Салауат башҡорт дәүләт драма театры
Салауат башҡорт драма театры — Салауат ҡалаһындағы драма театры.
[үҙгәртергә] Тарихы
Театр тарихы 1933 йылдан башлана. Ауырғазы районының Талбазы ауылында колхоз-совхоз театры булараҡ балыҡҡа килә. Был театрға нигеҙ һалыусы Елизавета Шляхтина-Сыртланова булған. Ул – башҡорт театрында иң тәүге профессиональ актрисаларҙың береһе.
Был труппаның составына ике актерҙар ғаиләһе ингән – Зәкиә һәм Ибраһим Әхмәровтар, Ғәзизә Насирова һәм Бикташ Кәлимуллин. Улар үҙ ваҡытында колхоз-совхоз театрҙарының бөтә республика фестивалендә лә төп приздарҙы яулап йөрөгән. Уларҙың эшмәкәрлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла туҡтамаған. Театр артистары өсөн тәүге йылдарҙа бер ниндәй ҙә уңайлыҡтар булмаған. Улар баракта, һуңынан төрлө уңайһыҙ бинала, сәхнәһеҙ көйө эшләргә мәжбүр булған. Театрға яңы директор – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, хәҙерге көндә Салауат ҡалаһының почетлы гражданы Марс Яппаров килеү менән хәл яҡшы яҡҡа үҙгәргән. Салауат театрына данлыҡлы Вәзих Сәйфуллин 1965 1 йылдарҙа килә һәм унда 35 йыл буйы эшләй.
Театрҙа 75 йыл элек булдырылған матур йолаларға, яңылыҡтарға, замана драматургияһына ҙур иғтибар бирә: музыкаль постановкалар күп ҡуйыла, әҫәрҙәрҙең ысынбарлыҡҡа, тормошҡа, кешеләргә яҡыныраҡ булғандары сәхнәләштерелә.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
Башҡорт дәүләт академия драма театры| Башҡорт опера һәм балет театры| Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры| М. Кәрим исемендәге Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры| Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры | "Нур" Өфө дәүләт татар театры| Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры | Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры | Салауат башҡорт дәүләт драма театры | А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт театры | Туймазы татар дәүләт драма театры