Нуриев Рудольф Хәмит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рудольф Нуриев битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Рудольф Нуреев
Рудольф Нуриев
Портрет
Балет артисы
Тыуған ваҡыты:

17 март 1938(1938-03-17)

Тыуған урыны:

СССР

Вафат ваҡыты:

6 ғинуар 1993(1993-01-06)

Вафат урыны:

Франция

Награда һәм премиялары:

Рудольф Хәмит улы Нуриев, Бөтә донъяға танылған башҡорт балет артисы.


Биография[үҙгәртергә]

1938 йылдың 17 мартында Иркутск ҡалаһынан алыҫ булмађан Раздольное станцияһына юл тотҡан поезда Рудольф Нуреев донъяға килә. Әсәһе Фәриҙә Алыҫ Көнсығышҡа, иренең хеҙмәт иткән урынына китеп барғанда бала таба. Бына шулай итеп буласаҡ виртуоз, йондоҙ, актер, хореограф һәм оркестр етәксеһе, миллиардер һәм гений Байкал ярҙарында доньяға ауаз һала. Һуғыш алдынан Нуреевтарҙың ғаиләһе Мәскәүҙә йәшәй, атаһы фронтҡа саҡырылғандан һуң улар Башҡортостанға эвакуациялана. Рудольфтың бала сағынан ҡалған иң ауыр иҫтәлек — аслыҡ тойғоһо, ул ваҡыттағы иң тәмле аҙыҡ — бешкән картуф. Ул Өфөлә Свердлов урамындағы 2-се мәктәптә уҡый. Бында хәҙер Рудольф Нуреев исемендәге Өфө хореография училищеһы урынлашҡан. Уҡыусы Рудольф Нуреев Пионерҙар йортоноң балет түңәрәгендә шөғөлләнә башлай, тиктормаҫ малай Уҡытыусылар йорто түңәрәктәрендә лә, паровоз ремонтлау заводы клубында ла бейергә өлгөрә. Атаһы Хәмит — Ҡыҙыл Армия майоры, берҙән-бер улының был һөнәрен оҡшатмай. Уның был теләген бөтөрөү маҡсатында Рудольфҡа йыш ҡына ҡул күтәрә. 1953 йылда Рудольфты башҡорт театры эргәһендәге балет студияһына саҡыралар. Ул талантлы бейеүсе булараҡ билдәлелек яулай башлай. Студия башлыса кордебалет артистары әҙерләй, әммә Рудольфҡа айырым партияларҙы ла ышанып тапшыралар. Бер аҙҙан ул балет артисы итеп алына, ҙур булмаған эш хаҡы ала башлай. Унынсы синыфты егет киске мәктәптә тамамлай. Рудольф Нуреевтың Өфө сәхнәһендә башҡарған бейеүҙәре баш ҡаланың балет оҫталары иғтибарынан да ситтә ҡалмай: Рудольфҡа А. Я. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһына уҡырға инеү мөмкинселеге барлыҡҡа килә. Училищены тамамлағас, Рудольф Нуреевты Киров театры труппаһына ҡабул итәләр. 1961 йылда Киров театрының Парижға гастролдәре ваҡытында артист ҡайтыуҙан баш тарта. Сит илдә яҡташыбыҙҙың таланты бар ҡеүәте менән балҡый башлай. Ул маркиз де Куэвас балет труппаһының күҙ ҡамаштырғыс сағыу йондоҙона әйләнә, «Ковент Гарден»да бейей, Лондонда Король балеты артисы була. 1983 йылда Нуреевты «Гранд — Опера»ның художество етәксеһе итеп ҡуялар, һәм алты йыл эсендә ул Франция театрының абруйын юғары күтәрә. Рудольф Нуреев йылына 300-әр балет бейей. Тыуған ҡалаһында ул бер тапҡыр ғына — 1987 йылдың ноябрь айында була. Рәйсә Горбачеваның шәхси үтенесе буйынса Нуреевҡа үлем түшәгендә ятҡан әсәһе менән хушлашыр өсөн Өфөгә килергә рөхсәт итәләр. Иң яҡын кешеһенән ғәфү үтенергә өлгөрә ул, әммә әсәһе уны танымай.

Мәңгеләштереү[үҙгәртергә]

  • Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә Башҡорт опера һәм балет театры уның исемен йөрөтә.
  • Өфөлә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында 1993 йылдың мартында «Был сәхнәлә 1953-55 йылдарҙа ХХ быуаттың күренекле бейеүсеһе Рудольф Нуреев үҙенең ижади юлын башланы» тигән һүҙҙәр яҙылған таҡтаташ асылды.

Сәхнәләштереүҙәре[үҙгәртергә]

Ҡалып:Һылтанмалар юҡ

  • «Лебединое озеро» — принц Зигфрид, Ротбарт
  • «Щелкунчик» — Дроссельмейер, Принц
  • «Спящая красавица» — Синяя птица, принц Флоримунд (Дезире)
  • «Маргарита и Арман» — Арман
  • «Баядерка» — Солор
  • «Раймонда» — соло в па-де-катр, Жан де Бриен
  • «Жизель» — Альберт
  • «Дон Кихот» — Базиль
  • «Корсар» — раб
  • «Ромео и Джульетта» — Ромео, Меркуцио
  • «Сильфида» — Джеймс
  • «Петрушка» — Петрушка
  • «Видение Розы» — Видение розы
  • «Шехеразада» — Золотой раб
  • «Послеполуденный отдых фавна» — Фавн
  • «Аполлон Мусагет» — Аполлон
  • «Юноша и смерть» — Юноша
  • «Блудный сын»
  • «Федра»
  • «Потерянный рай»
  • «Сильфиды» — Юноша
  • «Гамлет» — Гамлет
  • «Золушка» — Продюсер
  • «Интермедия»
  • «Лунный Пьеро» — Пьеро
  • «Люцифер» — Люцифер
  • «Идиот» — князь Мышкин
  • «Ореол»
  • «Песни странствующего подмастерья»
  • «Весна священная»
  • «Павана мавра» — Отелло
  • «Темный дом»
  • «Урок»
  • «Ночное путешествие» — Эдип
  • «Алая буква» — преподобный Димсдейл

Фильмография[үҙгәртергә]

Постановки[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Стюарт Отис. Рудольф Нуреев: Вечное движение = Perpetual motion: the public and private lives of Rudolf Nureyev — Смоленск: Русич, 1999. — ISBN 5-88590-870-2.
  • Рюнтю Юри Мэттью. Руди Нуреев без макияжа — М.: Новости, 1995. — ISBN 5-7020-0981-9.
  • Ролан Пети. Тан лие с Нуриевым.
  • Диана Солуэй. Рудольф Нуреев на сцене и в жизни.
  • Ариан Дольфюс. Непокоренный Нуреев.
  • Сергей Синенко. Рудольф Нуреев: Истоки творчества, превратности судьбы.
  • Н.Я.Надеждин. Рудольф Нуриев. М.: Мир энциклопедий Аванта+, Астрель, 2011. 224 с., ил., Серия "Секрет успеха", 3 000 экз., ISBN 978-5-98986-448-5, ISBN 978-5-271-31857-3

Һылтанмалар[үҙгәртергә]