә өйрәнгәндәр һәм уңы эшләү ысулын быуаттар буйына сер итеп һаҡлағандар.

Mare milking Suusamyr.jpg
Kumis.jpg

Рәсәйҙә ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы тәүге тапҡыр 1890 йылда С. Аксаковтың ейәнсәре О. Аксакова тарафынан төҙөлә. 1892 йылда Шафран тимер юл станцияһы тирәләй санаторийҙар селтәре барлыҡҡа килә. 1898 йылда Андреевский санаторийы асыла. Бөгөн Башҡортостан ҡымыҙ менән дауалау үҙәге булып тора. «Шафран», «Йоматау», «Алкино», «Глуховская», «Чехов», «Аксаков» исемендәге шифаханалар һәм башка ойошмалар бар. Шәхси эшҡыуарҙарҙа ҡымыҙ етештереү эшенә ҡушала.

Ҡымыҙ тарихынан[үҙгәртергә]

Ҡымыҙ тураһында иң беренсе яҙманы Геродот (б.э.т. 484—424 й.) ҡалдырған. Ул скифтарҙың ағас батманда ҡымыҙ бешеүҙәре тураһында яҙған.

Ҡымызҙы әсетеү һәм уның кеше организмына тәьҫире хаҡында 1253 йылда француз сәйәхәтсеһе Вильгельм Рубрикиус яҙып ҡалдырған. Һуңынан итальян сәйәхәтсеһе Марко Поло (1254— 1323) уны «аҡ шарап» менән сағыштырған.

Рәсәйҙә «Ипатьевский список» тигән боронғо урыҫ йылъяҙмаһында ҡымыҙ тәүге тапҡыр телгә алына. Игорь Северской ҡыпсаҡтарҙа 1182 йылда әсирлектә булғанда, һаҡсылар ҡымыҙ эсеп иҫереп йоҡлап киткәс, ҡасҡан. Башҡа йылъяҙмала Тверь кенәзе Михаилды әсир булараҡ ҡымыҙ эсергә мәжбүр итеүҙәре, 1245 йылда Батый хан кенәз Даниил Галицкийҙы ҡымыҙ менән һыйлауы ла телгә алына.

Урыҫ сәйәхәтсеһе Паллас 1770 йылда: «Башҡорт далаһына ҡымыҙ эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки һаулыкҡа уның файҙаһы бик ҙур», — тип яҙа. Был файҙалы эсемлек тураһында заманында мәшһүр урыҫ яҙыусылары В. Даль, С. Аксаков, Л. Толстой һ.б. үҙ һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырған. Ҡымыҙҙы пропагандалаусы инглиз Дж. Каррик хатта башҡорт аттарын Англияға ла алып ҡайта.Әммә беҙҙәге кеүек ҡымыҙ килеп сыҡмай. Башҡорт апайҙарын да алып барып ҡымыҙ бешеп ҡарайҙар. Әммә эсемлек башҡорт ерлегендәге кеүек тәмле килеп сыҡмай. Башҡортостан ерлегендә үҫкән ҡылғанға һәм үҫемлектәргә күрә башҡорт ҡымыҙы ҡабатланмаҫ тәмгә эйә, шифалы. Ирәндек ҡылғаны менән туҡланған бейә һөтөнән бешкән Баймаҡ ҡымыҙы айырыуса тәмле, тиҙәр.

Өй шарттарында ҡымыҙ эшләү ысулы[үҙгәртергә]

Әгәр ҙә өй шарттарында ҡымыҙ яһап эсергә теләһәгеҙ, уны ҙур быяла банкала ла бешергә мөмкин. Әсегән бейә һөтөн (ул ҡатыҡ һымаҡ ҡуйы була) банкаға һалып, уға яңы ғына һауылған һөт ҡушып болғаталар ҙа, банканың ҡапҡасын ябып, бер-ике сәғәт буйы туҡтауһыҙ тиерлек бешәләр (болғаталар). Банка йылы урында торорға тейеш. Бер аҙҙан, әгәр ҡымыҙҙың өҫтөнә һыуы һарҡып сыға башлаһа, 1-2 аш ҡалағы самаһы шәкәр ҡомо ҡушып, йәнә берәр сәғәт бешәләр. Әсеүе һәм бешеүе еткән ҡымыҙ болғатҡан саҡта күперелеп торор.

Ҡымыҙ бешеү өсөн ағас күнәгегеҙ, бешкәгегеҙ булһа, эсемлек бигерәк тә уңыр. Йәй, көндәр эҫе торғанлыҡтан, ҡымыҙ тиҙ әсеп, иҫкереп бара, шуға күрә ҡымыҙ бешер алдынан ҡоро ағас таптарына йәки ҡайын туҙына ут төртөп ағас күнәкте шуның өҫтөнә ҡаплап, ыҫлап алырға кәрәк. Шулай иткәндә ҡымыҙ тәмлелә була, оҙағыраҡта һаҡлана.

Википедия Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырыр кәрәк.