Нил Армстронг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Нил Армстронг
Neil Armstrong
Армстронг  1969 йылда
Армстронг 1969 йылда
Иле:

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Экспедициялары:

Джемини-8, Аполлон-11

Тыуған ваҡыты:

5 август 1930(1930-08-05)

Тыуған урыны:

[[en:|]](инг.)[[|баш.]], Огайо, АҠШ

Вафат булыу датаһы:

25 август 2012(2012-08-25)

Вафат булыу урыны:

Цинциннати, Огайо, АҠШ

Наградалары:

Авиация миҙалы, Азатлыҡ Президент миҙалы

Ҡалып:Медаль за выдающуюся службу (НАСА) Ҡалып:Космическая медаль почёта Конгресса
Азатлыҡ Президент миҙалы
Ҡалып:Воздушная медаль (США)

Neil Armstrong Signature.svg

Нил Олден Армстронг (5 август, 193025 август, 2012) — америка астронавты, профессор. Огайо штатында тыуған һәм бала сағы башҡа ерҙәрҙә үткән. Ул Америка астронавты, лётчик-һынаусыһы, авиаторы, аэрокосмос инженеры, университет профессоры, АҠШ-тың хәрби-диңгеҙ лётчигы һәм Айға аяҡ баҫҡан беренсе кеше.

1969 йылдың 20 июлендә Нил Армстронг һәм Базз Алдрин Saturn V ракетаһы ярҙамында Айға ебәрелгән бәләкәй генә космос карабында Айға төшәләр. Ракета Apollo 11 тип атала. Улар икеһе лә Айҙа атлайҙар, һәм миллионлаған кеше уларҙы телевизоҙан ишетәләр һәм күрәләр. Пардью университетында авиацион техника өлкәһендә техник фәндәр бакалавры дәрәжәһен һәм Көньяҡ Калифорния университетында аэрокосмик инженерия магистры дәрәжәһен ала. 1970 йылда Пардью университетында Почётлы техник фәндәр докторы исеменә лайыҡ була. 1971 йылдан 1979 йылға тиклем Цинциннати университетының аэрокосмик инженерия профессоры була.

Был һүҙҙәрҙе ул Айға аяҡ баҫҡанда әйтә. Ул «Кешенең был бер бәләкәй генә ...» тип әйтергә теләгән, тик ни өсөндөр «бер» һүҙен әйтмәгән. Армстронг әйттем тип уйлай.

Бала сағы[үҙгәртергә]

Нил Армстронг осоуға теләге булыуын 2 йәшенде үк аңлай. Уны атаһы Кливленд Милли һауа уҙышына ала. Йәш сағында ул йорт эштәрендә ата-әсәһенә ярҙам итә, ул быны һеңлеһе Июнь һәм ҡстыһы Дин менән эшләй. Нил Армстронг, шулай уҡ, китап уҡырға ярата. Беренсе синыфта уҡығанда 90 китап уҡып сыға. Шуға ул икенсе синыфты төшөрөп ҡалдыра.

6 йәшендә ул беренсе аэроплан осошон яһай. Ул самолёттар төҙөй һәм өйҙә аэродинамик торбала һынауҙар үткәрә. Ул аптекала эшләй һәм осоу дәрестәрен ала. 16 йәшендә осоусы танытмаһын, водитель танытмаһынан алдараҡ ала. Пардью университетында авиация техникаһын өйрәнгән ваҡытты, 1949 йылда уны АҠШ хәрби һауа көстәре сафына армияға алалар.

Карьера[үҙгәртергә]

Айҙа кешенең беренсе аҙымы

Уҡыуын тамамламаҫ элек, 1949 йылда буласаҡ асторонавт Армстронг Флоридаға Пенсакола Naval Air Station саҡырыла. 20 йәшенде ул эскадрилияла иң йәш осоусы була. Аэронавтика инженерияһында уҡыған ваҡытта, 1950 йылда Корея һуғышы башлана, ул унда 78 хәрби осош яһай. Бер мәртәбе уның самолёты бәреп төшөрөлә һәм шулай уҡ ул 3 Һауа миҙалына лайыҡ була. Һуңынан ул тәжрибеле һынаусы лётчик була.

Джемини-8 космос карабында, осош командиры булараҡ, үҙенең беренсе космос миссияһын 1966 йылдың 16 мартында башҡара. Ул Джемини-8 космос карабын ул ваҡытта орбитала булған Agena карабы менән уңышлы тоташтыра. Тоташыу шыма ғына булһа ла, берләшкән космос караптары ауышлыҡ бирә. Армстронг тоташҡан караптарҙы ысҡындыра һәм карап менән ҡулдан идара итә. Әммә, нәтижәлә ашығас рәүештә Тымыҡ океанға төшөргә мәжбүр булалар.

Шәхси тормошо һәм үлеме[үҙгәртергә]

Армстронг Джанет Шеронға 1956 йылдан бирле өйләнгән була, 1994 йылда айырылышалар, Марк, Эрик һәм Карен исемле өс балалары була. Һуңынан Карол Хелд Кнайтҡа өйләнә, 1994 йылдан 2012 йылда үлгәнсе уның менән йәшәй. Армстронг 2012 йылдың 25 августтында Огайо штаты Цинциннати дауаханаһында операциянан һуң вафат була. Уға 82 йәш була.[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Башҡа веб-биттәр[үҙгәртергә]