М. Н. Полежаевтың килем йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
М. Н. Полежаевтың килем йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург, Старорусская улица[d] һәм Новгородская улица[d]
Архитектор Яковлев, Иван Иванович[d]
Архитектура стиле модерн[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 М. Н. Полежаевтың килем йорто Викимилектә

Н. М. Полежаевтың килем йортоСанкт-Петербургта тарихи бина, Стараярусса (5-се йорт) һәм Новгород (3-сө йорт) урамдары киҫешкән урында урынлашҡан. 2009 йылдың 20 октябрендәге КГИОП № 10-33 ҡарары менән төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫы объекты

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төҙөлөштөң тәүге хужалары һәм төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Участка тураһында тәүге мәғлүмәттәр 1828 йылға барып тоташа. Ул саҡта яҡынса сауҙагәр П.С.Зеленковҡа ҡараған ваҡытлыса шәхси ағас ҡаралтылар урынлаша. 1833 йылда Эске эштәр министрлығы Зеленков ҡалдырған васыятнамәгә дәғүә итә, уның буйынса ер сиркәүҙән алына һәм княгиня Шаховскаяға бирелә. Яҡынса 1855 йылда княгиня участканы сауҙәгәр ҡатын Ф.Пойгинаға һата, ерҙең тик ҙур булмаған тар өлөшө сауҙагәр Полежаевҡа күсә. Пойгина биләмәһендә мезонин менән бер ҡатлы йорт һәм хужалыҡ ҡаралтылары төҙөлә. 1870 йылдарҙа Пойгина ерҙәрен ағалы-ҡустылы Полежаевтар, илдә иген менән төп һатыу итеүселәрҙең береһе Михаил Тихонович Полежаев вариҫтары һатып ала. 1877 йылдың июнендә участканың берҙән-бер хужаһы булып уның улы, 1-се гильдиялы сауҙагәр Николай Полежаев тора[1][2].

Төҙөлөшө һәм тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1910 йылдар башында Полежаев Николай үлгәндән һуң, уның ерҙәрен улы Михаил мираҫ итеп алып ҡала. Ул килем йорто төҙөргә ҡарар итә һәм 1913 йылда архитектор Иван Яковлевты проект әҙерләүгә һәм төҙөлөштө етәкләүгә саҡыра. Әҙерләнгән һыҙмалар 1913 йылдың яҙында ҡала идараһына ебәрелә, һәм шул уҡ йылдың июнь аҙағында уны комиссия хуплай. Мансарда менән алты ҡатлы йортто төҙөү өсөн сауҙагәр ҡатын Пойгинаның бөтә ҡаралтыларын һәм XIX быуат уртаһындағы бер нисә таш йортто һүтеп алырға кәрәк була[2][3][4].

Яковлев планында модерн стилендә тышҡы фасадтары менән ике корпуслы ҡатмарлы бина әҙерләй. Үҙәк төньяҡ фасад курдонерҙы үҙ эсенә ала һәм осло шпиль түбәле башня-эркерҙар менән уратып алына. Бөтә эске ихата фасадтар тигеҙ штукатурланған, тышҡы яҡтары һылап эшләнгән биҙәктәр, фигуралы балкон һәм скульптуралар менән биҙәлгән. Бинаның өҫкө өлөшөндә периметры буйлап ҡыҙыл кирбес һыҙаты үтә, ә 2-4 ҡаты кимәлендә өом төҫөндәге кирбестән үтәлгән[2]. Асыҡ үткәүел курдонеры новаторлыҡ алымы була — уның арҡаһында фатирҙарҙың яҡшы инсоляцияһы менән елләтелеүенә өлгәшелә[1][5]. Замок менән оҡшашлығы өсөн йорт «Каркассон-на-Песках» ҡушаматы ала[3][4].

Биналары интерьеры һәм бүлмәләре юғары класлы биҙәлеш һәм алдынғы хәл ителештәр менән айырыла: газ, электр, үҙәк пар менән йылытыу һәм эҫе һыу үткәргес үткәрелә, подъезында лифт ҡуйыла. 20-шәр бүлмә менән 10 фатир юғары аристократия вәкилдәре өсөн бүленә, улар матур биҙәлгән, камин һәм хеҙмәтселәр өсөн бүлмәләр ҡаралған[1].

Бинаның иң беренсе йәшәүселәренең береһе Бутусов Кирилл Павлович (1881—1947), Бөтә Рәсәй футбол союзына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була (1912)[5].

XX быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Революциянан һуң биналағы фатирҙар коммуналь, ҡалала иң күп фатирҙарҙың береһе — 20 бүлмәгә тиклем була. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында бинаның үҙ ҡаҙанлығы һүтеп алына, артабан был өҫкө ҡаттағы фатирҙарҙы һыу менән тәьмин итеү проблемаһына килтерә[1][5].

Йортта бер нисә тапҡыр кинотөшөрөүҙәр уҙа: бында «Бандитский Петербург»өсөн күренештәр, Владимир Бортконың «Мастер һәм Маргарита» фильмында 302-БИС йортоноң «уңайһыҙ фатиры»урынлаша, ә Серебрянников Кирилл «Йәй» фильмы эпизодтары төшөрә[3]. 1980-се йылдарҙа коммуналь фатирҙарҙың береһендә тәржемәсе Пучков Дмитрий йәшәй[6].

Бинаның үҙ тарихында бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәй[1][5]. 2020 йылда йорт торлаҡ булып ҡала, күп фатирҙары коммуналь була[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Доходный дом класса люкс: здания на Бакунина и Старорусской. «Деловой Петербург» (10 февраль 2019). Дата обращения: 19 октябрь 2020.
  2. 2,0 2,1 2,2 Акт по результатам государственной историко-культурной экспертизы проектной документации на проведение работ по сохранению объекта культурного наследия федерального значения. Комитет по государственному контролю, использованию и охране памятников истории и культуры (31 август 2020). Дата обращения: 19 октябрь 2020. 2020 йыл 20 октябрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 «Я живу в доме купца Полежаева» (Петербург). The Village (30 август 2017). Дата обращения: 19 октябрь 2020.
  4. 4,0 4,1 Каркассон-на-Песках. «СПб Ведомости» (29 ғинуар 2016). Дата обращения: 19 октябрь 2020.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 История, найденная в домах. «Коммерсантъ Дом» (23 май 2018). Дата обращения: 19 октябрь 2020.
  6. Переводчик Дмитрий Гоблин Пучков — о блатной романтике Купчина, жабах из Волковки и ночных прогулках по Лиговскому. “Бумага” (15 ноябрь 2016). Дата обращения: 19 октябрь 2020.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]