Обухов күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Обухов күпере
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Фонтанка[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Обухов күпере Викимилектә

Обухов күпере — Фонтанка йылғаһы аша күпер. Санкт-Петербургтың Үҙәк районында урынлашҡан, Спас һәм Безымянный утрауҙарын тоташтырып тора. Ҡалалағы иң боронғо күперҙәрҙең береһе.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Обухов күпере Мәскәү проспекты күсәре буйынса урынлашҡан. Күпер менән йәнәш Петербург дәүләт тимер юлдары университеты, Баҡса урамындағы Йосоповтар һарайы урынлашҡан.

Ағымының өҫтәрәк өлөшөндә Горсткин күпере, түбәндәрәк — Измайлов күпере тора.

Яҡын метрополитен станциялары — «Баҡса», «Сенная майҙаны» һәм «Спас».

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1739 йылдың 20 авгусында Санкт-Петербургтың Төҙөлөш комиссияһы был күперҙең исемен Саарский тип атай, сөнки күпер Сарский проспекты буйында торған[1]. Әммә ғәмәлдә был атама ҡулланылмай. 1750 йылда Обухов күпере тигән атамаһы барлыҡҡа килә. Был атама күперҙе төҙөгән посад кешеһенең фамилияһы нигеҙендә бирелә. 1761 йылдан хәҙерге исеменең варианты барлыҡҡа килгән.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фонтанка аша Мәскәү проспектының башланған ерендә беренсе ағас күпер 1717 йылда төҙөлә. Күперҙең арҡырыһында киңлеге 70 см — ға тиң буш ярыҡ уйылған, ул караптарҙың мачталарын үткәреү өсөн тәғәйенләнгән, көндөҙ был ярыҡ өҫтөнә таҡталар йәйгәндәр.1738 йылда күпер үҙгәртеп ҡорола.

1785 йылда яңы таш күпер төҙөлгән, ул Фонтанка йылғаһы аша һалынған өс аралы ете таш типовой күперҙең береһе була. Проект авторы тип күп әҙәби сығанаҡтарҙа француз инженеры Ж.-Р. Перроне атала, ләкин уның авторлығы документаль иҫбатланмаған. Күпер, буйына өс аралы булып, ҡабырғаларында аркалары булған ҡоролма, уртаһындағы аралығы ағастан төҙөлгән. Йылғалағы терәк-таяуҙар өҫтөндә көмбәҙ менән осланған гранит манаралар булған. Был манаралар эсендә күперҙең урталағы ағас аралығын күтәрә торған механизмдар торған. 1865 йылда инженер Михайлов проекты буйынса күтәртмәле ағас аралыҡ даими торған тотороҡло таш түшәлмә менән алмаштырыла, күпер баштарында торған гранит манаралары һүтелә[2]. Конструкцияһы буйынса күпер тотороҡло, көмбәҙле таш ҡоролмаға әйләнә, уның аралыҡтары буй күсәре буйынса 13,9; 9,17 һәм 14 метр тәшкил итә. Аралыҡтарҙың ҡабырғалары гранит менән көпләнгән. Күпер түшәлмәһенең ҡалынлығы күпер уртаһында 85 см, күпер баштарында 95-120 см-ға тиң булған. Урталағы аралыҡ, дуға формаһында булып, кирбес менән түшәлгән һәм гранит менән йөҙләнгән була, күтәрелеп торған уғы 1,52 метр. Күперҙең терәк-таяуҙары һәм яр буйындағы тотороҡло нығытмалары, шулай уҡ ҡойма рәшәткәләре һәм тотҡалҡалары металдан булған.

1930-сы йылдарҙың аҙағында күперҙе үҙгәртеп ҡороу ихтыяжы барлыҡҡа килә, сөнки уны киңлеге 16,5 метр ғына булғанлыҡтан киңлеге 30,6 метрлы Халыҡ-ара проспектҡа бара торған хәрәкәтте сикләгән, өҫтәүенә күперҙең үҙәк аралығындағы түшәлмәнең йөйҙәре 25 мм тиклем йырылған. 1937 йылда Күперҙәрҙе һәм яр буйҙарындағы күпер баштарын эксплуатациялау контораһының проек секторы яңы күпер проектын эшләй башлай. Авторҙары — инженер В. В. Демченко һәм архитектор Л. А. Носков. 1939 йылда күпер хәрәкәт өсөн асыла.

Тәүҙә тротуар өҫтөндә Ленинград газ селтәренең газ торбаһы һалынған. 1950 йылда газ шартлау арҡаһында тротуарҙың гранит плитәләре емерелә. Тороп ҡалған газ торбаһын бөкө тығып ябалар һәм өҫтөнә ҡом һибеп күмәләр. Был осраҡтан һуң Яңы Петергоф, Комсомол һәм башҡа күперҙәрҙәге газ торбаларын да бөкө менән тығып ябалар.

Конструкция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Буйына табан өс аралыҡлы тотороҡло күпер ике тотош шарнирлы параболик һыҙатлы итеп эшләнгән. Күпер терәк-таяуҙары һәм аралыҡтарының ҡашағалары тыштан гранит плитәләр менән йөҙләнгән. Күпер аралыҡтарының оҙонлоғо 14,4+18+14,4 метр. Күперҙең киңлеге ҡоймаларына тиклем 30,88 метр, транспорт йөрөгән өлөшөнөң киңлеге — 24,6 м, тротуарҙар — ике ситендә лә 3-әр метр. Йылғалағы терәк-таяуҙар һәм яр буйы терәктәре тимер-бетон, улар ағас свайлы нигеҙгә баҫтырылған, йылға эсендә 1600 ағас свай һуғып ергә индерелгән, свайҙарының оҙонлоғо — 11 метр Тротуары — гранит плитәләр менән, транспорт йөрөгән өлөшө -тимер-бетондан түшәлгән. Күперҙең ҡоймалары тотош гранит парапеттан тора. Күпер башланған нығытмаларҙа гранит обелискылар, улар өҫтөнә кронштейндарҙа түңәрәк быяла фонарҙар ҡуйылған.

Обухов күпере фонары

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бунин М. С. Мосты Ленинграда. Очерки истории и архитектуры мостов Петербурга — Петрограда — Ленинграда. — Л.: Стройиздат, 1986. — 280 с.
  • Новиков Ю. В. Мосты и набережные Ленинграда / Сост. П. П. Степнов. — Л.: Лениздат, 1991. — 320 с.
  • Тумилович Е. В., Алтунин С. Е. Мосты и набережные Ленинграда. Альбом. — М.: Издательство Министерства Коммунального Хозяйства РСФСР, 1963. — 298 с.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — 4-е изд., перераб. — СПб.: Норинт, 1996. — С. 332. — 359 с. — ISBN 5-7711-0002-1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]