Рәмиев Бәшир Искәндәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәшир Искәндәр улы Рәмиев
татар. Бәшир Искәндәр улы Рәмиев
Тыуған көнө

1 май 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы
Баймаҡ ҡалаһы

Вафат көнө

16 май 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (76 йәш)

Вафат урыны

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы Мәскәү ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

электрон-хисаплау машиналары

Альма-матер

Мәскәү энергетика институты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы

Ғилми етәксеһе

А. И. Берг, И. С. Брук

Ниндәй өлкәлә танылған

тәүге совет «Стрела», «Урал-1» ЭВМ-дарын яһаусы

Награда һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Сталин премияһы — 1954 ВДНХ алтын миҙалы

Рәмиев Бәшир Искәндәр улы (1 май 1918 йыл16 май 1994 йыл) — совет уйлап табыусы ғалимы, Советтар Союзында тәүге ЭВМ-дарҙы («Стрела», «Урал-1») эшләүселәрҙең береһе. Техник фәндәр докторы (1962). Сталин премияһы лауреаты (1954). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәшир Искәндәр улы Рәмиев 1918 йылдың 1 майында (паспорт буйынса — 15 май) Ырымбур губернаһының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Баймаҡ ҡалаһында тау инженеры ғаиләһендә тыуған.

Олатаһы — Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы (1859—1921) бай алтын табыусы, Рәсәй Империяһының Дәүләт Думаһы ағзаһы, шағир (псевдонимы Дәрдмәнд), татар әҙәбиәте классигы.

Атаһы Искәндәр Закир улы Рәмиев[1] Беренсе донъя һуғышы башланғансы Фрайбергта Тау академияһында уҡый, атаһының приискыларында эшләй, 1926 йылдан — «Башкирзолото» тресында.[2][3]

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1935 йылда Б. И. Рәмиев Бөтә Союз уйлап табыусылар йәмғиәте ағзаһы була; 1937 йылда Мәскәү энергетика институтына уҡырға инә. 1938 йылда атаһы ҡулға алынғас, Б. И. Рәмиев институттан ҡыуыла (һәм оҙаҡҡа юғары белем тураһында формаль дипломһыҙ ҡала), байтаҡ ваҡыт эш таба алмай. Ниһайәт, 1940 йылда ул Үҙәк элемтә ғилми-тикшеренеү институтына техник булып эшкә инә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Б. И. Рәмиев үҙ ирке менән СССР Элемтә министрлығының элемтә батальонына хеҙмәт итергә китә. 1-се Украин фронтында ғәскәрҙәрҙе УКВ-элемтә менән тәьмин итеүсе махсус төркөм составында Б. И. Рәмиев 1943 й. Днепрҙы кисеүҙә һәм Киевты азат итеүҙә ҡатнаша.

1944 йылда ул халыҡ хужалығын тергеҙеүгә йүнәлтелеүсе белгестәр тураһындағы бойороҡҡа ярашлы армиянан ҡайтарыла. Академик А. И. Берг етәкселек иткән 108-се Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтына эшкә инә. 1947 йыл башында, «Би-Би-Си» тапшырыуҙарын тыңлап, Рәмиев АҠШ-та «ЭНИАК» ЭВМ-ы эшләнеүе тураһында ишетә һәм ул саҡтағы ошо өр-яңы техника һәм фән өлкәһе менән шөғөлләнеү теләген белдерә. А. И. Берг тәҡдиме менән ул СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы И. С. Брукка мөрәжәғәт итә һәм 1948 йылдың майында СССР Фәндәр академияһы Энергетика институтының Электр системалары лабораторияһына инженер-конструктор итеп алына.

1948 йылдың авгусында уҡ Исаак Брук һәм Бәшир Рәмиев СССР-ҙа тәүге «Автоматик һанлы электрон машина» проектын тәҡдим итә.

Рәмиевтың күп һанлы эшләнмәләре араһында — «Стрела» ЭВМ-ы, «Урал» ЭВМ-ы серияһы.

Пензала «Рубин» ғилми-етештереү предприятиеһы бинаһына Б. Рәмиев хөрмәтенә ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташ
Б. Рәмиевкә Пензала Мәскәү ур.,104-се йортҡа ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташ

Бәшир Рәмиевтең ғәмәлдә юғары белемһеҙ ҡалыуы уға Пенза математик машиналар ғилми-тикшеренеү институтының (әле — {"«Рубин» ғилми-етештереү предприятиеһы, Пенза ҡ.) баш инженеры һәм фәнни эш буйынса директор урынбаҫары булырға ҡамасауламай, ул унда 1955—1968 йй. эшләй һәм артабан диссертация яҡламайынса техник фәндәр докторы дәрәжәһен ала.

Бәшир Искәндәр улы Рәмиев 1994 йылдың 16 майында Мәскәүҙә вафат була. Кунцево зыяратында ерләнә.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пенза[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Рубин» ғилми-етештереү предприятиеһы бинаһына (Байдуков ур. 1 а) 1955—1968 йылдарҙа унда эшләгән Бәшир Рәмиевҡа иҫтәлекле таҡтаташ эленгән.
  • Ҡалала Бәшир Рәмиевкә бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ шулай уҡ ул 1955—1968 йылдарҙа йәшәгән Мәскәү урамындағы 104-се йортҡа эленгән.
  • 2013 йылдың сентябрендә Рәсәйҙә тәүге электрон-хисаплау машинаһын эшләүсе исемендәге «Рәмиев» Юғары технологиялар технопаркы асыла[4][5].

Мәскәү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мәскәү Политехник музейында Б. И. Рәмиев фонды булдырылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]