Кантон идараһы Башҡортостанда

Википедия – ирекле энциклопедия

Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Эстәлеге

[үҙгәртергә] Кантон идараһын булдырыу

1798 йылда батша батша Павел I -нең 10 апрелендәге указы нигеҙендә кантон (округ) идаралығы булдарыла. Башҡорт, типтәр, мишәр халҡы, хәрби ҡатламға күсерелә һәм хәрби-ҡазаҡ сословиеһенан Башҡорт-мишәр ғәскәре формалаша. Ғәскәргә Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрен һаҡлау бурысы йөкмәтелә.

Ил сиген һаҡлау хеҙмәтен Башҡорт, типтәр, мишәрҙәр үҙ иҫәбенә үтәгән. Ғәcкәри хеҙмәткә 25 йәш менән 50 йәш арыһындағы сәләмәт ир-егеттәр саҡырылған. Хеҙмәткә ебәреү сиратын йорт старшиналары билдәләгән. Йыл һайын 4-5 ғаиләнән бер кеше ебәрелгән.


Ғәcкәр Рәсәй ҡатнашҡан төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә файҙаланыла (1912 йылғы Ватан һуғышы, 1853-1859 йылғы Ҡырым һығышы һ.б.). Батша хөкөмәте кантон идаралығын керетеп башҡорттарҙың үҙидаралығын юҡҡа сығара, башҡорт феодалдарына төрлө ташламалар биреп үҙ яғына ҡарата. Ерле халыҡтың йәшәү рәүеше хәрби закондарға бойһона, хәрби суд булдырыла.

[үҙгәртергә] Беренсе кантондар

Башҡор ерҙәре админстратив яҡтан 13 кантонға, ә кантондар 18 өйәҙгә һәм 252 йорҡа (волосҡа) бүленә. Кантондарға исем бирелмәй, улар номер менә йөрөтөлә.

I кантон—9 йорттан (волостан) тора. Хәҙер был ерҙәр Пермь өлкәһендә.

II кантон — 9 йорт. Элекке Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙенең бер өлөшө Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында.

III кантон — II йорт. Силәбе өлкәһендә.

IV кантон — 9 йорт. Бик аҙ ғына өлөшө Учалы районының төньяғында.

V кантон — 6 йорт. Бик аҙ ғына елөшө Әбйәлил районының көньяғынла.

VI кантон — 19 йорт. Силәбе өлкәһендә.

VII кантон — 30 йорт. Учалы районының көньяғы, Әбйәлил районының төньяғыда.

VIII кантон — 25 йорт. Башҡортостандың Стәрлетамаҡ тирәһендәге үҙәк райондары.

IX кантон — 14 йорт. Өфө тирәһендәге райондар.

X кантон — 41 йорт. Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла, Зианчура, Күгәрсен райондары. Көйөргәзе районының бер өлөшө. Башҡортостандың көньяҡ сигенән Урал йылғаһына тиклем булған ерҙәре һәм Быҙаулыҡ өйәҙе тулыһынса Ырымбур өлкәһәндә.

XI кантон — 27 йорт. Тулыһынса Башҡортостандя (Асҡын, Бөрө, Борай, Балтач районыБалтач, Илеш районыИлеш, Дүртөйлө, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Яңауыл, Нуриман райондары).

XII кантон — 25 йорт. Алабуға, Минзәлә өйәҙҙәре Татарстанда. Сарапул өйәҙе — Удмуртстанда.

XIII кантон— 29 йорт. Көнбайыш өлөшө Башҡортостанда (Бәләбәй, Әлшәй, Бишбүләк, Баҡалы, Бүздәк, Дәүләкән, Миәкә, Саҡмағош, Туймазы райондары).

[үҙгәртергә] Кантон идараһын бөтөрөү

Рәсәй сиктәре көнсығышҡа һәм коняҡҡа киңәйгәс кантон идараһы 1865 йылда «Положение о башкирах» манифесты нигеҙендә юҡҡа сығарыла.

[үҙгәртергә] Сығанак

Был турала Башҡорт хылыҡ йыры бар Башҡорт халыҡ йыры «Ҡолой Кантон