Никола Тесла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Никола Тесла
сер. Никола Тесла
Тыуған көнө

10 июль 1856({{padleft:1856|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Смилян ауылы, Госпич, Австрия империяһы (хәҙер Хорватияла)

Вафат көнө

7 ғинуар 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (86 йәш)

Вафат урыны

Нью-Йорк, АҠШ

Ил

Австро-Венгрия Австро-Венгрия, Франция Франция, Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Ғилми даирәһе

Физик, инженер-механик, инженер-электрик

Эшләгән урыны

Европа, АҠШ

Альма-матер

Карлов университеты

Уҡыусылары

Бернард Дж. Истлунд[1]

Ниндәй өлкәлә танылған

Уйлап табыусы,
алмаш ток,
асинхрон машина, магнит ҡыры,
радиоэлемтә

Награда һәм премиялары
I дәрәжә Аҡ арыҫлан ордены
Аҡ бөркөт ордены кавалеры (Сербия)
Аҡ бөркөт ордены кавалеры (Сербия)

Миҙалдар Э. Крессиан, Дж. Скотт, Т. Эдисон[2].

Автограф

Ни́кола Те́сла (сер. Никола Тесла1856 йылдың 10 июлендә Австрия империяһының, хәҙерге Хорватияның Смилян ҡалаһында тыуған — 1943 йылдың 7 ғинуарында АҠШ-та Нью-Йорк ҡалаһында вафат) — физик, инженер, электротехника һәм радиотехника өлкәһендә уйлап табыусы. Австро-Венгрияла бала сағы үткән, 1891 йылда АҠШ гражданлығы алғас, Франция һәм АҠШ-та эшләгән.

XIX—XX быуат башында электричество һәм магнетизм үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙә фәнни-революцион өлөшө менән билдәле. Тесланың патенттары һәм теоретик хеҙмәттәренә нигеҙләнеп ҡоролған, алмаш токта эшләүсе ҡоролмалар, күп фазалы электр двигателдәре, сәнәғәт революцияһының икенсе этабын барлыҡҡа килтерә.

Ул, шулай уҡ, эфир гипотезһы яҡлы булыуы менән билдәле. [3].

Тесла исеме менән магнит индукцияһын үлсәү берәмеге аталған. Ғалим Э. Крессон, Дж. Скотт, Т. Эдисон миҙалдары менән наградланған. Замандаштары уны «XX быуат тарафынан уйлап табылған ғалим» тип иҫәпләй. Радио мөмкинлектәрен күрһәткәс, Тесла инженер-электрик булараҡ билдәле була. Тесланың хеҙмәттәре элетротехника фәненә юл аса, уның асыштары инновацион әһәмиәткә эйә була. АҠШ-та Тесла билдәлелеге буйынса теләһә ниндәй ғалим менән ярыша ала.

Асыштары һәм хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Никола Тесла Колорадо-Спрингс лабораторияһында. Фотография 1900 йылда ике ҡатлы экспозиция ысулы менән төшөрөлгән

Тесланың бөтәһе 700-ҙән ашыу уйлап табыуы һәм патенты булғанлығы мәғлүм, уларҙың ҡайһы берҙәре хәҙерге электр энергияһының мөһим тарихи этаптары булып тора. Ихтимал, Тесла радионы — Маркони һәм Поповтан алдараҡ, шулай уҡ рентген нурҙарын Вильгельм Рентгендың рәсми асышына тиклем үк уйлап тапҡан булғандыр[4].

Биографиһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тесланың ғаиләһе, ул ваҡытта Австрия империяһы составына ингән Лика тарихи провинцияһының төп ҡалаһы Госпич ҡалаһынан 6 км алыҫлыҡта Смильян ауылында йәшәгән. Тесла — күпселек серб телдәрендә балта оҫтаһы тигәнде аңлата[5] Уның атаһы — Милутин Тесла (1819—1879), Серб православие сиркәүе епархияһы руханийы, әсәһе Георгина (Джука) Тесла (1822—1892), ҡыҙ фамилияһы Мандич, дин әһеле ҡыҙы була. 1856 йылдың 10 июлендә ғаиләлә дүртенсе бала тыуа[6]. Ғаиләлә бөтәһе биш бала була: өс ҡыҙы — Милка, Ангелина һәм Марица һәм ике улы — Никола һәм уның өлкән ағаһы Дане. Николаға биш йәш булғанда, уның ағаһы аттан ҡолап һәләк була.[7]

Николай Смиляни ҡалаһында башланғыс мәктәптең беренсе класын тамамлай. 1862 йылда, Дананың вафатынан һуң, ғаиләнең атаһы үрләтелә, һәм Тесланың ғаиләһе Госпич ҡалаһына күсә, унда Никола башланғыс мәктәптең ҡалған өс класын, ә һуңынан өс йыллыҡ түбәнге реаль гимназияны тамамлай, уны 1870 йылда тамамлай. Шул уҡ йылдың көҙөндә Никола Карловацта Юғары реалшулға инә. Атаһының ике туған ҡустыһы Станка Баранович йортонда йәшәй.

1873 йылдың июлендә Н. Тесла өлгөргәнлек аттестатын ала. Атаһының бойороғона ҡарамаҫтан, Никола холера эпидемияһы булған Госпичтағы ғаиләһенә ҡайта һәм шунда уҡ сир йоҡтора.

«

Миңә бала саҡтан уҡ рухани юлы тәғәйенләнгәйне. Өлгөргәнлек аттестаты алғандан һуң, юл сатында ҡалған кеүек инем. Уйҙарым мине баҫа, һәм киләсәгемдән ҡурҡып тора инем. Ата-әсәмде хөрмәт иткәнлектән, дин өйрәнергә ҡарар иттем. Тап ошо осорҙа халыҡтың ундан бер өлөшөн ҡырған ваба (холера) сире ҡоторондо. Ҡаршылашыуҙы яратмаған атайымдың бойороғона ҡарамай, тыуған өйгә ҡайттым, һәм сир мине аяҡтан йыҡты. Һуңғараҡ ваба һары һыу ауырыуына, үпкә һәм башҡа сирҙәргә килтерҙе. Хәрәкәтһеҙ тиерлек, туғыҙ ай буйы түшәктә ятыу хәлһеҙләндерҙе, йәшәү көсөмдө алды, һәм табиптар минән баш тартты. Был, минең физик интегеүҙәремдән бигерәк, йәшәү теләгем арҡаһында, ғазаптар аша килгән тәжрибәм булды. Сираттағы өйәнәгем сығып, барыһы ла мине үлер тип уйлаған мәлдә, бүлмәгә йүгерә-атлай атайым килеп инде һәм: «Һин һауығырһың», тине. Бөгөн дә уның ағарған йөҙө күҙ алдымда... «Мин аяҡҡа баҫырмын, — тип яуап бирҙем — әгәр һин миңә инженер эшен өйрәнергә рөхсәт итһәң». «Һин Европаның иң яҡшы уҡыу йортона уҡырға инәсәкһең», — тип тантаналы төҫ менән яуап бирҙе ул, һәм мин уның һүҙендә торорона ышандым. Иңдәремдән ауыр йөк төшкәндәй булды. Әгәр ҙә мине оло йәштәге бер әбей мөғжизәле рәүештә ҡара борсаҡ һарҡындыһы менән дауаламаһа, бәлки, һуң да булыуы мөмкин ине. Был инандырыу ҙа, серле тәьҫир итеү ҙә түгел ине. Сирҙе әмәлләү тулы мәғәнәлә шифалы, үтә тәүәккәл тип әйтерлек ҡаһармандарса булды, һәм уның шифаһы тейҙе.

»
Карта Австро-Венгрии. Синим отмечены упоминаемые в статье населённые пункты

Сирҙән терелгән Никола Тесла Австро-Венгрия армияһына өс йыллыҡ хеҙмәткә саҡырылырға тейеш була. Туған-тыумасаһы организмы етерлек нығынмаған тип иҫәпләп, егетте тауҙарҙа йәшәтә. 1875 йылдың йәйендә генә ул ҡабат тыуған төбәгенә ҡайта.

Шул уҡ йылда Никола Грац юғары техник училищеһына уҡырға инә (хәҙерге көндә — Карл һәм Франц исемендәге Грац техник университеты), һәм электротехника өйрәнә башлай. Электротехника буйынса лекцияларҙа Грамм машинаһы эшен күҙәтеп, Тесла даими ток машинаһының етешһеҙлектәренә төшөнә, әммә профессор Яков Пешль, бөтә курс алдында уның электродвигателдә алмаш токты файҙаланыу мөмкинлеге идеяһын ҡаты тәнҡитләй.

Алмаш ток[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1889 йылда Тесла юғары йышлыҡлы һәм юғары көсөргәнешле ток үҙенсәлеген өйрәнеүгә күсә. Юғары йышлыҡлы электромеханик генератор һәм юғары йышлыҡлы трансформатор өлгөләрен эшләй.

Тикшереүҙәр ваҡытында Тесла хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар бирә. Юғары йышлыҡтағы электр тогы тәьҫирен үҙ организмында тикшереп ҡарай. Тесла эшләгән медицина аппараттары бөгөн дә донъяла киң ҡулланыла. Юғары йышлыҡтағы токтың тире һәм тиресә ҡатламға йоғонтоһо күпертке, ҡыуыҡса, таптарҙы таҙартарға булышлыҡ итә. Юғары йышлыҡтағы токтың тирегә тәьҫир итеүе хәҙерге заманда электротерапияла ҡулланыла.

Магнит ҡыры теорияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1888 йылда Тесла (Г. Феррарисатан алдараҡ) әйләнеүсе магнит ҡырына фәнни билдәләмә бирә. Ошо уҡ йылда Тесла күп фазалы электр машиналарына (асинхрон двигательдәргә) һәм электр энергияһын алмаш ток ярҙамында тапшырыуға патент ала. Ике фазалы системаны ул иң экономиялы тип иҫәпләй. Ике фазала системала эшләүсе эре ГЭСтар, шул иҫәптән Ниагара ГЭСы төҙөлә.

Радио[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тесла радиоэлемтә ярҙамында электр тогы алыуға патент ала. 1891 йылдың 10 мартында «Дүға электр лампаһы менән идара итеү ысулы» («Method of Operating Arc-Lamps») U.S. Patent 447920 патентын ала. Алмаш ток генераторы эшләп сығарған 10 000 Гц йышлыҡтағы ток дуға электр лампаһының тауышын кәметеүгә булышлыҡ итә. 1891 йылда асыҡ лекцияла Тесла радтоэлемтә принцибын күрһәтә. 1893 йылда сымһыҙ элемтә эшләү менән мәшғүл була.

Резонанс[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тесла катушкаһын ярҙамында оҙон электр разряды алыу өсөн ҡулланалар. Бер фәнни журналда механик осциллятор ярҙамында теләһә ниндәй әйберҙе, резонанс йышлығына көйләп, емереп булыуы хаҡында һөйләнә. Приборҙы өйҙөң өрлөгөнә тоташтырғандар. Бер ни тиклем ваҡыттан өй һелкенә башлаған һәм ер тетрәгән. Тесла сүкеш алып приборҙы ватҡан һәм ярҙамсыларына был турала бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан. Янғын һүндереүселәргә һәм полицейскийҙарға тәбиғи әр тетрәү булды тип аңлатҡан.

Исемен мәңгеләштереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СИ системаһында магнит индукцияһын үлсәү берәмеге Тесла исеме менән аталған.

Тесланың 150 йыллығына сығарылған серб көмөш монетаһы. 2006
Белград. 2019, октябрь. Тесла музейының ҡапҡа алды

Хорватияның баш ҡалаһы Загреб ҡалаһында Никола Тесла урамында ғалимға һәйкәл ҡуйылған. Белград университеты алдында һәйкәл ҡуйылған.

Тесла идеяларын ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Алыҫ араға электр тогын тапшырыу өсөн алмаш ток ҡулланыла
  • ГЭС, АЭС, ТЭС-тарҙа электр энергияһын алыу өсөн электр генераторҙары ҡулланыла.
  • Электр генераторҙарын хәҙерге заман элетр поездарында, электр автомобильдәрендә, трамвай, троллейбустарҙа ҡулланалар.
  • Радио менән идара итеүсе робототехника балалар уйынсыҡтарында ғына түгел хәрби дирәлә лә киң ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ученик Теслы Бернард Дж. Истлунд 2010 йыл 19 сентябрь архивланған.
  2. ТЕСЛА, НИКОЛА — Кругосвет энциклопедияһынан
  3. «Tesla, Nikola». Encyclopædia Britannica from Encyclopædia Britannica 2007 Ultimate Reference Suite.
  4. Каку, Митио. Вечный двигатель // Физика невозможного. — М.: Альпина нон-фикшн, 2016. — С. 349—367. — 456 с. — ISBN 978-5-91671-496-8.
  5. Dommermuth-Costa, Carol. Nikola Tesla: A Spark of Genius. — 1994. — С. 11—12. — ISBN 0-8225-4920-4.
  6. Ржонсницкий Б. Н. Никола Тесла. — М.: «Молодая гвардия». 1959.
  7. Margaret Cheney, Robert Uth, and Jim Glenn. Tesla, Master of Lightning. — Barnes & Noble Publishing, 1999. — ISBN 0-7607-1005-8.