Рысбаев Марат Кашаф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рысбаев Марат Кашаф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 8 март 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Көҙән, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 29 апрель 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (82 йәш)
Һөнәр төрө сәйәсмән, партия эшмәкәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Рысбаев Марат Кашаф улы (рус. Резбаев Марат Кашапович; 8 март 1933 йыл — 29 апрель 2015 йыл) — совет партия һәм сәнәғәт эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марат Кашаф улы Рысбаев Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Көҙән ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1968 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1953 йылда Өфө авиация техникумын тамамлағандан һуң, конструктор булараҡ башлаған.

1954—1956 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, яңынан конструктор булып булып эшкә ингән. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводының ВЛКСМ комитетына беренсе секретарь итеп һайланған.

Артабан 1963—1983 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Стәрлетамаҡ ҡала комитетының икенсе секретары, КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитетында инструктор, бүлек мөдире, икенсе секретарь вазифаларында эшләгән.

1983—1989 йылдарҙа КПСС-тың Сибай ҡала комитетына — беренсе секретарь, 1989 йылда КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитетында беренсе секретарь итеп һайланған.

1991 йылдан «Башресурсы» акционер йәмғиәтенең «Ресурс» коммерциялы етештереү-хужалыҡ иҫәбе үҙәгенең директоры[2].

Ике уйлап табыу авторы[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылда Рысбаев Марат Кашаф улы Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 136-сы Урал һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссияһы ағзаһы булған[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эшмәкәрлегендәге күп йыллыҡ ҡаҙаныштары, намыҫлы хеҙмәте өсөн Рысбаев Марат Кашаф улы күп маҡтаулы исемдәргә һәм бүләктәргә лайыҡ булған.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән, ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Фамилияһы тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Т. Кусимова, С. Бикҡолова төҙөгән «Башҡорт исемдәре» һүҙлегендә Рысбаев фамилияһына ошондай аңлатма бирелгән: Рысбаев баш. — ырыҫ+бай; бәхетле, ырыҫлы бала[6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  3. Резбаев Марат Кашапович//Башкирская энциклопедия"
  4. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  5. Резбаев Марат Кашапович//Башкирская энциклопедия"
  6. Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 89-сы бит

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  • Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Сост. В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Уфа: Башкортостан, 2005. — Т. 2. — ISBN 5-8258-0204-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]