Панисламизм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Панисламизм
ғәр. الوحدة الإسلامية‎
Рәсем

Панисламизм (бор. грек. pan — «барыһы ла» һәм ғәр. إسلام‎ — "ислам) — дини-сәйәси идеологияһы нигеҙен белдереүсе һүҙҙәр:

  • социаль, милли йәки дәүләт сығышына ҡарамай — бөтә донъя мосолмандарының рухи берҙәмлеге тураһында ; һәм
  • уларҙың юғары рухи башлыҡ (хәлифә) хакимлығы аҫтында сәйәси берләшеү кәрәклеге тураһында.

Панисламизм хәрәкәте исламдың тәүге йылдарынан уҡ килгән тарихи тамырҙарға эйә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр берҙәм дәүләттә ғәрәп ярымутрауының бөтә ҡәбиләләрен туплаған, артабан Ғүмәр ибн әл-Хәттаб Төньяҡ Африканы һәм Яҡын Көнсығыштың күп өлөшөн берләштергән.

Фәләстиндә йәһүд дәүләте ойошторолғандан һәм Израиль Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан ил булараҡ танылғандан, шулай уҡ 1948 һәм 1967 йылдарҙа ғәрәп дәүләттәрен еңелгәндән һуң, ғәрәп дини лидерҙары Израилде емереү өсөн мосолмандарҙың ислам фундаментализмына ҡайтыуы кәрәклеген раҫлай башлаған.

Интернет-технологиялар үҫеше барышында панисламизм, донъя селтәренең социаль һәм ойоштороу ресурстарын файҙаланып, үҫеш өсөн тағы бер ҡорал ала. 2011 йылда Рәсәй һәм Төркиә мосолман эшҡыуарҙарының инвестициялары нигеҙендә Salamworld социаль селтәрен булдырыу башлана, ул ислам йәштәре өсөн Берҙәм Интернет-киңлек булдырыуға йүнәлтелгән[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]