Проект:АХБ төҙәтеү/Камалова Лира Шәрип ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лира Шәриф ҡыҙы
Камалова
Тыуған көнө

7 ноябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (88 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Күгәрсен районы, Сәйетҡол ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

Педагог

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1971

Камалова Лира Шәрип ҡыҙы (7 ноябрь 1935 йыл) — педагог, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978), БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975), орден һәм миҙалдар кавалеры.

Биографияһы[сығанаҡты үҙгәртеү]

Лира Шәриф ҡыҙы Камалова 1935 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Сәйетҡол ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. 1944 йылда ул Беренсе Этҡол мәктәбендә уҡый башлай. VII синыфты тамамлағас, 1951—1955 йылдарҙа Темәс педагогия училищеһында белем ала. 1955 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Уның тарих-филология факультетын 1960 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай.

Лира Камалова Хәйбулла районы Бүребай урта мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.1971 йылдың сентябренән Лира Шәриф ҡыҙы — мәктәп директоры.

Бүребай урта мәктәбендә Хәйбулла районында тәүгеләрҙән булып уҡытыу кабинеттары заманса йыһазландырыла: техник саралар, күргәҙмә әсбаптар туплана.

Мәктәптең уҡытыу-тәжрибә участкаһы ойошторола, география майҙансыҡтарында тәжрибә-күҙәтеү эштәре алың барыла. Оҙайлы көн төркөмөнөң матди базаһы нығый.

Эшендәге уңыштары өсөн Лира Шәриф ҡыҙы Камалова 1975 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 1978 йылда Ленин орденына һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була, Бүребай ҡасаба, Хәйбулла район Советтарына депутат итеп һайлана.

1985 йылдан — Өфөнөң 20‑се урта мәктәбе директоры, 1987 йылдан — Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтының тәрбиә эше кабинеты мөдире. 1993—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия университеның квалификация күтәреү һәм профессия йәһәтенән яңынан әҙерләү институты методисы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[сығанаҡты үҙгәртеү]