Сеңләү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сеңләү — кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың ата йортонан оҙатылғанда ата-әсәһенә, туғандарына үпкәһен, зарын белдереп йырлаған хушлашыу йыры[1]; төр яғынан лирик йырҙар менән бер булһа ла, үҙенә генә хас булған үҙенсәлектәре менән халыҡ поэзияһының айырым жанры.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырыусылыҡ осоронда, ырыуҙы етем ҡалдырып китеүгә бағышлап, ҡыҙҙы илатыу мәжбүри булған. Феодализм һәм капитализм осоронда иһә был йола икенсерәк төҫ алған һәм кейәүгә китә торған ҡыҙҙың ата-әсәһенә һәм бүтән яҡындарына үпкә һүҙҙәре әйтеү функцияһын атҡарған. Үпкәләүҙең характерна ҡарап уның текстары төҙөлгән. Шуның өсөн уның текстары айырым төҙөлгән. Ҡыҙ иң тәүҙә атаһына, унан әсәһенә, ағаһына, еүгәһенә, кейәүенә, иптәш ҡыҙҙарына сеңләгән. Сеңләүҙең үҙенә генә хас көйө бар.

Сеңләү — туй тамашаһының кульминацион нөктәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул бөтә туй йолаларына тәрән эмоциональ — драматик төҫ бирә. Сеңләү илау-һыҡтау менән оҙатыла бара һәм үҙенә генә хас көйө менән йәшәй. Сеңләүҙәр тәғәйенләнеше, кемгә, нимәгә йүнәлтелеүенә ҡарап та күп төрлө. Уларҙың йөкмәткеһендә ҡыҙҙың тыуған ере, йорто, йәшлеге менән хушлашыуы, малға һатылыуы, үпкә белдереүе һүрәтләнә. Сеңләүҙәрҙең йөкмәткеһе уларҙың бик боронғо замандарҙа барлыҡҡа килеүе, халыҡ ижадындағы башҡа жанрҙар (эпос) менән ҙур уртаҡлығы тураһында һөйләй. Был уртаҡ мотивтар бигерәк тә кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың ата-инәһенә булған мөрәжәғәте формаһында сағыла. Сеңләүҙәрҙең үҙенсәлекле формалары «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» сюжеттарында һаҡланып ҡалған. Бында сеңләү тигән һүҙ ҙә ҡулланыла. "Алпамыша"ла Барсынһылыу егетте өйөнә кейәү итеп алып ҡайта. Бында сеңләүҙе башҡарыу функцияһы ла башҡараҡ — ҡыҙ ағаһынан, инәһенән, атаһынан кейәүгә сығырға ризалыҡ һорай.

Ҡоҙағыйға арналған сеңләүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙ алырға килгән ҡоҙағыйға ла төрлө тупаҫ һүҙҙәр ҡулланып, уны хурлап, тиргәп сеңләү осраҡтары ла булған.

Ошондай сеңләүҙәрҙән үрнәк:
Ҡоҙағый килде — «ҡот» килде,
Ҡуйыны тулы бет килде.
Кемде, килде, тип ҡараһаҡ,
Ҡоҙағый тигән эт килде.
Беҙҙең ҡоҙаларҙың, баҫыуы
Ҡайын сыбыҡ менән тотолған.
шунда ла торган ҡоҙагый
Ҡарт урыҫ менән тотолган.
Ҡоҙағый күлдәк һораһа,
Башлансыҡ баш бирегеҙ.
Башлансыҡ башын алмаһа,
Арт яғына тибегеҙ.

Ҡәйнәнең яуызлығын һәр килен татыған. Күреүебеҙсә, уның ҡыланышы, характеры, мал-тыуары, йорт- ҡураһы, ер-һыуы кәмһетелергә тейеш. Сеңләүҙәрҙә ҡәйнәнең уҫал буласағы телгә алына:

Беҙ бара ла торган юлдарҙы,
Борма-борма булыр, тинеләр.
Беҙ бара ла торган ҡәйнәне,
Бигерәк мыжыҡ ҡарсыҡ, тинеләр.
Ҡара сәйнүк бирҙеләр ҙә,
Ҡайнамаһын сәйе, тинеләр.
Уҫал ҡәйнәгә бирҙеләр ҙә,
Көн күрмәһен инде, тинеләр.

Килен ҡәйнәнең, тулы хоҡуҡлы хужабикәнең, хеҙмәтсеһенә әүереләсәк. Ул нимә әйтһә — шул киленгә ҡаты ҡанун. Шуға ла ҡәйнә тарафынан «бит асыу» һамағында киленгә хәтһеҙ эштәр йөкмәтелә, яңы ғаиләнең ҡалыплашҡан, нығынған йолаларына бер һүҙһеҙ буйһоноу талап ителә. Бәрелештәр ни тиклем генә үткенләнмәһен, ҡаршылыҡтар киҫкенләшмәһен, ҡыҙға үҙ яҙмышына буйһоноуҙан, ҡәйнәгә баш һалыуҙан башҡа сара юҡ.

Ҡыҙҙың ата-инәһе менән хушлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙ атаһына бер нисә мәлдә, хәлдә сеңләгән:

  • Күрешә килгәндә сеңләүе;
  • Атаһынан бүләк көтөп сеңләүе;
  • Атаһына биргән ергә риза булмағанда сеңләүе;
  • Атаһы илағанда сеңләүе.


Ата менән ҡыҙ әйтеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сеңләү өйҙән өйгә йөрөп башҡарылған хәлдә, ҡыҙҙы атаһы менән күрештерергә алып килергә тейеш булғандар. Ошо мәлдә ҡыҙ исеменән атаһына түбәндәге сеңләүҙәр әйтелә :

Балтырган төбө бал татыр,
Көпшә генә төбө көл татыр.
Атаҡайым, инде мин китәм,
Минең урыныма кем ятыр ?
Ишегем алды туң тимер,
Өшөйөм, атай, туның бир.
Инде лә миңә ат әҙер,
Бәхиллек менән ҡулың бир.
Күлдә йөҙгән ҡаҙҙы тоторға
Һауаларҙа оса ҡарағош.
Атаҡайым, инде мин китәм,
Күрешергә килдем, инде хуш!
Балаҡайың китә ят илгә,
Ят илдәрҙә үҫкән ят иргә.
Ят илдәрҙә тороп ерһермен,
Он (о)тма ла барып күрергә.

Ошонан һуң ҡыҙ атаһынан бүләк көтөп, түбәндәгесә сеңләгән:

һандыҡ та һандыҡ ҡаҙы бар,
Атаҡайым бармай башламам.
Атаҡайым биргән ҡондоҙ бүрек, —
Туҙмай тороп уны ташламам.

Ҡыҙы сеңләгәндән һуң атаһы уға алдан әҙерләп ҡуйған бүләктәрен (ғәҙәттә, кейем-һалым) бирә йәки мал әйтә. Биргән урынға риза булмағанда ҡыҙҙың атаһына сеңләүе:

рҙе ҡыл ҡаҙан,
Тиҙ ҡайнамаһын, тигәндер.
Өйөрҙө яуга биргәндер,
Көн итмәһен, тигәндер.
Көмөш тә сулпы билдәндер,
Атаҡайым алып биргәндер.
Белмәй ҙә күрмәй бирмәгән,
Көн күрмәһен, тигәндер.
Ишегем алды йәш үлән,
Ҡаҙ ашарҙай үлән ул түгел.
Әйләнер илгә бирмәне,
Әйләнер илдәр ул түгел.
Ҡыш буйына тибен тибергә
Йылҡы тояҡҡайҙары түҙалмай.
Ирекһеҙ генә тотҡон булыуға
Һатлыҡ ҡына ҡолдар түҙалмай.
Атаҡайым, биргән урынын,
Ҡара ғына яуҙай тойола.
Ирекле генә башым ирекһеҙ,
Күҙ йәштәрем һыуҙай ҡойола.
Түҙә алгансы, атай, түҙермен,
Түҙә алмаһам, нимә ҡылырмын ?
Түҙә алмаһам, атай, һүҙем шул:
Ташҡын һыуга төшөп үлермен.

Атаһы түҙә алмай илаһа, ҡыҙ исеменән ошондай сеңләү әйтелгән:

Иртән генә тороп ҡысҡырҙым,
Һандугас балаларын осорҙом.
Илама ла, атай, илама,
Мин яуыздан инде ҡотолдоц.
Уҡа гына ҡуйҙым төйөнгә,
Атаҡайым, һинец өйөңдә.
Илаһац да, атай, ҡуймаҫһыц,
Күререңде күрмәй гүремдә.
Ҡыҙҙың әхирәттәре менән инәһенә сеңләүе:
Ҡарлугасҡайҙың ҡойроғо
Ҡайсы гына кеүек айыры.
Айырылмаҫ инем, инәкәйем,
Был Хоҙайым үҙе айырҙы.
Биҙәр ҙә биҙәр яулыҡайың
Биткәйеңә төшәр, инәкәй.
Минең дә кеүек ҡыҙҙар күрһәң,
Иҫкәйеңә төшәр, инәкәй.
Дүрткел дә дүрткел ҡорамышты
Ҡораһым да килмәй, инәкәй.
Дүрт мөйөшлө генә өйөмдән
Китәһем дә килмәй, инәкәй.
Күк йөҙөндә йөҙгән болоттоң
Күләгәһе төшә битеңә.
Яҡшылыҡ менән бата ҡыл,
Һагынганда төшһәм иҫеңә.
Күк юрга менән буҙ юрға
Ҡалырҙар микән кешнәшеп ?
Инәкәйем, инде мин китәм,
Күрешергә килдем, хушлашып.
Күк юрга менән буҙ юрға
Асыҡһалар, инәй, һоло бир.
Китер ҙә ваҡыт тулды инде,
Күрешәйем, инәй, ҡулың бир!

Күреүебеҙсә, сеңләүҙәрҙе башҡарыуҙың эҙмә-эҙлекле бер тәртибе булған. Ата-инәһенә сеңләгәндә ҡыҙ яҙмышынан ризаһыҙлыҡ белдерә. Ул ҡайғы-һағыштың көслө икәнен әйтеп, ниндәйҙер хәйлә табып, ата-инәһенән алып ҡалыуҙы һорай. Сеңләүҙә киҫкенлек менән бергә төшөнкөлөк мотивтары ла ярылып ята. Ата-инәгә арналған сеңләүҙәр күп. Был тәбиғи ҙә. Ҡыҙ бала тыуғандан бирле улар ҡулында тәрбиәләнгән. Балаға бәхет биреүсе лә, уның яҙмышын хәл итеүсе лә ата-инә. Ләкин ваҡыт етеү менән ҡыҙ ата-инәһенән айырылып китергә тейеш. Йыш ҡына был ҡыҙ теләгенән тыш фажиғәле йүнәлеш ала һәм ҡыҙҙың поэтиклаштырылған протесы, асыуы, үпкәһе булып яңғырай. Сеңләүҙәрҙә малға ҡыҙығып, ҡыҙҙың ҡарт кешегә һатып ебәрелеүе тәҡрир ителә:

Атаҡайым мине йәшләй һатты
Бер ашарлыҡ мал өсөн.
Атай-инәй, көтмәгеҙ,
Һатылган мал ҡайтмаҫтыр.
Байлыҡтарына ҡыҙыгып,
Биреп ебәрәләр ҡартҡа.
Атаҡайым, биреп ебәргәнен,
Һикһән йәшлек бабай бит.

Икенсе бер осраҡта ҡыҙҙың кейәүгә сығырға йәше етмәүенә баҫым яһала, килгән ҡоҙаның ҡайтып китеүе талап ителә:

Әҙрәс бишмәт, теләһәц нишләт,
Тегелеп бөтмәгән әле.
Килгән ҡоҙа ҡайтып торһон,
Йәшем етмәгән әле.

Ҡайһы бер сеңләү өлгөләрендә ҡыҙҙың үгәй инә ҡағыуына түҙмәй, «йәшләй бисәлеккә сығырға» мәжбүр булыуы телгә алына. Ҡайһы берҙә «бирмәҫтәй кешегә бирелгән» ҡыҙҙың ғүмере фажиғә менән тамамланаса- ғына ишара яһала:

Түҙә алганса, атай, түҙермен,
Түҙә алмаһам, нимә ҡылырмын ?
Түҙә алмаһам, атай, һүҙем шул:
Ташҡын һыуга төшөп үлермен.


Сеңләүҙәрҙең ата менән ҡыҙ әйтеше (диалог) формаһында яҙып алынған өлгөләре лә бар. Ләкин ундайҙар һирәк осрай. Бындай үҙенсәлекле диалог формаһы башҡорт халҡының эпик ҡомартҡыларында, иртәктәрҙә сағылған (6, 149):

Атаһы:

Сыбар-апа тайыңды менмәҫе, балам,
Ир -зат ҡашына йөрөмәҫе, бапам.

Ҡыҙ:

Сыбар-ала атымды менәйем, атай,
Әйтеуле егетемде курәйем, атай.

Атаһы:

Ипдән илдәргә йөрөрөм, балам,
Ил гәриптәре булырмын, балам.
Илдә күркәмде табырмын, балам,
Ҡуҙ ы йкүр п ә с тип атармын, балам.

Ҡыҙ:

Илдән илгә йөрөмәҫе, атай,
Ил гәриптәре булмаҫы, атай ?!
Илдәрҙә күркәм табылһа ла, атай, Ҡуҙыйкүрпәс була алмаҫ, атай!

Ҡыҙҙың ағай-еңгәләре менән хушлашыуы. Ҡыҙ китер алдынан ағай-еңгәһе менән дә хушлашырға тейеш. Сеңләүҙәрҙә был күренеш шулай уҡ сағылыш таба:

Ишек алды йәшел үлән,
Кер төшөрә баҫтым, агаҡай.
Ят ерҙәргә инде мин китә мен,
Күрешә лә килдем, агаҡай.

Хушлашыуға килеүҙең икенсе бер маҡсаты — туғандарҙан иҫтәлеккә берәй нәмә алыу:

Ағаҡайым сыҡҡан һунарға,
Ҡыҙыл ғына төлкө тунарга.
Ағаҡайым, һиңә мин килдем
Бер-ике пар туҫтаҡ һорарга.

Йәки:

Ағаҡайым, һиңә мин килдем
Бер һумлыҡай тәңкә һорарга.

Ағаһы тәңкә бирһә, ҡыҙ уны туғанының иҫтәлеге итеп һаҡлаясағын белдерә:

Силәк тә силәк һары майҙы
Агаҡайым килмәй башламам.
Агаҡайым биргән тәңкәне
Биҙәктәре бөтмәй ташламам.

Сеңләүҙә ҡыҙ ағаһына үҙенең аяныс хәлен белдерә:

Урындыҡҡайыңа ултырып,
Ойоном да йылы һөт кеүек.
Белмәйһең дә, агасай, хәлемде,
Йөрәккәйем яна ут кеүек.
Ултырҙым да урам уртаһы,
Фәрештәләрҙең дә ҡанаты.
Ултыртмасы, агай, ултыртма —
Ят кешеләрҙең арбаһы.
һауаларҙан килгән ике аҡҡош —
Береһе бәйле, береһе буш.
Бер оянан сыҡҡан ике ҡоштай,
Айырылышабыҙ, агай, инде хуш!

Күреүебеҙсә, сеңләүҙәр билдәле бер тәртиптә, ниндәйҙер бер ваҡиғаға, хәлгә бәйләнеп башҡарыла. Быны һыҙыҡ өҫтөнә алыуҙың маҡсаты шул: туйҙа һәр йоланы үтәүҙең үҙенә күрә ырымы, әһәмиәте, тәртибе бар.


Ағаларына әйткән сеңләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағай-еңгә менән хушлашҡанда ла шатлыҡ, күтәренкелек ауаздары булмай: «бергә лә тыуып, бергә үҫкән» ағайҙан айырылыуы яманһыу. Тик ағай-еңгә икеһе лә ата-инә һүҙен һөйләй. Ағай ҡарындашын яҡлаһа, ғәҙәт буйынса килешмәгән эш һанала. Ғәмәлдә ағай кәләше һүҙенән сыҡмай. Ҡыҙ икеһенә лә үпкә һүҙҙәре белдерә:

Еңгәкәйем күмәс бешерә,
Биш бармагын тотош бешерә.
Еңгәсәйем менән агасайым,
Әле китмәй, тиеп көйөнә.

Ҡыҙ ярҙам һорай, ата-инәһен кире күндерергә өндәй, ләкин ағаһының таш күңелен иретеү мөмкин түгел, уның йөрәге һеңлеһен йәлләп янмай:

Эй, таш тирмән, таш тирмән,
Ташта бейеһәм дә ыуалмай.
Минец агайым таш күңел,
Мин илаһам да иламай.

Ағаһы ни тиклем генә ҡаты күңелле булһа ла, ҡарындашы уны ярата:

Төлкө генә аяҡ., баса тун,
Ят, агаҡай, үҙем ябайым.
Хәтерҙәрен, ҡалган сагың булһа,
Әйт, ағаҡай, үҙем табайым,
һәр төрлө лә агас күп булыр,
Баҙыяндай агас булалмаҫ.
һәр төрлө лә агай күп булыр,
Үҙ агаҡайымдай булалмаҫ.

Ҡыҙ еңгәһенә сеңләгәндә «ят бауыр» мотивтары өҫтөнлөк ала. Бер яҡтан еңгәләр серҙәш, туйҙағы бөтә эштәрҙе башҡара, ҡыҙҙың да, еңгәнең дә яҙмыштары берҙәй. Икенсенән, еңгә ҡыҙҙың «башын ашай» — сымылдыҡ ҡора:

Бурҙат та шаршау, таҫма бау, һин бәйләнең уны, еңгәкәй. Килгән ҡоҙа ҡайтыр ине, һин димләнең уны, еңгәкәй.

Сеңләүҙәрҙә сағылғанса, еңгә ҡыҙ өсөн сит кеше, кире образ:

Атыңа бесән һал, еңгәй,
Ауыҙлыҡлап ал, еңгәй.
Башыма ла яулыҡ япҡансы,
Ғәзиз йәнемде ал, еңгәй.
Бурҙат та шаршау, ҡылыс бау,
Ҡор тиһәң дә ҡормам, еңгәкәй.
Китер ҙә ваҡыт еттениһә,
Тор тиһәң дә тормам, еңгәкәй.

Ҡыҙҙың әхирәттәре менән хушлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китер ҡыҙға бергә уйнап үҫкән әхирәттәре менән айырылышыуы ла ауыр. Әле туй барышында уҡ әхирәттәр ҡайғы уртаҡлаша, күмәкләшеп илай, сеңләй, уйын ойоштора, йырлай, бейей, күңел аса, "айырылған бәпкә"не йыуата.

Бигерәк тә экспрессив тойғолар, илау, һыҡтау айырылышыу мәлендә көсәйә. Сеңләүҙәрҙә был бик тәбиғи сағыла:

Мейәскәй ҙә буйы бүтәгә,
Ат аяҡҡайҙарын күтәрә.
Әхирәттәр, хуш булыгыҙ,
Ат егелгән мицә китәргә.
Ишектән сыҡтым — ҡайырылдым, Ҡапҡанан сыҡтым — айырылдым.
Хуш булыгыҙ, әхирәттәр,
Инде мин һеҙҙән айырылдым.

Күпселек сеңләүҙәрҙә ҡыҙ әхирәттәренә яратмаған кешегә бирелеүен әйтә, уҫал ҡәйнәгә төшөүен, малға һатылыуын белдерә. Шунда ук ҡыҙҙарҙың дөйөм ҡыҙғаныс яҙмышы күҙаллана:

Күк үләнкәй ниңә үҫә икән,
Тапалып та ҡала ҡау өсөн.
Ҡыҙ меҫкенкәй ниңә үҫә икән, һатылып та китә мал өсөн.

Сеңләүҙәрҙә оҙатылыусы ҡыҙҙың тиңдәштәренә лә шундай уҡ көн киләсәге иҫкәртелә:

Ай урынына ай тыуыр,
Көн урынына көн тыуыр.
Әхирәттәр… әй-й-й, илашыгыҙ, һеҙгә лә шундай көн тыуыр.

Был юлдарҙа патриархаль тәртиптәр хөкөм һөргәндә башҡорт ҡыҙҙарының яҙмышы ауыр икәне лә төшөндөрөлә.



Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. Өфө, 1995 йыл. ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) ISBN 5-295-01396-0 (2-се китап)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)