Ҡыҙылғанат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙылғанат
Ҡыҙылғанат
Батшалыҡ Хайуандар
Тип Хордалылар
Класс [[]]
Отряд сазан һымаҡтар
Ғаилә Сазандар
Ырыу Ҡыҙылғанаттар
Төр Ҡыҙылғанат
Халыҡ-ара фәнни исеме
Scardinius erythrophthalmus

(Linnaeus, 1758)

Ҡыҙылғанат (лат. Scardinius erythrophthalmus, рус. Краснопёрка, сороча, краснопёрая плотва, краснокры́лики красногла́зка) — һаҙандар төркөмөнә ҡараған, йылыраҡ һыуҙы яратыусы йылға балығы. Европа һәм Урта Азияла киң таралған. Төньяҡ, Балтик, Ҡара, Каспий, Арал диңгеҙҙәренә ҡойған йылға-күлдәрҙә йәшәй. Башҡортостандың көньяҡ райондарында йышыраҡ осрай. Себерҙә осрамай.


Яңы Зеландияла һәм Канадала урындағы балыҡтарҙы бөтөрөүсе зарарлы балыҡ тип иҫәпләйҙәр.

Ҡыҙылғанат — матур балыҡ, ҡанаттары ҡып-ҡыҙыл, арҡаһы ҡара йәшел, эреләренең тәңкәләре һарғылтыраҡ төҫтә була. Был балыҡ бөжәктәр менән туйына. Оҙонлоғо 51 см-ға, ауырлығы 2 кг-дан артып китеүе мөмкин.