Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт
Мәғәфүр улы
Дин:

ислам

Титул:

мөфтөй, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының назараты рәйесе

Осор:

19922019

Тыуыу выҡыты:

8 декабрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Сибай ҡалаһы

Үлеү ваҡыты:

26 июнь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (72 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы

Ил:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы (8 декабрь 1946 йыл — 26 июнь 2019 йыл) — дин әһеле. 1992—2019 йылдарҙа Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2016) ордены һәм Рәсәй Мөфтөйҙәре советының 2‑се дәрәжә «Әл‑Фәхр» (2006), «Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2017) ордендары кавалеры (2007).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы Ниғмәтуллин Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сибай эшселәр ҡасабаһында (хәҙерге Сибай ҡалаһы) 1946 йылдың 8 декабрендә тыуған.

1972—1975 йылдарҙа Бохара ҡалаһында Ғәрәп донъяһы мәҙрәсәһендә уҡый. Унан һуң имам әл Бохари исемендәге ислам институтына күсерелә. 1979 йылда «имам-хатиб» һөнәре буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлай. «Ислам саҡырыуы» институтында (Дәмәшк ҡалаһы, 1982) квалификация күтәреү курсын тамамлаған.

1979 йылдан алып Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратында яуаплы секретарь була. 1983 йыл — Беренсе йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы. 1992 йылдан — Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты президиумы рәйесе. 1994—1996 йылдарҙа — Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының Юғары координация үҙәге, 1996 йылдан — Рәсәй Мөфтөйҙәре советы ағзаһы. Р. Фәхретдинов исемендәге мәҙрәсәне ойоштороусыларҙың береһе. Рәсәй Мөфтөйҙәре советы ордены менән бүләкләнгән (2006).

Дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.

Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин 2019 йылдың 26 июнендә Өфө ҡалаһында вафат булды[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (2016)
  • 2‑се дәрәжә «Әл‑Фәхр» ордены (2006)
  • «Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2017)
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]