Оноприенко Геннадий Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Геннадий Алексеевич Оноприенко
Тыуған көнө

22 май 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (86 йәш)

Тыуған урыны

Сызрань

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

травматология, ортопедия

Эшләгән урыны

МОНИКИ

Альма-матер

1-й Московский медицинский институт

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы (1982)

Ғилми исеме

Ҡалып:УЗ+

Награда һәм премиялары
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены

Ҡалып:Государственная премия Российской Федерации Премия Правительства Российской Федерации в области науки и техники — 1996 Премия Правительства Российской Федерации в области науки и техники — 2004 Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996)


Оноприенко Геннадий Алексеевич (22 май 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәй травматологы һәм ортопеды, Рәсәй Медицина академияһының (1997) һәм Рәсәй Фәндәр академияһының (2014) ағза-корреспонденты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937 йылдың 22 майында Куйбышев (Һамар) өлкәһе Сызрань ҡалаһында тыуған.

1960 йылда 1-се Мәскәү медицина институтын тамамлай һәм 3 йыл дауамында Мытищи дауаханаһында хирург, травматолог булып эшләй.

1963 йылдан алып М.Ф. Владимирский исемендәгеөлкә Мәскәү ғилми-тикшеренеү институтында (МОНИКИ) травматология һәм ортопедия клиникаһы ординаторынан алып фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫарына тиклем юл үтә (1982). 1987 йылда институттың директоры итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала 2013 йылға тиклем эшләй, әлеге ваҡытта —институт Ғилми советының почетлы рәйесе, институттың табиптарҙы камиллаштырыу факультетының травматология һәм ортопедия кафедраһы профессоры[1].

1969 йылда кандидатлыҡ, ә 1982 йылда — докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай, 1990 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә.

1997 йыл — Рәсәй Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана

2014 йыл — Рәсәй Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Травматология һәм ортопедия өлкәһе белгесе.

Фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре: һөйәк, кимерсәк,һеңер-тарамыш туҡымалары репаратив регенерацияһы өсөн оптималь шарттарҙы эксперименталь нигеҙләү, клиникала йәрәхәт эҙемтәләрен һәм ортопедия ауырыуҙарын хирургия менән дауалауҙың яңы ысулдарын эшкәртеү.

Органдарҙың һәм туҡымаларҙың микроваскуляр селтәрен комплекслы визуалләштереү ысулдарын эшләгән.

Ҡатмарлы хирургик дауалау практикаһында Рәсәйҙә беренсе булып заманса имплантаттар (Швейцария) ҡулланыу алымдарын киң ҡуллана башлаған..

570 фәнни эштәр, 7 монография, 23 уҡытыу-методик әсбаптар авторы, 22 уйлап табыу патенты алған.

10 йыл дауамында хирургия проблемалы-фәнни үҙәген (ПНЦ) һәм РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының травматология һәм ортопедияла яңы техника комиссияһын етәкләй,15 йыл дауамында РФ ВАК эксперт комиссияһы ағзаһы була.

Мәскәү өлкәһе йәмәғәт палатаһы ағзаһы (2009 йылдан алып)[2]

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн » IV дәрәжә ордены (2003)[3]
  • Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (төркөм составында, 1999 йыл)
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (төркөм составында, 1996 йыл өсөн) — клиник практикаға операция юлы аша инструменттар менән һөйәктәрҙе нығытыу һәм имплантаттарҙы сериялы етештереү ҡоралдарын индереү өсөн[4]
  • Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең премияһы (төркөм составында, 2004 йыл өсөн) — медицина практикаһына юғары эффектлы титан имплант конструкцияларын барлыҡҡа килтереү һәм киң ҡулланыу өсөн[5]
  • Рәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996)[6]
  • Мәскәү өлкәһенең почетлы гражданы (2007)[7]
  • Мәскәү өлкәһе Хөкүмәтенең Иван Калита ордены (2012)
  • РМФА-ның В. В. Парин исемендәге премияһы (1996) «Васкуляризация костей при переломах и дефектах» монографияһы өсөн (1995)[8]
  • РМФА-ның Богомольцев исемендәге премияһы (2000) «Морфологические и клинические аспекты репаративной регенерации опорных органов и тканей» монографияһы өсөн (1996)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ученый совет МОНИКИ. monikiweb.ru. Дата обращения: 14 ноябрь 2019.
  2. Постановление Губернатора Московской области от 26 июня 2009 года № 81-ПГ «Об утверждении членов Общественной палаты Московской области». docs.cntd.ru. Дата обращения: 14 ноябрь 2019.
  3. Указ Президента Российской Федерации от 17.03.2003 № 334. kremlin.ru. Дата обращения: 14 ноябрь 2019.
  4. Постановление Правительства РФ от 14.02.1997 № 177. alppp.ru. Дата обращения: 14 ноябрь 2019. 2019 йыл 3 ноябрь архивланған.
  5. Премия Правительства РФ за 2004 год в области науки и техники. rg.ru. Дата обращения: 14 ноябрь 2019.
  6. Указ Президента Российской Федерации от 27.10.1996 № 1493. kremlin.ru. Дата обращения: 14 ноябрь 2019.
  7. Постановление Губернатора МО от 17.05.2007 № 82-ПГ «О присвоении почётного звания «Почётный гражданин Московской области». zakonprost.ru. Дата обращения: 14 ноябрь 2019.
  8. Оноприенко Геннадий Алексеевич. biograph.ru. Дата обращения 14 ноября 2019.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:S-aca
Алдан килеүсе:
{{{предшественник}}}
{{{список}}}
{{{годы}}}
Һуңынан килеүсе:
{{{преемник}}}
Научные и академические посты
Предшественник:

????
директор МОНИКИ

19872013
Преемник:

Ф.Н. Палеев