Революция проспекты (Воронеж)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Революция проспекты
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Воронеж
Оҙонлоҡ 2,3 ± 0,1 km
Карта
 Революция проспекты (Воронеж) Викимилектә


Революция проспекты — Воронеж ҡалаһының үҙәк урамы, Үҙәк район аша үтә. Революцияға тиклемге атамаһы — Оло Дворян урамы, шулай уҡ хәҙерге ваҡытта ла ҡулланыла. Оҙонлоғо — 2,3 км[1]. Урам ҡаланың тарихи үҙәк урамы булып тора.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Революция проспектында 200 йылдан ашыу элек 1774 йылдың планына ярашлы даими йорттар төҙөлә башлаған. Әле һаҡланған боронғо биналарының күбеһе XIX быуаттың икенсе яртыһында — ХХ быуаттың башында төҙөлгән. Бөйөк Ватан һуғышы барышында Воронежды азат итеү өсөн көрәш барғанда бик күп биналар емерелгән, уларҙың күбеһе ХХ быуат уртаһында яңынан тергеҙелә.

Иҫтәлекле урындар һәм киҫелештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Революция проспектында XVIII-XIX быуат архитектураһы биналарының күбеһе һаҡланып ҡалған, уларҙың бөтәһе лә тиерлек Воронеж өлкәһенең һәм Воронеж ҡалаһының[2] тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыһы объекттары булып һанала.

  • № 3 — Герман усадьбаһы (И. А. Бунин тыуған йорт).
  • Коммунар урамы менән киҫешкән урын
  • № 7 — торлаҡ йорт, xix быуат аҙағында төҙөлгән.
  • Кольцов урам менән киҫешкән урын
  • № 8 — Петр I исемендәге урта-техник училище. 1907 йыл.
  • № 10, 12, 14 — губерна земство дауаханаһы биналары комплексы менән сиркәү (3-сө йорт), 1826 й.
  • № 18а — Благовещен кафедраль соборы
  • Феоктистов һәм С.Разин урамдары менән киҫешкән урын.
  • № 18 — идаралыҡ ЮВЖД идаралығы, 19301950 йыл
  • № 18 — Воронеж һарайы, XVIII быуат аҙағында төҙөлгән.
  • № 19 — I ирҙәр гимназияһы бинаһы
  • ВЛКСМ-дың XX йыллығы урамы менән киҫешкән урын
  • № 21 — ҡаҙна палатаһы бинаһы, 1787 йыл.
  • Чайковский урамы менән киҫешкән урын
  • № 22 — халыҡ ойошмалары йорто (Губернатор йорто) 17801880 йй.
  • № 23 — губерна идаралығы, 17881859 йй.
  • № 24 — дини семинария, 1880 йй.
  • № 25 — губерна почта контораһы.
  • № 27 — Шванвич ҡунаҡханаһы, 1840 йыл. Ҡайһы саҡ «Арыҫланлы йорт» тип йөрөтәләр. Хәҙер бында «Баев һәм партнерҙар» адвкокат контораһы
  • № 29 — дини семинария бинаһы, 18221873 йыл
  • № 30 — Тулинов йорто , XIX быуат башы.
  • Комиссаржевская урамы менән киҫешкән урын
  • № 32 — Мариин гимназияһы, 18751905 йй.
  • № 33 — китап йорто, 1935 йыл.
  • Пятницкий урамы менән киҫешкән урын.
  • № 35 — элемтә йорто, 1937 йыл.
  • 25 октябрь урамы менән киҫешкән урын
  • № 37 — Капканщиков йорто,XIX быуат башында төҙөлгән.
  • № 39 — Сомовтар усадьбаһы. «Воронеж Телеграф» һәм «Воронеж коммунаһы» редакциялары бинаһы (2 бина), 1913 йыл.
  • № 41 — музыкаль училище бинаһы, 1913 йыл.
  • № 42 — «Үҙәк» Самофалов ҡунаҡханаһы , XIX быуат аҙағы.
  • № 43 — ҡунаҡхана «Бристоль», 1910 йыл.
  • № 44 — Самофалов ҡунаҡхана, XIX быуат аҙағы.
  • № 45 — Вансович йорто, 1890-сы йй.
  • № 46 — Самофалов йорто, 1880-се йй.
  • № 47 — Михайлов йорто, 1880-се йй.
  • № 48 — яҙыусы Шубин йәшәгән йорт, 1880-се йй.
  • № 50 — Воронеж ҡурсаҡ театры «Зеркон»
  • № 55 — А. Кольцов исемендәге Воронеж академия драма театры. 1886—1930 йылдар.
  • № 56 — «Увечный воин» кинематографы, 1916 йыл.
  • К. Маркс урамы менән киҫешкән урын
  • № 58 — сауҙа йорто «Утюжок», 19301950 йылдар
  • Ленин майҙаны(Воронеж)

Революция проспекты һәм Феоктистов урамы киҫешкән ерҙә Благовещен кафедраль соборы — ҙурлығы буйынса Рәсәйҙә Храм Христа Спасителянан һуң икенсе урында торҡан ҡорам. Урамда Платоновҡа, Никитинға (Карл Маркс урамы менән киҫешкән урында), Петр I Петр ҡала скверында ҡуйылған һәйкәлдәр урынлашҡан. Ҡурсаҡ театры янында әҙәби герой Бимға ҡуйылған һәйкәл.

Проспект менән Карл Маркс урамы сатында «Пролетарий» кинотеатры урынлашҡан.


Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихи фотоһүрәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биналар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәйкәлдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Попов П. А. Воронеж: История города в названиях улиц. — 2-е изд.. — Воронеж: Кварта, 2003. — 448 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]