Оло Несветай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оло Несветай
Оло Несветай Родионово-Несветай янында
Оло Несветай Родионово-Несветай янында
Характеристика
Оҙонлоғо 71 км
Бассейн 966 км²
Һыу ағымы
Инеше Донец һыртының көньяҡ битләүендә
 · Урынлашыуы Петровскийҙан төньяҡҡа табан (Красносулин районы)
 · Бейеклеге 220 м
 · Координаталар 47°50′40″ с. ш. 39°49′21″ в. д.HGЯO
Тамағы Тоҙло
 · Урынлашыуы Камышеваха
 · Координаталар 47°27′10″ с. ш. 39°53′59″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Тоҙло → Аҡсай → Дон → Азов диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Ростов өлкәһе
РДҺР 05010500912107000016161
Оло Несветай (Ростов өлкәһе)
Точка
Точка
— инеше, — тамағы
Тоҙло бассейны
{{{Исем}}}
Бассейн Тоҙло/Аҡсай (тармаҡ)/Дон/Азов диңгеҙе
Тоҙло бассейны

Оло Несветай — Рәсәйҙең Ростов өлкәһендәге йылға, Тоҙло йылғаһының ҡушылдығы (Дон бассейнына ҡарай). Оҙонлоғо 71 км (Тоҙло йылғаһына ҡараған йылғалар араһында оҙонлоғо буйынса өсөнсө урында (Грушевка (90 км) һәм Кадамовка (80 км) торған йылға, бассейн майҙаны 966 км². Иң ҙур һул ҡушылдығы — Кесе Несветай йылғаһы. Бик бормаланып ағыусы йылға. Был йылғала быуа төҙөлгән[1].

Йылға системаһы: Оло Несветай → Тоҙло → Аҡсай → Дон.

Ағым[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға Донецк һыртының көньяҡ битләүендә, Ростов өлкәһенең Красносулин районы Петровка утарынан төньяҡта, башлана. Башланған урынындағы бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 220 м . Тәүҙә көньяҡҡа табан аға, ҡала тибындағы Самбек ҡасабаһынан һуң көньяҡ-көнбайышҡа табан йүнәлә. Артабан Болдыревка утары янында уң яҡтан Керету йылғаһын ҡабул итә. Һуңынан Поповка утарынан һуң көньяҡ-көнсығышҡа табан аға. Гребцово утарынан һуң йылға һул ҡушылдығын Кесе Несветайҙы ҡабул итә. Тоҙло йылғаһы тамағынан 44 км һул яҡтан, Ростов өлкәһе Аҡсай районы Камышеваха утарынан төньяҡтараҡ, Тоҙло йылғаһына ҡоя[2]. Йылға дала тигеҙлеге буйлап аға. Инештең бейеклеге — диңгеҙ имәленән 220 м.|10|03|2017.

Йылға Ростов өлкәһенең Красносулин, Родионово-Несветай, Аҡсай районы территориялары һәм шулай уҡ Новошахтинск ҡала округы биләмәһе территорияһында аға.

Һыу режимы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бик аҙ һыулы йылға, ағышы яй, ҡоро йылдарҙа йәй кибә. Ер аҫты һыуҙары менән туҡлана, түбәнге ағымында ағымы бүленеп тороп аға.

Хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылғала суртан, алабуға, тарань һәм красноперка балыҡтары бар.[3]

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға Дон казактары ерҙәрен 182232 йылдарҙа төҙөлгән статистик тасуирламалауҙа телгә алына:

б.) Аҡсай йылғаһына ҡойоусы йылғалар: уң яҡтан: 2) Тоҙло. Уның һул яғында ҡойоусы:Оло Несветай, үҙенә Бургуста һәм Кесе Несветай йылғалары һыуын ҡабул итә[4].

Бассейны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Оло Несветай
    • Собачья йырыны— (һул)
      • Букин йырыны — (уң)
    • Камышеваха йырыны — (һул)
    • Керета — (уң)
      • Кесе Имән йырыны — (уң
    • Тоҙло йырыны— (һул)
    • Цингута йырыны — (уң)
    • Дудиков йырыны — (һул)
    • Кесе Несветай— (һул)
      • Тоҙло йырыны— (уң)
      • Бугровый — (һул)
      • Ташлы йырыны — (һул)
      • Джельмента — (уң)
    • Кирбитов йырыны— (уң)

Тораҡ пункттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Петровский утары
  • Шәхси Хеҙмәт утары
  • Шахтенка утары
  • Самбек (Новошахтинск) ҡасабаһы
  • Болдыревка утары
  • Дарьевка утары
  • Новотроицк утары
  • Поповка утары
  • Павленок утары
  • Родионово-Несветайский биҫтәһе
  • Кутейниковый биҫтәһе
  • Гребцовый утары
  • Валовый утары
  • Горизонт утары

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ростов өлкәһе йылғалары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. По данным карт Google
  2. По данным Яндекс-Карт
  3. Рыбалка в реке Большой Несветай
  4. Статистическое описание земли Донских Казаков — составлено в 1822-32 годах, Материалы ГУ ГАВО предоставлены филиалом МУК ВИКМ Музеем истории Российского казачества города Волжского, Глава третья «Воды»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Природа Ростовской области» — К. З. Яцута, глава Притоки Дона

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]