Эстәлеккә күсергә

Положение о башкирах

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Положение о башкирах»— 1863 йылдың 14майында Александр II раҫлаған башҡорттарҙың Рәсәй дәүләте составында хоҡуҡи урынын билдәләгән мөһим документ. Документтың проектын Ырымбур генерал-губернаторы Безак әҙерләй.

XIX быуат уртаһында Ҡаҙағстан Рәсәйгә ҡушылғас. Башҡортостан дәүләттең көнсығыш сиге булыуҙан туҡтаған. Башҡорт, типтәр, мишәр ҡазаҡтарын сик һаҡлауға йәлеп итеүҙең кәрәге ҡалмаған. 1865 йылдың 2 июлендә батша хөкүмәте «Башҡорттар менән идара итеүҙе хәрби веломствонан граждандар ведомствоһына биреү тураһында» ҡарар ҡабул иткән. Улар яһаҡ түләүсе дәүләт крәҫтиәндәре сословиеһына күсерелгэн. Ғәскәри хеҙмәткә алынғандар урыҫ армияһының төрлө частарына бүлеп бирелгән. Бер үк ваҡытта кантон системаһын бөтөрөү батша хөкүмәтенә башҡорт ерҙәрен баҫып алыуҙы күпкә еңелләштергән.