Паращенко Владимир Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Паращенко Владимир Михайлович
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 16 октябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Невель[d], Великолукский округ[d], Тверь өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 сентябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (84 йәш)
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Дуҫлыҡ ордены премия Совета Министров СССР

Паращенко Владимир Михайлович (16 октябрь 1936 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1986—1998 йылдарҙа «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе (1994). Рәсәй Федерацияһы Транспорт академияһының мөхбир ағзаһы (1993).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Михайлович Паращенко1936 йылдың 16 октябрендә  Невель ҡалаһында (хәҙерге Псков өлкәһе) тыуған.

1966 йылда  Өфө авиация институтын тамамлай.

1951 йылдан 1956 йылға тиклем Советск ҡалаһында 18-се һанлы Мосэнерго дәүләт энергия станцияһында  токарь уҡыусыһы,  кочегар, ҡаҙан машинисы булып эшләй; 1960 йылдан  Өфө нефть институтында лаборант; токарь, көйләүсе, мастер, начальник урынбаҫары, цех начальнигы, 1976 йылдан — ҡойоу производствоһы буйынса директор урынбаҫары, 1986—1998 йылдарҙа — генераль директор, 1998 йылда — иҡтисад мәсьәләләре буйынса консультант, 2005 йылдан — ОАО «УМПО» аҡһаҡалдар советы генераль кәңәшсе-рәйесе, 1990 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университетында бер үк ваҡытта «Машиналар һәм ҡойоу технологияһы производствоһы» кафедраһы профессоры.

10-ға яҡын фәнни эштең һәм ике уйлап табыуҙың авторы. Паращенконың  фәнни  өлкәлә ҡыҙыҡһыныуҙары  — ҡойоп етештереү технологияһын үҫтереү. Уның ҡатнашлығында  предприятиела АЛ—31СТ турбиналы двигателдәр, ҡаргиҙәрҙәр, «Урал» мотоблоктары һ.б. эшләп сығарыла.  

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Ресрубликаһының атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе
  • СССР министрҙар Советы премияһы (1991)
  • Н. Е. Жуковский исемендәге премия (1994)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975), «Почёт Билдәһе» ордены (1980), Дуҫлыҡ ордены (1995), миҙалдар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]